Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ноябрь , 11:55

Хеҙмәттәре исемен мәңгеләштерҙе

Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда йөрәк өшөтөп бик иртә яҡты донъя менән хушлашҡан йәш ғалимә, фольклорсы,Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Гөлнар Уйылдан ҡыҙы Юлдыбаеваның хәтер кисәһе үтте. Кисәгә районыбыҙ мәктәп-гимназияларынан уҡыусылар, уҡытыусылар килде, Өфөнән фольклор буйынса ғалимдар, Гөлнарҙың коллегалары, уҡытыусылары,класташтары,туғандары, яҡындары ҡатнашты.

Хеҙмәттәре исемен мәңгеләштерҙе
Хеҙмәттәре исемен мәңгеләштерҙе

Гөлнар Юлдыбаева 1976 йылдың 28 декабрендә Башҡортостандың иң хозур һәм гүзәл төбәктәренең береһе һаналған Ғафури районының Сәйетбаба ауылында күп балалы Тәскирә менән Вилдан Юлдыбаевтарҙың ғаиләһендә бишенсе төпсөк бала булып донъяға килгән. 1994 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡырға инә, 1997 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренәсә лаборант-тикшеренеүсе вазифаһынан алып әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәргәсә үҫеп етте: университетты тамамлап, 2006 йылда Ҡазанда “Урал батыр” эпосының сюжеты һәм стиле” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы.

Фольклорсы ғалимдар араһында шундай хәҡиҡәт бар: берәүҙәр кабинетта ултырып эшләүселәр һәм бәғзеләр яланда фольклор йыйып тикшереүселәр. Гөлнар Юлдыбаева икенсе төргә ҡарай, тиһәк тә була, сөнки ул 2003 йылдан алып институтта йыл да ойош­торолған фольклор экспедицияларында даими ҡатнашты. Шул мәлдән алып бөгөнгәсә утыҙға яҡын экспедицияға барҙы, шуның туғыҙында етәксе булып эшләп өлгөрҙө. Бөгөн экспедициялар Рәсәй фундаменталь тикшереүҙәр фонды гранттары ярҙамында үткәрелеп килә, йәғни грант отоу эше үҙе лә ҙур көс һәм тырышлыҡ талап итә.

Гөлнар Вилдан ҡыҙының ҡул арты еңел булды, шунлыҡтан гранттарҙы ла отоу бәхетенә өлгәшә торғайны.

2000 йылдан алып һәммәһе егерменән ашыу яуланған гранттың туғыҙын етәкләне, эште шартына килтереп башҡарҙы. Экспедициялар иһә Башҡортостан райондарына ғына түгел, башҡорттарҙың күпләп йәшәгән ситтәге төбәктәргә лә ойошторола. Бындай ялан тикшереүҙәренең һөҙөмтәһе булып төрлө йылдарҙа теге йәки был район, төбәк фольклор материалдары тупланған йы­йынтыҡтар донъя күреп килеп, уларҙың алмаштырғыһыҙ төҙөүсеһе Гөлнар Юлдыбаева булды (“Төньяҡ Башҡортостан башҡорттарының бөгөнгө фольклоры” (2008), “Экспедиция материалдары: Балтас районы” (2008), “Һарытау һәм Һамар өлкәләре баш­ҡорттарының рухи байлығы” (2008), “Экспедиция материалдары: Силәбе баш­ҡорттары” (2012), “Мәҙәниәттәр диалогы: Ҡурған өлкәһе” (2019), “Мәҙәниәттәр диалогы: Пермь крайы” (2020). Унан тыш, үҙенең уңғанлығы һәм аралашыусан булыуы арҡаһында, уға халыҡ-ара фольклор экспедицияларында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе: 2012 йылда Алтайға һәм 2017-лә Хакас Республикаһына барҙы.

Гөлнар Юлдыбаеваның ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, ғилми тикшеренеүҙәре бихисап. Ул – 400-ҙән ашыу ғилми баҫма авторы, шул иҫәптән “Урал батыр” эпосының сюжеты һәм стиле” тигән монографияһы, Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) һәм РФ Мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаған, сит илдә цитаталанған (Скопус, ВебофСайнс) төрлө ғилми журналдарҙа, Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни конференциялары йыйынтыҡ­тарында донъя күргән бихисап мәҡәләләр авторы, 20-нән ашыу йыйынтыҡтар төҙөүсеһе.

Гөлнар Юлдыбаева “Урал батыр” эпосын ныҡлап өйрәнгән йәш ғалимә булды. Уның “Урал батыр” эпосының сюжеты һәм стиле” (Өфө, 2007) тигән китабы шул тикшере­неүҙәрҙең бәләкәй генә һөҙөмтәһе, тиергә мөмкин. Был китапта ул, эпик әҫәрҙе бығаса өйрәнгән ғалимдарҙың тикшеренеү һөҙөм­тәләрен дөйөмләштереп, иң әүәл эпос мотивын, сюжетын, образдар системаһын, стиль үҙенсәлектәрен анализлап, билдәле бер мөһим һығымталарға килгәйне. Архаик эпос менән мауығыуы уны РФА ӨФТҮ ғилми архивында һаҡланған, Мөхәмәтша Буран­ғолов тарафынан яҙып алынған һәм латин графикаһында машинкала баҫтырылып һаҡланған төп нөсхәнең факсимиль вер­сияһын тәүгеләрҙән булып нәшер итеүгә килтерҙе. Гөлнар Юлдыбаеваның был проекты 2014 йылда донъя күрҙе. Был ғалимдар өсөн практик яҡтан да бик уңайлы булып сыҡты. Билдәле булыуынса, М. Буранғолов ҡулы аҫтынан сыҡҡан нөсхә ҡат-ҡат ҡаралыу һөҙөмтәһендә, уның биттәре туҙып, йыртылып, бысранып бөткәйне. Хәҙер иһә, Гөлнар Юлдыбаеваның эшмәкәрлеге арҡаһында, эпостың оригиналы китап булып таралды, ғалимдарға ла эште еңелләштерҙе, Аллаға шөкөр! Был ғалимәнең үҙен түгел, ә башҡаларҙы, киләсәк быуынды хәстәрләүе хаҡында һөйләй, әлбиттә.

“Урал батыр” эпосының поэтик тәбиғәтен төрлө яҡлап тикшереп ҡарау ғалимәне асылда әҫәрҙең логик бәйләнеше иҫәпләнгән “Аҡбуҙат” эпосы, ниндәйҙер кимәлдә уртаҡ мотив һәм образдарын һаҡлаған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпик ҡомартҡыһының художестволы-эстетик, идея-тематик үҙенсә­лектәрен дә ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйыуға килтерҙе. Башҡорт милли үҙаңын, милли-мәҙәни, художестволы үҙенсәлеген, үҙенә бер башҡа булыуын асыҡлау ниәтенән ул төрки эпос донъяһына ла мөрәжәғәт итеүҙе дөрөҫ юл, ғилми-ғәмәли сара тип тапҡайны. Был фекерҙәрен айырым мәҡәләләрендә, сығыштарында сағылдырып өлгөрҙө. Бил­дәле төрки ғалимдарында хуплау һәм дәртләндереү тапты. Һәм бындай киңәй­телгән, тәрәнәйтелгән тикшеренеү докторлыҡ диссертацияһы рәүешендә күҙ алдына килеп баҫҡайны. Эйе, пландары ҙур ине, ижади офоҡтары киң ине...

Эйе, төрки ғалимдары араһына, төрки халыҡтары эпосы донъяһына Гөлнар Вилдан ҡыҙы ныҡлы һәм ихтыярлы аҙым менән баҫты. Халыҡ-ара конференцияларҙың ҡайһыһында ғына булмаһын, ул бөтә ерҙә лә үҙ кеше, дуҫ, фекерҙәш, коллегаға әйләнде. Рәсәй һәм яҡын сит ил республикалары ғалимдары менән тығыҙ бәйләнештә булып, шул бәйләнештәрҙе нығытҡанда ла ул үҙе тураһында уйламаны. Уның тырыш­лығы һәм киң күңелле, аралашыусан булыуы күптәребеҙҙе китаптарынан ғына танып белгән Т.О. Тадышыва (Алтай), Т.Г. Басангова (Ҡалмыҡстан), Н.С. Майнагашева (Хакасия), Т.А. Бакчиевым (Ҡырғыҙстан), Ж.С. Эшанҡолов (Үзбәкстан), А.А. Амбарцумян (Әрмәнстан) кеүек һәм башҡа ға­лимдар менән яҡынайтты, асыҡ аралашыуға юл асты. Гөлнар үҙе лә, бәлки, аҙағынаса аңлап та өлгөрмәгәндер башҡорт ғалимдары менән төрки донъяһы эпосын өйрәнеүсе фольклорсылар араһын бәйләп нығытҡан бер сылбырға әүерелгәнен.

Гөлнар Юлдыбаеваға төрки ғалимда­рының йомошо ла аҙ булманы: йә береһе кандидатлыҡ диссертацияһы авторефератына баһалама һорай, икенсеһе теге йәки был темаға арналған мәҡәл һәм әйтемдәрҙе таптыра, өсөнсөһө мәҡәләһен русса мөхәр­рирләп (күпселек сит республикаларҙа рус теле уҡытылмау сәбәпле, онотола бара) биреүҙе һорай йә мәҡәләһенә рецензия кәрәк. Эшҡыуар һәләтле берәү булһа, ул шул баһаламалар өсөн аҡса алып, бизнес ойошторор ине. Тик Гөлнар ғына түгел. Үҙе ҡырҡҡа ярылырҙай булып ултырһа ултырҙы, тик һәр береһенең үтенесен еренә еткереп эшләргә тырышты. Әгәр баһалама фән докторы исеменән кәрәк булһа, шул дәрәжәләге коллегаларын йәлеп итер ине. Әлбиттә, уға баш тартыусы ла, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтаныусы ла булманы, сөнки ул бит – Гөлнар! Һәр кемебеҙгә миһырбанлы, яҡты йөҙлө, кәрәк саҡта ярҙамын күрһәтергә, һуңғы күлдәген сисеп бирергә әҙер булған ошо кешегә нисек ярҙам итмәҫ кәрәк! Бар ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы ла бергә йырып сығырға өйрәндек, сөнки ул шундай булды.

Ул миңә грек мифологияһынан янып та яңынан көлдән яралған Феникс ҡошон хәтерләтте: тормош нисек кенә уны бәр­гесләмәһен, ниндәй генә хаслыҡтарға, хөсөттәргә осрамаһын, инде бөттөм, башымды ашанылар тигән хәлгә етмәһен, ул бер ҡасан да бирешмәне, башын юғары сөйөп, тура баҫып елдереп атлап китер ине лә, бер нәмә лә булмағандай, кабинетына, тәҙрә янындағы өҫтәле янына барып ултырыр ҙа, ең һыҙғанып, тағы ла нығыраҡ, тағы ла көслөрәк һәм шәберәк итеп эшләп алып китер ине. Ваҡытына ла ҡарамаҫ ине, иртәме-һуңмы, ҡайһы саҡ ашарға ла онотоп китеп эшләне. Ул сәмләнде һәм нығынды ғына, эшләргә һәр ваҡыт көс-ғәйрәт тапты, беҙгә лә йоҡторҙо шул сәмде. Уға ҡарап өлгө алдыҡ, уның артынан эйәрҙек.

Шундай әүҙем һәм камил эшмәкәрлек, әлбиттә, һөҙөмтәһеҙ булманы. Һуңғы йылдарҙа, ғәҙәттәгесә, грант, бүлек эштәре, экспедиция тикшеренеүҙәре менән бер рәттән, ҙур-ҙур күләмле “Башҡорт халыҡ ижады” күп томлы академик серияһына “Халыҡ им-томо”, “ХХ – ХХI б.б. яҙма­ларынан”, “Башҡорт халыҡ эпосы “Заятүләк менән Һыуһылыу” тигән томдар өҫтөндә эшләп, бүлеккә тапшырҙы. Былар Гөлнар Юлдыбаеваның әлеге экспедицияларҙа эшләүенең, оҙайлы эшмәкәрлегенең оло һөҙөмтәһе булып тора.

Гөлнар йәшәргә, эшләргә ашҡынды. Барыһына ла өлгөрөргә, бөтәһенә лә етергә, ярҙам ҡулы һонорға, этәргес көс бирергә ашҡынды. Ярһып йәшәне. Күңел ярһыуының сәбәбе үҙ балаларының булмауындамы, әллә фольклорсы булараҡ йыл һайын халыҡ ижадын бөртөкләп йыйып, аяҡтары менән ерҙе үлсәп, ер-һыуҙар кисеп-гиҙеп, өйҙә тормағанда, ире Руслан Әлтәповҡа һәр саҡ эргәһендә мөлдөрәп, һыйынып ҡына тора алмауындамы... Әммә ул эшенә тоғро ҡалды, хеҙмәтен һөйҙө, пландар ҡорҙо, иң әүәл докторлыҡ диссертацияһының осона сығыуҙы маҡсат иткәйне. Күрәһең, шуның менән йәшәне, бар эштәрен йырып сығып, еренә еткереп башҡарырға ынтылды, бәлки, ошо тырышлыҡ һәм ынтылыштар әлеге күңел ярһыуынан да килгәндер.

Гөлнар Юлдыбаева, ысын мәғәнәһендә, ярһып-күкрәп йәшәне һәм ярһып-күкрәп донъя менән дә хушлашты. Улай булырын бер кем дә күҙ алдына ла килтерә алмай ине: ул бит көслө ихтыярлы, рухы ныҡ һәм ғәйрәтле булды, сирҙе лә мотлаҡ, бөтәһенә үс итеп, еңеп сығыр кеүек ине. Күрәһең, был заман сиренә бер ни ҙә бер нисек тә ҡаршы тора алмай, барыһын да – көслөһөн дә, көсһөҙөн дә һыпырып ҡына алып бәрә бара. Әммә Гөлнарҙың шул тиклем ваҡытһыҙ китеп барыуы беҙҙе, яҡындарын, коллегаларын, дуҫтарын ғына шаҡ ҡатырманы, бөтә фән, төрки донъяһын тетрәтте, тәрән ҡайғыға һалды, ә башҡорт фольклористикаһының бәкәленә һуҡты. Әхмәт ағай Сөләймәнов аманат итеп тапшырған эпос темаһы ла уның китеүе менән етемһерәп ҡалды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә етемһерәп ҡалдыҡ...

Эйе, эпос донъяһына ныҡлы төшөнөп, уны төрлө яҡлап өйрәнгәйне Гөлнар һәм иң боронғоһо иҫәпләнгән “Урал батыр” эпосын үҙ тормошо тәғлимәте итеп һайлағайны. Мәҡәләнең башында килтерелгән эпиграф һүҙҙәр уның өсөн буш һүҙҙәр булманы: олоно оло итеп ихтирам күрһәтте, уларҙан кәңәш алып йәшәне, кесене кесе итеп хөрмәт итте, уларҙы өйрәтеп, эштәрендә кәңәштәр биреп торҙо, хаслыҡҡа, вәс-вәскә ҡолаҡ һалманы, иғтибар бирмәне, халыҡ ижадын йыйып, өйрәнеп, ғилми әйләнешкә индереп, кире халыҡҡа ҡайтарҙы. Ә уның хеҙмәттәре уның исемен мәңгеләштерҙе, үҙенә һәйкәл булды.

Нәркәс ХӨБӨТДИНОВА, ғалимә. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в