Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ноябрь , 09:30

Иртәгәһенә йондоҙ булып уяндым

Йәш йырсы Илнур Рамаҙанов тыуған көнөн билдәләй. Йырсыны ғүмер байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Иртәгәһенә йондоҙ булып уяндым
Иртәгәһенә йондоҙ булып уяндым

 

– Әсәйем Йәмилә Сабир ҡыҙы – йырсы, режиссер, мәҙәниәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгән кеше. Уның ҡарынында саҡта уҡ йырҙар тыңлап үҫкәнмендер. Бәлә­кәйҙән төрлө мәҙәни сараларҙа, туғандар йыйылышҡан саҡтарҙа ҡалаҡты микрофон итеп тотоп йырлай торғайным, быға йыр һүҙҙәрен белмәүем дә ҡамасау түгел ине, - ти һәләтле егет.

Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта, миңә дүрт йәш самаһы ине, тәрбиәсе өйрәткән йыр менән Күмертау ҡалаһында тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡтым. Артабан әсәйем етәкселегендәге “Аҡбуҙат” фольклор коллективына йөрөй башланым. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен, халыҡ йырҙарын, йырҙың мәғәнәһен, моң ҡиммәтен бәләкәй саҡтан күңелемә һеңдереп үҫтем.

Башҡорт эстрадаһына 2015 йылда, йәғни 19 йәшемдә аяҡ баҫтым.

– Уйлап ҡараһаң, һинең юлың бәләкәй саҡтан уҡ билдәле бул­ған. Шулай ҙа башҡа йүнәлеште һайлау, бүтән һөнәрҙе үҙләштереү теләге тыуманымы?


– Юҡ, тыуманы, сөнки сәнғәт – күңелгә ятҡан донъя. Үҙем Башҡорт дәүләт университетының геология факультетында уҡыным, әммә барыбер Телеүҙәккә барып эләктем. Мәҙәни тормош оҡшай миңә, килем дә килтерә.

– Тимәк, һин белемең буйынса геолог. Киләсәктә, бәлки, ошо йүнәлеш буйынса эшкә күсерһең?


– Киләсәктә, ғаилә ҡорған хәлдә, был йүнәлешкә боролорға уйым бар, сөнки сәнғәт менән генә ғаиләне аҫрау мөмкин түгел. Геологияны ла ошонан сығып һайлағанмындыр, был өлкәлә аҡсалы эш табырға була.

– Ҡасан йондоҙ булып уяндың? Тәғәйен көнөн иҫләйһеңме?


– Үҙем тыуып үҫкән Көйөргәҙе районында биш-алты йәштән сығыш яһай башланым, әммә миңә призлы урын бирмәйҙәр ине. “Тыуған ер иң һуңғы булып таный”, тиҙәр бит... Минең менән дә шулай булды.

Республика кимәлендәге “Яҙғы тамсылар” йыр конкурсына сығыуым булды, беренсе урынды яуланым. Иртәгәһенә йондоҙ булып уяндым: район гәзитендә минең хаҡта яҙа, еңеүем тураһында һөйләй башланылар. Был күңелгә май булып яғылды, мәҙәниәттәге урынымды нығытты.

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в