

1 декабрҙә Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева һәм уның тормош иптәше, композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Бәхти Ғайсиндың ижадына бағышланған «Ике аҡҡош» Бөтөн Рәсәй музыкаль конкурсының гала-концерты була.
Быйыл конкурс Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ булышлығында ойошторола. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә конкурс еңеүселәре һәм билдәле артистар сығыш яһай. Халыҡ артисы репертуарынан йырҙар һәм виртуоз музыканттың әҫәрҙәре яңғырай.
Концертта башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Лилиә Ишемйәрова, Рәфис Сирусин, Тимур Рамазанов, Алиса Йомағәлиева, Илдар Абдуллин, Дамира Сәйетова, Эльмир Ғәзизуллин, Филүс Ҡаһиров, Рөстәм Асаев, Айҙар Ғабдинов һәм башҡалар ҡатнаша.
Фото: "Башинформ"