Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ноябрь , 19:40

«Күңел йылымды башҡаларға өләшәм...»

Изге эштәр ҡылған, башҡаларға ярҙам итергә тырышҡандар ысын-ысындан һоҡланыуға лайыҡ. Был уларҙың күңел киңлеге, ихласлыҡтары тураһында һөйләй. Ҡушый ауылында йәшәүсе Римма Һибәтуллина ла тап шундайҙарҙан. Яҙмыш һынауынан бөгөлөп төшмәгән, көслө рухлы әсә һәм ҡыҙ менән таныштырмаҡсымын

«Күңел йылымды башҡаларға өләшәм...»
«Күңел йылымды башҡаларға өләшәм...»

«Күңел йылымды башҡаларға өләшәм...»

Тыумыштан ауыр диагнозлы ҡыҙының хәлен еңеләйтеү өсөн әсә дауахана тупһаларын әҙ тапамай. Берҙән-бер яҡын кешеһенең һәм табиптарҙың тырышлығы менән Римманың сәләмәтлеге нығына. Быны оло еңеү итеп ҡабул итәләр. Бөгөн ҡыҙ үҙе әсәһенә терәк булырға тырыша.

Римманың тормош йәме — төрлө уйынсыҡтар бәйләү. Йомшаҡ ҡына, сағыу төҫтәге айыу-ҡуяндар күпме баланы ҡыуандырған икән?! Әсәһе лә ярҙамлаша, ҡыҙы бәйләгән ҡурсаҡтарға кейемдәрҙе ул тегә. Милли биҙәүесле-күлдәкле матур ҡурсаҡтар шунда уҡ эйәләрен таба.

— Был шөғөлгә ҡайҙан өйрәндең?

—  Өфөлә коррекция мәктәбендә уҡығанымда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Зәйнетдинова дәрестәрҙән һуң мине ырғаҡ менән бәйләргә өйрәтте. Еңел генә килеп сыҡманы, әммә уҡытыусым минең ныҡышлығымды күреп,  ваҡытын йәлләмәне. Бәйләү схемаларын аңлатты, журналдар алып килде. Тәүге бәйләгән селтәрле салфеткамды ҡәҙерләп һаҡлайым. Шулай ун өс йәштән бәйләй башланым. Был уйынсыҡтарҙы иң тәүҙә интернетта күреп ҡалдым. Бик оҡшаны. Уларҙы нисек бәйләү хаҡында эҙләнә торғас, оҫталыҡ дәрестәрен таптым. Аҡса йәлләмәнем, өйрәндем. Беренсе уйынсығымды күрше ҡыҙы һатып алды, ул туҙмай ҙа, бысраһа еңел йыуыла. Биш йыл уйната инде. Башҡаларға оҡшағас, тағы дәртләнеп киттем.

Римма бәйләгән уйынсыҡтарҙы әсәһе Магнитогорск ҡалаһында ойошторолған төрлө йәрминкәләрҙә һата. Был йәһәттән дә ярҙам итеүселәр табылған. Ҡалала мәрхәмәтлелек фондының «Уютные вещи» проекты ижади шөғөлдәр менән булыусы физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе берләштергән. Быйыл улар менән хеҙмәттәшлек итеүҙәренә биш йыл тула. Улар аша сауҙа комплекстарында, төрлө байрамдарҙа, парктарҙа сауҙа итеү мөмкинлеге бар. Интернет аша ла заказ бирәләр. Яҡын тирәләге ҡала-райондарҙан башлап Мәскәүгә тиклем киткән Римма бәйләгән матур уйынсыҡтар. Бөтә донъя фольклориадаһында  Америка, Черногориянан килгән ҡунаҡтар ҙа алған. Римма сирле балаларға үҙенең йөрәк йылыһын өләшеп, күҙ нурын түгеп бәйләгән уйынсыҡтарын бүләк итеп ҡыуандыра. Яңыраҡ социаль селтәрҙә бер ҡыҙҙы күреп, уға уйынсыҡ ебәргән. Дауаланыуға аҡса йыйған, эт-бесәйҙәр өсөн ярҙам кәрәккән осраҡтарҙа вайымһыҙ ҡала алмай.

—  Берәйһенә ярҙам кәрәк икән, аҙ ғына өлөш индерергә тырышам. Яҡшылыҡ эшләй алыуымдан күңелем үҫә, ҡанатланғандай тоям, — ти Римма. — Әлбиттә, күптәр мутлашыусылар тоҙағына ла эләгерһең тиҙәр. Ундайҙар барлығын да беләм. Әммә мохтаждарға ярҙам итәсәкмен.

Изгелекле ҡыҙ менән әсәһе мобилизацияланған ир-егеттәргә аҡса йыйыуҙа ла үҙ өлөшөн индергән. Үҙҙәре шәфҡәтле булғас, башҡалар ҙа уларға ярҙамсыл.

—  Күршеләребеҙ Юлай Килдейәров, Риф Сафин һәм Йәғәфәр Ишбирҙинға рәхмәтлебеҙ, йомош төшһә, берәй ҡайҙа барырға кәрәк булһа, бер ҡасан да баш тартмайҙар, — ти Зөлфирә Нурғәле ҡыҙы. — Асҡарҙан Айһылыу Хәмитова менән бергәләп йәрминкәләргә йөрөйбөҙ. Кеше араһында булыу, аралашыу күңел өсөн йыуаныс.

Бәйләү өсөн пряжаны Магнитогорск ҡалаһында магазиндан бер юлы күпләп алалар. Ул да осһоҙ түгел. Ҡупшы уйынсыҡ килеп сыҡһын өсөн күпме ваҡыт, тырышлыҡ та кәрәк.

—  Бәйләмгә тотоноу өсөн иң тәүҙә илһам кәрәк, яңы уйынсыҡтар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен алам. Киләсәктә үҙем дә шулай өйрәтергә ниәтләнәм, — ти Римма.

Хыялың бармы тигән һорауға әлбиттә, бар, тине. Инглиз телен ныҡлап өйрәнгеһе килә икән. Былай телде белә, хатта аралаша. Ырымбур иҡтисади колледжында ике йыл көндөҙгә бүлектә белем алған, бухгалтер-экономист һөнәре буйынса эш тәжрибәһе лә бар. Өфөлә программистҡа уҡыған.  Әйткәндәй, ҡыҙҙың социаль селтәрҙәрҙә дуҫтары бик күп. Өйҙә генә ултырмай ул, концерттарға йөрөй. «Руки Вверх» төркөмө солисы Сергей Жуковтың фанаткаһы. Ул бик ябай һәм шаян, ти. Йырсының Өфөләге бер концертын да ҡалдырмай, ул үҙе саҡыра, сығыш алдынан да һуңынан да аралашырға ваҡыт таба, бүләктәр бирә. Хәҙер яҡташыбыҙ Алһыуҙың концертына барғыһы килә. Уның менән дә  яҙыша,йырсы диск һәм футболка ебәргән.

— Әсәйемдең һәр ваҡыт миңә терәк булыуы, күңел торошомдо һәр саҡ аңлап ҡабул итеүенә рәхмәтлемен. Бәләкәй генә уңыштарымда уның миңә булған сикһеҙ һөйөүе ята, — ти Римма.

Тормошона үҙе йәм өргән, башҡаларға ярҙам итергә ынтылған ҡыҙҙың изгелеге күптәргә фәһем булыр, моғайын.

Динара Сафиуллина.

Сы4анаҡ: "Осҡон"

 

Автор:
Читайте нас в