Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Ноябрь 2022, 19:50

Яратыуың менән быуаһың

Тоҡомдары ваҡсыл, нәфселеләр, күңел байлығы юҡ уларҙа, ихласлыҡтың семтеме лә тойолмай, эс керлелек, яһалмалыҡ ярылып ята, колхоздың бөтә техникаһы улар урамына күсте, йылмаяҡтар...

Яратыуың менән быуаһың

Яҡты ҡояшым һин, төндә айым

Терәгем һин, һулар һауам һин.

Тоғролоҡҡа анттар кәрәк түгел

Яратыуың менән быуаһың...

Заһира ошо йырҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән һайын күҙҙәренә йәш алып өҙгөләнеп көйләп йөрөй. Әле лә күңеле тулғанлыҡтан табаҡ-һауыттарын йыуып бөттө лә сығып солан ишеген келәһенә эләктереп инеп, төпкө бүлмәгә инеп ҡулына гармунын алды. Шундағы ултырғысҡа терәлеп ошо көйҙө һыҙҙырып уйнай башланы.

Был юлы гармунына үҙе ҡушылып йырламаны, тик йәнендәге бөтә һағыш, моң, әрнеү-һыҡрау, гармунға эйәреп тышҡа урғылды, әйләнде-өйөрөлдө, аҡтарылып ташты.Үҙе сығарҙы был көйҙө, һүҙҙәре лә үҙенеке, бер ҡағыҙға ла яҙылмаған, көйө ноталарға һалынмаған йырҙары күп уның. Бәләкәйҙән моңло-наҙлы үҫкәнлектән ата-әсәһе Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһенә уҡырға ебәрергә теләне, нескә билдәрен һығылдырып, оҙон сәстәрен елпетеп, тыпырҙатып дәртле бейегән Заһираның теләгенә ҡаршы төшмәнеләр.

Тик тәҡдирендә унда уҡырға тейешлеге яҙылмағандыр, бөтәһен дә аптыратып ауылдашы Фәниргә кейәүгә сыҡты.

Тәҙрә рамына ҡаты һуғып дөбөрҙәтеүгә өркөп-өҙөлөп наҙлы моң ҡурҡып ҡасты, тик таралырға өлгөрмәй ҡалғанғалыр, тар бүлмәлә ҡайҙа йәшенеп-юғалырға белмәй, Заһираға килеп һыйынды, уның күкрәгенә һырышты.

-Ниңә һаман оҙаҡлап ултыраһың артың шапайып, тағы гармуныңа йәбештеңме, онтай һуғырмын шуныңды башыңа кейҙергәнсе, ас ишекте, ниңә бикләнеп утыраһың, кемде тағы индереп уйнаш итәһең.

Йәһәтләп гармунын урынына ҡуйып япты ла, ишекте асырға юнәлде.Ашап-эсеп эшенә юлланған Фәнир атылып инеп өй эстәрен ҡараштыра, эҙләнә башланы, Заһира берәйһен ул юҡта индермәгәнме йәнәһе.

Бөтә тәне нығынған, күңеле таштай ҡатҡан Заһира өндәшмәне, көҙгө янына барып сәстәрен рәтләне, ирендәрен буяны.

-Асаһыңмы магазинеңде бөгөн, юҡмы, ана күпме кеше унда көтөп тора, ултыраһың артыңдан һыуың киткәнсе.

Ашыҡмай ғына эшкә йыйынып бөткәс, Заһира эшенә йүнәлде, артынан ҡысҡырып, минең менән машинала барырһың, тигән иренә боролоп та ҡараманы.

Үҙең эшенә китеп тә, магазин алдына кеше килгәнен күреп кире боролған иренә асыуланмай ҙа ул, үҙенең эш сәғәте әле етмәгәнен дә белә, тик күкрәгенә тулышҡан моңдоң ғазаплы иңрәүе йөрәген яндыра, йәнен әрнетә.Ситлектә бәргеләнгән ҡоштай, тулай ул моң, иреккә атлыға, һауаларҙа ирәүәнләп осаһы, нурға ҡойоноп яңғырағыһы килә.

Бер нисә йырҙар яҙһа ла ҡайһыныһы онотолдо, нота белмәгәнлектән хәтерендә үк юйылдылар, ҡунаҡта йырлағанын кемдер телефонына яҙҙырҙы, быныһы ғына ниңәлер тел осонда гел ҡабатлана.

Артынан килеп үҙ машинаһында эшенә юнәлгән Фәнир уға ҡарамай янынан елдереп үтеп китте.Заһира уның балалай үсегеп, енләнеп машинаһын ҡыуыуына көлөмһөрәп ҡуйҙы, уны үтеп киткәнсе генә шәпләнә, хәҙер боролошҡа еткәс яйлап барасаҡ, үҙен бойондороҡһоҙ ир икәнлеген күрһәткеһе килеүҙән ул был ҡыланышы.

-Эй Заһира апайымдың йөҙөнән йылмайыу китмәҫ мәңге, ҡыҙҙарға алыштырғыһыҙ ҡатынһың үҙең. Һаумыһығыҙ.

Күрше ауылдан килә был һатып алыусыһы, үҙҙәрендә һайлау мөмкинлеге булмауын, хаҡтары ла юғарыраҡ булыуын сәбәп итеүе.

-Көттөрҙөмө? Һаумыһығыҙ.

-Юҡсы, әле генә килеүебеҙ, төшкө аш мәле икәнлеген беләбеҙ ҙә.

Уларҙы оҙатҡас хәле бөткәндәй быуынһыҙланып ултырғысына сүгәләне, ололарға пенсия мәле түгел, магазингә килеүселәр һирәк.

...Стәрлетамаҡҡа уҡырға барасағын ишеткәс, Фәнир уға сат йәбеште, нисек тә уны ауылда ҡалдырыу сараһын күрҙе.Теле-телгә йоҡмай киләсәк хыялдарын һөйләне, уны яратыуын һайраны.Яҡшы егет ул, бүтәндәр һымаҡ эсеп-тартып йөрөмәй, маҡсатына ирешеүсән егет, тик Заһираның ғына уға күңеле ятмай.

-Һәр саҡ йылмайып, көлөп йөрөгән кешенең эсе боҙоҡ булыуы бар, аңғарып балам,- тине өләсәһе уларҙың осрашҡанын белеп.

- Аяғында ныҡ тора, бәхетле ҡатын булыр уға яҙмышын бәйләгән кеше- быныһы әсәһенең һығымтаһы.

-Тоҡомдары ваҡсыл, нәфселеләр, күңел байлығы юҡ уларҙа, ихласлыҡтың семтеме лә тойолмай, эс керлелек, яһалмалыҡ ярылып ята, колхоздың бөтә техникаһы улар урамына күсте, йылмаяҡтар...

Атаһы фатихаһы ошо булды, ҡурсаларға теләгәндер ҙә Заһираны, тик ҡаршы тора алманы, эш үткән ине.

Үҙенән ике йәшкә өлкән, әммә кәүҙәгә бәләкәй буйлы Фәниргә бирешермен тип һис башына килтермәне.Ғәҙәттәгесә һөйләшеп ултырҙылар обелиск янындағы ултырғыста, ҡапыл биленән эләктергән Фәнир уны ергә йыҡты, күпме ҡаршылашһа ла ҡатҡыл ҡулдарға ҡаршы тора алманы, ир үҙе теләгәнен ҡылды.Күлдәге бысыранып йыртылған, намыҫы тапалыуҙан үкһеп илаған Заһираны ташламаны, өйҙәренә ҡәҙәр оҙата килде, ошо йомала уҡ әйттерергә киләсәген белдереп йыуатты.

Бөтә хыялдары селпәрәмә килде Заһираның, ҡоҙалар әйттерергә килгәс, әсенеп кенә ризалығын бирҙе. Стәрлетамаҡҡа уҡырға бара алманы, күп тә үтмәй Фәнирҙән ауырға ҡалғайны, ҡәйнә йортонда гармунын ҡулына ла ала алманы, етеш тормошта йәшәргә теләһәң уйын-шағараҡ ҡороп ғүмер итмәйҙәр, был йорттағы яҙылмаған ҡанун.

Өйҙә берҙән-бер малай булараҡ атаһының бөтә бизнесы Фәниргә күсте, лайыҡлы алмашсы булараҡ үҫте, ҙурайҙы.Элекке колхоз баҫыуҙарында мул иген үҫтерҙеләр, мал үрсеттеләр, иҫәп-хисапты Заһира алып барҙы, зиһенле ҡатын эштең яйына тиҙ төшөндө.Ауыл халҡы эшле-ашлы булды, уларҙың гөрләп алға тәгәрәгән томошона күптәр көнләште.

Бик зауыҡлы өй төҙөнөләр, ике ҡыҙына башҡалала фатир алып бирҙеләр, быға Заһира үҙ исеменә асҡан сауҙа бизнесының өлөшө лә ҙур ине.Ауылдағы ике магазиненә тәүҙә һатыусы яллаһалар, балалары ҙурайып үҙ тормоштары менән йәшәй башлағас, ҡотһоҙланып ҡалған өйгә ингеһе килмәне Заһираның, һатыуға үҙе торҙо, машина йөрөтөүгә хоҡуғы булғанлыҡтан, тауарҙарҙы ла үҙе ташыны. Фәнирҙең дә эше гөрләп барҙы, хөкүмәт ер эше, малсылыҡ менән булышыусыларға ҙур субсидиялар бүлде, процентһыҙ кредиттар бирҙе.

Ниңәлер берегә алманылар улар икәү-ара, ситтән ҡарағанда бәхетле парҙар, һөйөклө әсәй, булдыҡлы атай.Заһираның гармунда уйнауына ла ҡырҡа ҡаршы булды Фәнир, йәнәһе был эшһеҙҙәрҙең эше, килем килтермәй.Үҙен яратмауын һиҙенеүҙән көнләшеп үҙәгенә үтте, һәр аралашҡан кешеһенән ҡатынының һөйәркәһен эҙләне.Һәр саҡ төрттөрөп һөйләшкән, әсе телле Фәнир уға бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәне, тик йәненә тыңғы ла бирмәне, һәр саҡ күҙәтеп, эргәһендә тоторға тырышты.

Быға Заһираның үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итеүе лә сәбәпсе булғандыр, тәүәккәл ҡатын иренең ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан магазин асты, уның мәшәҡәттәрен һәр саҡ үҙе атҡарҙы.Фәнир уны күпме күҙәтһә лә тура һүҙле, һәр кем менән ихлас аралашҡан Заһира уның ҡыҙғаныуынан ғына уйнашсы булып китмәне, әммә үҙен иркен, ғорур тотто.

-Мин һине инәлтер өсөн генә айырылырға уйламайым, әммә ундай ҡарар ҡабул итһәм, бер ваҡытта ла кире әйләнеп ҡайтмаясаҡмын-йәш саҡта уҡ сираттағы Фәнирҙең көнләшеүенә яуабы шул булды, ә уның тормошҡа ашыуынан Фәнир һәр саҡ ҡурҡып йәшәне, иреш-талашты ҙурға ебәрмәҫкә тырышты.

Белеп тә Аллаһым Фәниргә буй-һын, бәһлеүәндәй кәүҙә бирмәгән, һәр кемде ҡурҡытып-өркөтөп кенә торор ине, был йәшәй-йәшәй иренә ҡарата булған һығымтаһы Заһираның.

Үҙһүҙле Фәнир Заһираны гармун уйнауынан һәр саҡ тыйырға , уны мыҫҡыллап кәмһетергә тырышһа ла ҡатыны гамунынан айырылманы.Яңғыҙы ҡалғанда моңланып гармун уйнап йырлауын ишетеп, бер нисә тапҡыр гармунын балта менән сәрпәкләп онтаны, әммә Заһира онталғаны урынына шунда уҡ үҙе теләгән гармунды һатып алып ҡайтты.

Байрамдарҙа ауыл клубында үткәрелгән концерттарҙа ҡатнашыуынан һуң айҙар буйы үсегеп ҡатынына һүҙ ҡушмаған Фәниргә, ҡатынының иҫе китмәгәндер ҙә, бәлки аралашмауҙан үҙенә ял алғандыр.

Тальян гармун бәйгеһендә Заһира еңеүсе булғас Фәнир бөтөнләй үҙенә урын тапманы, сыҙамай ҡалала үҙенә күптән ышҡылған яңғыҙ ҡатынға барып күңелен бушатты.Ошоғаса юл һуҡҡанда осрашҡан ҡатынға күптән эҫенгәйне, тик Заһира һиҙенмәһен тип һипһенде.Яңғыҙ балаһын үҫтергән ҡатынға Фәнирҙең ҡул ярҙамы бик кәрәкле, себештәр алһа игенен килтереп ауҙара, ҡатыны юҡта тауарға килһә юлайҡан ашарҙарына ҡалдыра.

 

Яҡты ҡояшым һин, төндә айым

Терәгем һин, һулар һауам һин.

Тоғролоҡҡа анттар кәрәк түгел

Яратыуың менән быуаһың.

 

Һинән китһәм дә мин, йәр эҙләмәм

Никахыма тоғро ҡалырмын.

Көнләшеүең менән яра һалдың

Йырланмаған йырым бары һин.

 

Йәндәремде ярып ҡараһаң да

Күңелемдә һис бер ҡарам юҡ.

Яратыуың менән быуаһың һин

Ташлап китмәй һине сарам юҡ.

ҡараңғыла үҫкән гөлдәр кеүек

Һаман үреләмен яҡтыға.

Күҙҙәремдән бары йәштәр аға

Бәхет алып булмай аҡсаға.

Тәнендә йәне булған ҡатын ире ситкә йөрөүөн белмәй буламы, һиҙенде, тәүге осрашҡандарынан уҡ сит ҡатын еҫен тойҙо.Тик белдермәне, ғауға ҡуптарманы, кеше белмәһен тип кенә ҡурҡты, ояты ни тора.Һыр белдермәҫкә тырышып серәшеп йәшәү үҙенекен иттеме, әллә гел кеше араһында булыу сәбәпсе булдымы, тәүгеләрҙән булып ковид менән сирләне.Больницанан юнәлеп сыҡһа ла оҙаҡ ваҡыт хәлһеҙлектән, йөрәге тулауынан йонсоно, тирә-юненә битараф ҡалды.Уның бер эшкә лә ҡулы ятмауын күреп Фәнир уны ялҡаулыҡта ғәйепләне, төрлө ғәйептәр таҡты.Унан йәне биҙерәгән Заһираның сабырлығы төкәнде, ҡырҡа ҡарарға килеп ҡайҙалыр ҡасып ҡотолорға, айырылышырға ҡарар итте.

Башҡалала йәшәгән ҡыҙы исеменә йыйылған аҡсаһына магазин асты, эшен яйға һалһа ауылдағы ике магазинен ябып ҡалала үҙе исеменә асырға ниәтләне, ә Фәниргә бизнесын киңәйтеү кәрәклегенә һылтанды.

Уның ауырыуҙан һуң һурығып киткән йөҙөнә, һүлпән булмышына ихтибар итеп ҡыҙҙары башҡалала түләүле клиникала һаулығын тикшертергә кәңәш бирҙеләр.Табибтар үҙендә яман ауырыуҙың дүртенсе стадияға етеүен әйтеп, кисекмәҫтән операцияға ятырға кәрәклеген иҫкәрткәс, Заһира тәүҙә юғалып ҡалһа ла үҙен тиҙ ҡулға алды. Фәниргә лә, ҡыҙҙарына ла был турала һүҙ ҡатманы, ябай ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы, күп ҡатындар үҙ ғүмерендә быны күтәрәләр, була торған хәл тип аңлатты, туғандарына белдермәне.

Ауылға ҡайтып магазиндәргә ваҡытлыса тауар килтереп торорға Фәнир менән ныҡлап һөйләшкәс, ҡыҙҙарына барып, башҡалалағы яңы асҡан магазиндең эшен юлға һалыу ниәтен белдереп, кире үҙ аяғы менән ҡайтмаҫлыҡ юлға сыҡты.

Табибтар йөрәгенең наркозды күтәрә алыуына шикләнгәнлектән, тәүҙә ныҡлап дауалаһалар ҙа, наркоздан һуң ҡабат уяна алманы, ковид организмды эстән ҡыйратып өлгөргәйне ине, тик бер ковид кенә булды микән?

Гөлдәр әбей.

Фото: youla.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: