Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ноябрь , 09:50

Бөгөн йырсы Илсур Тайсиндың байрамы!

– Бала саҡтан, ғаиләм ҙур була­саҡ, тип хыяллана торғайным. Алла­ға шөкөр, бөгөн ете бала ата­һымын.Әйткәндәй, бөгөн Илсурҙың тыуған көнө. Талант эйәһен ғүмер байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, бәхетле ғаилә тормошо, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Бөгөн йырсы Илсур Тайсиндың байрамы!
Бөгөн йырсы Илсур Тайсиндың байрамы!

 Һоҡланғыс талант эйәһе 

– Илсур, учалылар һеҙҙе “беҙҙеке” тип һөйләргә күнеккән. Ә ысынында ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан оло юлдың башы ҡайҙа барып тоташа?

– Эйе, ике тиҫтә йыл самаһы Учалыла йәшәгәс, мине күптәр шул төбәктән тип уйлай. Үҙем дә, Ейәнсурала тыуғанмын, Учалыла үҫтем, тип шаяртам ҡайһы саҡ.

Ысынында 1973 йылда Ейән­сура районының Сиреғол ауылында тыуғанмын, урта мәктәпте лә шунда тамамланым. Әсәйем ғүме­ре буйы интернатта – тәрбиәсе, атайым ауыл клубы директоры булды, шуға күрә бала саҡтан сәнғәт яҡын миңә. Биш бала буй еткерҙек – ике апайым, ике һеңлем бар. Бер бөртөк малай булғас, атайымдың һәр эштә лә уң ҡулы булдым. Хәйер, ауылда үҫкән һәр бала кеүек үк, ғаиләлә бөтәбеҙ ҙә бәләкәй саҡтан эшкә өйрәнеп буй еткерҙек. Алты йәштән бейергә, гармунда уйнарға өйрәндем, халыҡ йырҙарын башҡарырға әүәҫ инем. Ауылыбыҙҙың Чапаев исемендәге колхозында йыш ҡына үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары ойошторола торғайны, шунда ла әүҙем сығыш яһай инем.

Уртаса уҡыным. Мәктәптә тәртип шундай ине: кем насар уҡый, йырлап-бейеп сығыш яһау тыйыла. Йәнәһе, бының урынына дәрескә әҙерләнергә кәрәк. Яҡшы уҡыған, әммә һәләтһеҙҙәрҙең сәхнәгә сығып баҫыуына асыуым ҡабара торғай­ны. Ә миңә ярамай. Район үҙәгенә барып, концерт ҡуйып, бигерәк тә туңдырма ашап ҡайтыу үҙе бер шатлыҡ бит инде бала кеше өсөн. Белмәйем, бәлки, ошо тыйыуҙар миндә, киреһенсә, сәхнәгә тартылыуға этәргес булғандыр.

– Учалыға килеп эләгеү тарихы нисегерәк булды?

– VIII класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеп ҡараным, алманылар. Урта мәктәп­тән һуң йәнә барҙым, йәнә инә алманым.

Һуңынан белем алып, эшләп йөрөгәндә имтихан алған уҡытыу­сыларҙың береһе менән һөйлә­шергә насип итте. Ул миңә: “Ҡус­тым, һин дә бит хәҙер уҡытыусы. Аңлағанһыңдыр, имтихан ваҡы­тында ғына баланың ысын һәләтен күреүе ҡыйын”, – тине.

Ысынлап та, ҡайһы бер һәләт­леләр уҡырға инеп тә тырыш­лыҡ­тары етмәй йә башҡа сәбәптәр арҡаһында һайлаған уҡыу йортон тамамлай алмай. Ә икенселәрҙең бөтә ҡеүәте уҡый башлағас ҡына асыла. Быны мин һуңғараҡ аңланым.

Ул ваҡытта сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы тип аталған уҡыу йортоноң ҡурай класына инеү теләге менән Учалыға юл тоттом.

Әммә, ҡурайсылар һаны тулған, тынлы ҡоралдар буйынса тромбон класына алабыҙ, тип тәҡдим итте­ләр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тром­бондың ниндәй музыка ҡоралы булыуын күҙ алдына ла килтермәй инем. Уҡытыусы уйнап күрһәткәс кенә, яҡынса төҫмөрләнем. Кире ҡайтып китмәйһең бит инде, ризалаштым. Ике йыл шул йүнәлеш буйынса уҡыным, шул уҡ ваҡытта Мәүлит Ямалетдиновтан ҡурай дәрестәрен ала башланым. Икенсе курстан һуң ҡурай класына күстем. “Уралым” агитбригадаһында әүҙем ҡатнаштым. Өсөнсө курстан баш­ҡорт фольклоры бүлегендә Фәрзә­нә Фәтҡуллинаның вокал дәре­сендә аккомпаниатор булып эшләнем.

Училищены тамамлағас, шул уҡ уҡыу йортонда ҡурайҙан уҡыта башланым. Коллегаға әүерелгән уҡытыусыларым һәр башланғы­сымды хуплап, аңлап, кәңәштәре менән ярҙам итеп торҙо. Ситтән тороп З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамланым.

Уҡытыусылыҡ эше оҡшаһа ла, сәхнә үҙенә тартты, ҡалала филармония асылғас, шунда эшкә күстем. Был мәлдә мин пародия жанры менән ныҡлап мауыға башлағайным. Алты йыл филармонияла эшләү дәүерендә әллә күпме концерт ҡуйылды, пародиялар яһалды. Учалылар мине яратып, үҙенеке күреп ҡабул итте.

– Йырсы булараҡ ниндәй йырҙарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

– Тәү сиратта, халыҡ йырҙарын яратып башҡарам. “Азамат”, “Зәли­фәкәй”, “Томан”, “Буранбай” күңеле­мә яҡын. Әйткәндәй, һуңғы йыр ме­нән 2005 йылда Туймазы ҡала­һында үткән “Оҙон көй” төбәк-ара конкурсында Гран-при алдым. Эстрада йырҙарына килгәндә, тыуған яҡ, тормош асылы, мөхәб­бәт тураһындағылар күңелгә яҡын.

Башҡорт йырсыларынан иң хөрмәт иткән артисым – Абдулла Солтанов. Ҡурайҙа уйнап, уның менән күп тапҡыр бергә сығыш яһау бәхете тейгәнгә шатмын.

Эстрада йырсыларынан Рәсүл Ҡарабулатовтың, Ришат Төхвәтул­линдың, Фирҙүс Тямаевтың башҡарыуын юғары баһалайым. Рус эстрадаһынан Григорий Лепс, Стас Михайлов, Нәргиз Закирова ижады оҡшай.

– Пародия жанрына нисек килдегеҙәҫәрҙәрҙе үҙегеҙ уйлап табаһығыҙмы?

– Бала саҡтан шуҡ булдым, шулай ҙа был оҫталығым Учалыла эшләп йөрөгәндә ныҡлап асылды. Төрлө йырсыларҙың тауышын, сәхнәлә үҙен тотошон ҡабатлап, пародиялар тыуа. Ҡыҙыҡлыраҡ бул­һын өсөн һүҙҙәрен үҙгәртеп ебәрәм.

Билдәле йырсыларҙың үҙҙәренә генә хас, башҡаларҙыҡынан айырылып торған тауыш тембрҙары бар, шуға ла улар “йондоҙ” булып киткән. Ғөмүмән, халыҡ араһында танылмаған кешене ҡабатлап күрһәтеп булмай.

Айҙар Ғәлимов, Фидан Ғафаров, Салауат Фәтхетдинов – күп эстрада йондоҙҙарын пародияланым. Тик шаяртыуҙың да сиге була. Кеше шәхесенән, уның йәшәү рәүешенән көлөргә ярамай.

– Интернет селтәрендә, АҠШ боксеры Тайсон Башҡортос­тандағы ҡустылары Туйсин менән Тайсинға икеһенә бер “Феррари” бүләк иткән, тегеләре машина өсөн ирешеп-талашып бөткән, тигәнерәк шаяртыу йөрөй ине.

– Ысынлап та, фамилиямды бутаусылар күп. Мин үҙем иһә Аме­рикаға эшләргә барһам, Тайсон менән, Башҡортостанға ял итергә ҡайтһам, Туйсин менән бутайҙар, тип шаяртам. Шулай ҙа үҙем берәү генә, башҡаларға һис оҡшама­ғанмын.

– Гәзит уҡыусыларҙы шәхси тормошоғоҙ ҙа ҡыҙыҡһын­дыра­лыр. Мәғлүм булыуынса, һеҙ – күп балалы ғаилә баш­лығы...

– Бала саҡтан, ғаиләм ҙур була­саҡ, тип хыяллана торғайным. Алла­ға шөкөр, бөгөн ете бала ата­һымын. Оло улым Илгизәр Санкт-Петербург аграр университетын тамамлап, Учалыла эшләп йөрөй, икенсеһе – Айгизәр – БДУ студенты.

Бөгөн тормош иптәшем Нурзидә Нурислам ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләйбеҙ. Әмирәгә – туғыҙ, Биназирға – ете, Мәликәгә – дүрт, Ибраһимға – өс йәш, кинйәкәйебеҙ Әлимәгә бер генә ай әле. Һәр сабыйыбыҙҙы теләп, көтөп алдыҡ. Беҙҙең халыҡ өсөн ят булған мосолман исемдәрен күңелем төбөн­дә күптән һаҡлап йөрөткәйнем, ҡатыным менән кәңәшләшеп, шул исемдәрҙе ҡуштыҡ.

Өфө эргәһендәге Шамонин ауылында йәшәйбеҙ. Мул итеп баҡса үҫтерәбеҙ. Атай-әсәйем кеүек, үҙ балаларымды ла, тормошта юғалып ҡалмаһындар тип, хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерергә тырышам.

– Киләсәктә уларҙың сәнғәт юлын һайлауын теләр инегеҙ­ме?

– Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ­ҙың барыһының да йыр-моңға һәләт­тәре бар кеүек. Теләктәре булһа, һайлайҙар инде. Минеңсә, йыр-бейеүҙе хобби, шөғөл кеүек итеп ҡалдырып, бөгөн кәрәкле һөнәрҙе һайлаһалар, яҡшыраҡ булыр ине, тип уйлайым.

– Әлеге ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?

– Сәнғәттән айырылмайым. Бөгөн йыш ҡына тамада итеп саҡыралар. Йырлап, пародиялар ҡуйып, күңелле итеп туйҙар, юбилейҙар, башҡа саралар үткәрәм. Йырҙар яҙҙырам, үҙем дә бер нисә көй яҙҙым. Гастролдәрҙә сығыш яһайым. Әйткәндәй, йәш артистар араһында, Илсур Тайсин менән гастролдәрҙә бергә сығыш яһағандар популярға әйләнә, тигән шаяртыу йөрөй. Ысынлап та, Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдин, Алтынай Вәлитов, Йәмил Баймырҙин тамашасы һөйөүен яуланы.

Әлеге ваҡытта, билдәле сәбәп­тәр менән, мәҙәни саралар, халыҡ күп йыйылған тантаналар туҡта­тылғас, юғалып ҡалманым. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тиҙәр бит, мин етмеш беренсеһен – монтажсы һөнәрен үҙләштереп, Себер тарафтарына юлландым. Вахта ысулы менән Яңы Уренгой ҡалаһында хеҙмәт итәм. Эштән ҡайтҡас, сәнғәткә сумам, ижад менән шөғөлләнәм.

– Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһегеҙ?

– Рок стилендә йырҙар яҙырға, яңы клиптар сығарырға пландар бар. Яңы концерт программаһы менән гастролгә сығырға хыялланам. Уренгойҙа ла концерт ҡуйырға ине иҫәп.

– Гәзит уҡыусыларға нимәләр теләр инегеҙ?

– Әлбиттә, тәү сиратта бары­һына ла ныҡлы һаулыҡ теләйем. Бар донъяны хәүефкә һалған был бәләнең оҙаҡламай юҡ булырына инанам. Алла бойорһа, барыһы ла яйланыр.

Тормошта йырлап йәшәргә кә­рәк, тип уйлайым. Күптән раҫлан­ған: йырлау – организм өсөн ҙур дауа. Уның менән насар хис-тойғо­лар сыға, өҫтәүенә башҡарған саҡта барлыҡ тын алыу ағзаларына вибрация аша массаж яһала.

Оптимист булығыҙ, шаярығыҙ, шаяртығыҙ, был ығы-зығылы тор­мошҡа еңелерәк ҡарарға тырышы­ғыҙ. Һәр ауыр хәлдән дә сығып була, халыҡ телендә “йән биргәнгә йүн биргән” тигән әйтем юҡҡа йөрөмәй.

Гөлдәр Яҡшығолова.

Автор:Венер Исхаков

Архив. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в