Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь , 20:25

Ағайым Жәлил Сөләймәновтың оҫтаханаһында киске тамаша

Профессор  улына был исемде бөйөк ғалим, яҙыусы, тел белгесе Жәлил Кейекбаев хөрмәтенә ҡуша. 

Ағайым Жәлил Сөләймәновтың оҫтаханаһында киске тамаша
Ағайым Жәлил Сөләймәновтың оҫтаханаһында киске тамаша

"Билдәле башҡорт рәссамы - ағайым Жәлил Сөләймәновтың оҫтханаһында киске тамаша". Шулай тип яҙа билдәле ғалимә Нәркәс Хөбөтдинова (Сөләймәнова) үҙенең шәхси сәхифәһендә.  Әйткәндәй, был ике шәхес тә профессор, фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың балалары. Профессор  улына был исемде бөйөк ғалим, яҙыусы, тел белгесе Жәлил Кейекбаев хөрмәтенә ҡуша. 

"БР атҡаҙанған рәссамы Жәлил Әхмәт улы - бер йыл эсендә егерме биш һүрәт авторы. Һәм был һан артынан ҡыуыу түгел, ә - ижад, илһам маһирлығы ялҡыны.
Остаздың шәкерттәренә әйтер һүҙе лә, тәжрибәһе лә, оҫталығы ла бар. Уның төп тема һәм фәлсәфә йүнәләше саптар аттар, мөһәббәт Урал тауҙары һәм күккә олғашҡан йөҙйәшәр ҡарағастар, кешеләр, ҡоштар һәм халыҡ ижады, мифологиәһы, ваҡыт, дәүер, мәл, ғүмер, мөхәббәт хаҡында уйланыуҙар; оҫталыҡта яңы асыштар һәм йүнәлештәр. Камиллыҡтың сиктәре юҡ!
Ағайыма киләсәктә лә ошо маһирлыҡты ҡулынан ысҡындырмайынса, илһамланып, ижад итеп, беҙҙе ҡыуандырыуын теләйем", - Нәркәс Әхмәт ҡыҙы. 

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в