+22 °С
Ямғыр


Өфөлә "Юлдаш Хит - 2022" финал концерты үтте. Аталы-уллы Азамат һәм Арыҫлан Тимеровтарҙың сығышын халыҡ алҡыштарға күмде.
"Атайым менән бер сәхнәлә тороп, уның ижадындағы ауыр йырҙарының береһен башҡарыуыма бик шатмын!
Артабан эшләргә лә эшләргә, тик алға!" - тип яҙа улы Арыҫлан үҙенең сәхифәһендә. Арыҫланға 18 йәш. Бөгөн Өфө сәнғәт училищеһында йыр нескәлектәренә өйрәнә.
Фото: Бәйләнештә.