Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ноябрь , 19:51

Мөхәббәтем менән бәхетлемен Фәйрүзә КИНЙӘБАЕВА

Фәйрүзә КИНЙӘБАЕВА - Белорет районы Уҫманғәле ауылы ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар Инйәр ҡасабаһында йәш быуынға белем бирә. Шиғри күңелле уҡытыусы балаларҙа ла тыуған телгә, ижадҡа һөйөү тәрбиәләй.  

Мөхәббәтем менән бәхетлемен                  Фәйрүзә КИНЙӘБАЕВА
Мөхәббәтем менән бәхетлемен Фәйрүзә КИНЙӘБАЕВА

 

Яҙ туйы

Ҡар япманы алып ташлап,

Ергә биреп бар наҙын,

Яҙғы ҡояш йомарт һибә

Сағыу, йылы нурҙарын.

 

Ана, ҡоштар эркелешеп

Ҡайтҡандар яҙ туйына.

Кемуҙарҙан йырлашалар

Улар көндәр буйына.

 

Барса ерҙә илаһилыҡ,

Эй шат уйнай күбәләк.

Бал ҡорттары сәскәләрҙе

Һурып-һурып үбәләр.

 

Мөхәббәтем менән бәхетлемен

Бик тә бәхетлемен – тормош юлын

Һинең менән бергә үткәнгә,

Ҡояш менән биҙәп иртәләрҙе,

Кистәремде айлы иткәнгә.

 

Ғүмер буйы һөйөп туялманым,

Һөйөлөп тә туймам үҙем дә.

Танһыҡтарым ҡанмаҫ мөхәббәтем

Итте мине шаян, түҙем дә.

 

Көҙҙәргә мин үҙем яғам ялҡын,

Ҡарашымдан ҡарҙар нурлана.

Яҙҙар етһә, һәр бер ҡош телендә

Мин өләшкән йырҙар йырлана.

 

Мин  бәхетле

Кисем  етте.

Осам ҡосағыңа,

Тәүге төндәй, янып, талпынып.

Ҡосам һине,

Күкрәгемә ҡыҫып,

Йөрәгемдә – хистәр ялҡыны.

 

Һин – минеке,

Һин – минеке генә,

Ирендәрем ҡуя мисәтте.

Мин – бәхетле,

“Һин бәхетле!” – тиеп,

Күктә яна йондоҙ, иҫәпһеҙ.

 

Фәйрүзә КИНЙӘБАЕВА.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в