Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ноябрь , 13:40

“Театр – ул донъя...”

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Рус дәүләт драма театры актеры Артур Сафа улы ИШМӨХӘМӘТОВ бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Талантлы актерҙы байрамы менән тәбрикләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

“Театр – ул донъя...”
“Театр – ул донъя...”

Ер йөҙөндәге иң яҡшы драматургтарҙың береһе һаналған Уильям Шекспир, “донъя – ул театр”, тип яҙып ҡалдырған. Ысынлап та, театр – күп яҡлы, төрлө жанрлы, әллә күпме ҡатламлы илаһи, һоҡландырғыс һәм ғәжәйеп донъя ул. Ундағы һәр актер, режиссер – ошо ҙур, үҙенә ылыҡтырғыс ғаләмдең айырылғыһыҙ бер өлөшө.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Рус дәүләт драма театры актеры Артур Сафа улы ИШМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмәбеҙ ҙә ошо ҡабатланмаҫ сәнғәт донъяһы һәм башҡалар хаҡында.

– Артур Сафа улы, тәү башлап сәнғәт донъяһы менән ҡасан таныштығыҙ?

– Сибайҙа йәшәгән атайым Сафа Вафа улы оҫта бейей. Ул республикабыҙ, илебеҙ тамашасыларын ғына түгел, Германия хал­ҡын да таң ҡалдырған. Шуға ба­ла саҡтан Денис һәм Айнур ҡустыларым менән башҡорт бейеү­ҙәрен тыпырлатыу ҡанған һеңгән. Өҫтәүенә, өс малайҙың икеһенең сән­ғәт юлын һайлауы ла тиккә түгел. Ә беребеҙ иһә иҡтисадты үҙ итте.

Үҙемде “бәхетле булып үҫтем” тип әйтә алам, сөнки әсәйем, атайым, туғандарым һәр саҡ янымда терәк булды, ярҙам итте. Ә бына мәктәп йылдарында киләсәккә һөнәр һайлауға килгәндә, атайым: “Улым, сәнғәт юлын һайлаһаң, яҡ­шы­раҡ булыр ине”, – тигәйне. Бала саҡтан сәнғәтте һөйөп үҫкәс, тәүәк­кәлләнем, документтарымды З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына тапшырҙым.

– Беренсе тапҡыр спектаклдә ҡатнашыуығыҙҙы хәтерләй­һегеҙме?

– Минең ҡатнашлыҡтағы беренсе спектакль З. Исмәғилев исемен­дәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алған курстың диплом эше ине. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ай то­толған төндә” тигән трагедияһын ҡуйғайныҡ. Уны остазыбыҙ, профессор, театр режиссеры Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова сәхнәләш­тергәйне. Унда мин Яусығол ролен һынландырҙым.

Ғөмүмән, ниндәй ролдәрҙе башҡараһығыҙ?

– Сәхнәлә сағылдырған образдарым, ғәҙәттә, ғәҙеллек, дөрөҫлөк өсөн көрәшкән кешеләр. Уларҙы социаль ролдәр тип атайҙар. Миңә күбеһенсә ошондай ролдәрҙе уйнарға бирәләр. Мәҫәлән, “Үҙем яҙған яҙмыш” спектаклендәге Янһа­ры образы – тап шундай. “Ай то­толған төндә” трагедияһында Аҡйегет роле лә – ошо юҫыҡтағы геройҙарҙың береһе. Уны бик яратып уйнаным. Александр Остров­скийҙың “Ғәҙеллек – яҡшы, ә бәхет яҡшыраҡ” тигән классик комедия­һындағы туҡтауһыҙ дөрөҫлөк эҙләгән Платон Зыбкин да – шул социаль ролдәрҙең береһе.

Әлеге ваҡытта Александр Вам­пиловтың “Үткән йәй Чулимскиҙа” тигән спектаклендә Шаманов ролен сәхнәгә әҙерләйем. Ошо социаль ролдәр менән бер рәттән, кире образдарҙы башҡарыу ҙа оҡшай. Мәҫәлән, театрыбыҙҙа Евгений Шварцтың “Шәүлә” тигән әкиәт-пьесаһы бар ине. Унда ғалим Христиан-Теодорҙың шәүләһен – кире яғын – Теодор-Христиан ролен башҡарҙым. Мин уны үҙемсә “бәләкәй Гитлер” йәки яңы Гитлерҙың тыуыуы тип атағайным.

– Шулай ҙа ниндәй ҙур ролдәр хәтерегеҙҙә бигерәк тә уйылып ҡалды?

– Медицина институты студенты Владимир Бусыгин тигән үҙенсә­лекле образ. Ул – Александр Вампиловтың “Өлкән ул” тип исемләнгән пьесаһынан. Ә уны театрыбыҙҙа режиссер Олег Закир улы Ханов ҡуйғайны.

– Ошо сихри, үҙенә ылыҡ­тырғыс театр донъяһы хаҡын­дағы кисерештәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине...

– Яңы ғына уҡыуҙы тамамлаған һәм ҡулына диплом алған һәр йәш белгес үҙен иң яҡшы актер тип һа­най. Йәшермәйем: үҙем дә ошон­дайҙар иҫәбенән инем. Тик бына профессиональ театр сәхнәһендә беренсе тапҡыр сығыш яһағанда, халыҡ алдына сыҡҡанда юғалып ҡалдым һәм хатта тамашасы яғына ҡарарға ла ҡыйманым. Һуңынан шуны аңланым: студент саҡта ал­ған белемде әлегә тулыһынса фай­ҙалана белмәйбеҙ, ғүмеребеҙ буйына өйрәнәсәкбеҙ һәм тулы­лан­дырасаҡбыҙ икән. Шул саҡта ғына, актер үҫешкә ынтылған, тип һанала.

– Стәрлетамаҡта эшләүегеҙгә лә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте шикелле?

– Театр өлкәһендә эшләүемә 13 йыл булып китте. Стәрле­тамаҡта беҙҙе, юғары уҡыу йортон тамамлаған 18 белгесте, бик йылы ҡаршыланылар. Башта башҡорт театрында эшләнем. Унда ижад иткән осорҙа спектакль менән Төркиәгә лә барҙыҡ.

Ә Стәрлетамаҡ дәүләт рус театрына ҡасан күстегеҙ?

– Ҡала, республика күләмендәге төрлө сараларҙы башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыусы була торғайным. Бер ваҡыт мине рус театрының директоры күреп ҡалған һәм миңә үҙҙәренә күсергә тәҡдим итте. Шуға театрыбыҙ режиссеры Азат Йыһаншин менән кәңәш­ләшергә булдым. Ул: “Ҡустым, артабан үҫкең килһә, йәнең тартһа, бар”, – тине. Йөҙгә ҡарағанда ла универсаль төҫлөмөн. Атайым әйтмешләй, ысын башҡортмон. Бәлки, ошо ла тәьҫир иткәндер. Ҡатыным менән кәңәшләштем дә күсергә ҡарар иттек.

Һеҙҙә ниндәй спектаклдәр ҡуйыла?

– Тамашасыларҙың күңелендә ҡалырлыҡ ҡыҙыҡлы спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарырға тырышабыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Айгөл иле”, донъя классикаһынан Уильям Шекспирҙың “Макбет”ы, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы спектакл­дәр ҙә ҡуйыла. Шуныһы үҙенсә­лекле: бында балалар өсөн әкиәт­тәр ҙә сәхнәләштерелә, йәғни театрға һөйөү бала саҡтан тәрбиә­ләнә. Шулай итеп, улар үҫкәс, үҙҙәре беҙгә спектакль ҡарарға киләсәк.

– Артур Сафа улы, спектакл­дәрҙә уйнаған ролдәрегеҙҙән “Примадонна”лағы һеҙ башҡар­ған ҡатын роле бик үҙенсәлекле. Уны һынландырыу, тамашасыға еткереү ауыр булманымы?

– Был образды ижад итеү еңел, тип әйтә алмайым, әлбиттә. Бик үҙенсәлекле булды ул. Әммә иң ҡатмарлыһы бейек үксәлә йөрөү ине (көлә. – А.Н.). Өҫтәүенә, был спектаклдә бер генә ҡатын түгел, өс төрлө гүзәл зат вәкилен һын­ландырам. Унда ла туфлиҙарҙың төрлө үксәлеһен, хатта 12 санти­метрға тиклем бейеген кейергә тура килде. Кәләшем дә был пьесаны көлә-көлә ҡараны. Һигеҙ йыл ҡуйыла инде ул сәхнәлә.

– Ҡатынығыҙ ҙа сәнғәт кешеһе , ахыры...

– Гөлсөм Стәрлетамаҡ баш­ҡорт драма театрында рәссам булып эшләй. Әҙилә исемле ҡыҙыбыҙ бар. Улыбыҙ Ансарға – алты йәш.

– Балаларығыҙ ҙа, бәлки, сәхнә күренештәрендә күренеп ҡалалыр?


– Эйе, Әҙилә ҡыҙым биш-алты йәш тирәһендә Маугли булып уйнаны. Сәхнәлә үҙен бик ҡыйыу тотто былай. Улым Ансар ҙа сәхнәлә юғалып ҡалманы.

Ғаиләгеҙ менән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашаһығыҙ, хатта алдынғы урындарҙың береһен яулағанһығыҙ...


– Ғаиләм тормошомда иң мөһим урынды биләй. Әгәр бөгөн ниндәй­ҙер ҡаҙаныштарға өлгәшкәнмен икән, бында ҡатынымдың, ҡыҙым­дың һәм улымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар һәр саҡ мине аңлай, уй-ниәттәремде ҡеүәтләй һәм ижад өсөн илһам сығанағы булып тора.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынды яулағайныҡ. Был сарала ҡатнашыу тураһында тәҡдим булғас та, ҡайһы номинацияны һайларға, тип оҙаҡ ҡына уйлан­дыҡ. Уларҙың өсөһөндә лә үҙебеҙҙе һынау мөмкинлеге булды. Шулай итеп, бәйге комиссияһына видеоролик төшөрөп ебәрҙек һәм аҙаҡ бәйгенең ҡала этабына күсеүебеҙ хаҡында белдек. Республика күләмендә ҡатнашҡанда, визит карточкаһын әҙерләргә кәрәк ине. Унда нимә менән шөғөллә­не­үебеҙҙе, ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәргә иғтибар бүлеүебеҙҙе, балала­рыбыҙҙы нисек тәрбиәләүебеҙҙе, ғөмүмән, ғаилә тарихын, шәжә­рәбеҙҙе нисек һаҡлауыбыҙҙы, ни өсөн өлгөлө ғаилә исемен йөрөтөүебеҙҙе күрһәтергә тейеш инек. Әйткәндәй, атайым үҙе һәр йәһәттән беҙгә өлгө булып тора, ул шәжәрәбеҙҙе төҙөгән.

Был бәйгелә еңеүебеҙ көтөлмә­гән хәл булды. Уйлауымса, һәр ғаилә өлгөлө ул. Уларҙың бөтә­һенең дә ниндәйҙер яҡшы яҡтары бар һәм уларҙан өлгө алырға мөмкин. Әлбиттә, ошондай конкурстар йышыраҡ үткәрелһен ине.

– Балаларығыҙ хаҡында ла һөйләгеҙ әле...


– Ҡыҙым Әҙилә – III класс уҡыусыһы. Ул белем алырға тырыша, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. “Минең шәжәрәм” бәйгеһендә лә еңеп сыҡты. Хәҙер ошо быуын сылбырҙарын теҙеү уй-ниәте менән яна. Ансар әлегә бәләкәй.

Ҡатынығыҙ Гөлсөм милли биҙәүестәр эшләй икән...

– Рәссам булараҡ, ул халҡы­быҙҙың милли биҙәүестәрен, мәҫә­лән, ҡашмауҙы хасил итеү менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә, ул ошо нескәлектәрҙе балаларыбыҙға ла өйрәтә.

– Артур Сафа улы, тормо­шоғоҙҙа ауыр һынауҙарҙы үтеп, яҙмыш елдәренә бирешмәйенсә, сәхнәлә яратҡан ролдәрегеҙҙе башҡарыуығыҙ күптәрҙә һоҡланыу хисе уята...

– Йәшәйеш булғас, төрлө хәлдәр кисерергә тура килә шул. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ғүмеремдә иң ауыр мәлдәр, ауыр юғалтыуҙар булды: ғәзиз әсәйемдең яҡты донъянан китеүен ауыр кисерҙек. Иң өлкән улы булараҡ, миңә үҙемде тиҙерәк ҡулға алып, ғаиләм менән бәләкәй ҡустыларыма, атайыма терәк бу­лырға тейеш инем. Ошо сәбәпле, Сибайға ла ваҡытында күсенгәй­нек. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙ ҡулы кәрәк ине, шуға күрә ҡатыным Гөлсөм әсәйем өйҙә башҡарған эштәрҙе атҡарыуҙы дауам итте.

Тағы тормошҡа ҡарашымды үҙ­гәрткән бер мәл булды: авто­һә­лә­кәткә эләктем. Был хәлгә гастрол­дәрҙән ҡайтып килгәндә осраныҡ. Машинала ҡыҙым да бар ине. Беҙгә машинаға иҫерек килеш идара иткән егет килеп бәрелде. Шул ва­ҡытта бер айҙан ашыу дауаханала операциялар кисергәндә, аҙаҡ өйҙә ятҡанда, янымдағы иң яҡын кеше­ләрем терәк булды. “Киләсәктә ни­мә эшләргә? Театрҙа уйнай алырмынмы?” тигән һорау­ҙар менән борсолғанда: “Беҙ бөтә­беҙ ҙә бергә. Барыһын да еңәсәк­беҙ. Театрҙа артабан да уйная­саҡ­һың. Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, ғаиләбеҙ менән бергә алға атлаясаҡбыҙ”, – тип ҡатынымдың әйткән һүҙҙәре ҙур терәк-таянысҡа әйләнде.

Атайым да янымда ине. Ҡусты­ларым да, дуҫтарым да рухи йәһәт­тән ярҙам итте. Ошо хәлдән һуң аяҡҡа баҫҡас, тормошҡа ҡарашым ныҡ үҙгәрҙе. Әгәр ошо һәләкәткә тик­лем ғаиләмде ашатыу, кейен­дереү өсөн аҡса артынан үҙемде йәлләмәй йүгерһәм, хәҙер яйлап уйлана башланым. Ғаиләнән ныҡ айырылмаҫҡа, әммә матди йәһәт­тән дә уны тәьмин итергә, тигән уйҙа­мын. Балаларҙы яҡшы тәрбиә­ләргә кәрәк. Хәҙер малайым да үҫеп килә. Көн-төн эштә булып, малайым менән һирәк осрашһам, ул атай тәрбиәһен күрмәйенсә үҫһә, киләсәктә нисек булыр, тигән һорауҙар ныҡ борсой башланы, шуға хәҙер күберәк ғаиләм янындамын.

– Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар ҡораһығыҙ?

– Иң беренсе теләгем – бала­ларымдың яҡты киләсәген, ныҡлы аяҡҡа баҫыуын, бәхетле ғаилә ҡороуын күреү. Ошоларҙың бары­һына ла шаһит булып, яңғыҙым түгел, янымда һәр саҡ терәгем булған ҡатыным Гөлсөм менән бергә ҡыуаныу.

Ғаиләңдә барыһы ла яҡшы икән, яратҡан эшең дә ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Шул саҡта ғына сәхнәлә бүтән проблемалар һине борсомай, бар булмышың менән ролгә, спектаклгә бирелеп эшләйһең.

– Артур Сафа улы, ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

  •  
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в