Сәғәттән ашыу сират тороп алған билетын усы на ҡыҫып тотоп урамға сыҡҡас та, Ғәлим оҙаҡ ҡына майҙандағы ха лыҡты күҙәтеп торҙо. Ав товокзал майҙаны ҡыр мыҫҡа иләүе ме ни – мәж килә. Кемдәр генә юҡ бында... Ҙур-ҙур сумка биштәрҙәр аҫып алыҫ юлға йыйынған алыпһатарҙар ҙа, те гендә-бында күренгеләп ҡалған уҡыусы балалар ҙа түҙемһеҙлек менән ав тобус көтә. Ғәлим авто вокзалға инә торған үҙәк ишек алдында матур-ма тур этикеткалар йәбеш терелгән дүрткел йәшник артына баҫып, туңдырма һатып торған мәрйә ҡыҙына табан ыңғайланы. Алған туңдырмаларына алмаш-тилмәш ҡарап торҙо ла, тиҙерәк һыуһынын ҡандырыр өсөн береһен йәһәт кенә ашай ҙа башланы. Туңдырмаһын малайҙарса ялай-ялай яҡындағы буш эскәмйәгә барып ултырҙы.
– Нимә, улым, бөгөн йәнә ямғыр яуырмы?
Ғәлим өндәшкән ке шегә күҙ һалды. Өҫтөндәге ярайһы ғына иҫкергән күк пинжәге, аяғындағы ҡунысы киҫелгән резина итеге һәм таянған кәкре таяғы ла был ҡарттың төпкөл ауыл кешеһе икәнен күрһәтеп тора ине.
– Юҡ, олатай, яҡын араларҙа ямғыр вәғәҙә итмәйҙәр, шикелле. Һеҙ ҙә олатай Мәләүезгәме әллә?
– Юҡ, улым, алыҫыраҡ...
– Ҡайҙа?
– Аҡтүбәгә, улым.
Шул ваҡыт «Өфө – Ырымбур» маршруты буйынса автобустың вок залға килеп етеүен иғлан иттеләр. Улар һөйләшеүҙәренән туҡта лып, башҡа юлсылар менән бергә автобусҡа инеп үҙ урындарын алды лар. Ниһайәт, автобус Стәрле урамдары буйлап елдерә. Ғәлим менән ҡарт тәҙрәнән күҙҙәрен алмай ҡаланың матур лығына һоҡланып ҡарап барҙылар. Ҡаланы сыҡҡас, Ғәлим ҡарашын алыҫҡа төбәп уйға ҡалған ҡарттың тынлығын боҙоп:
– Олатай, Аҡтүбәлә кемегеҙ бар? – тип һора ны.
Ҡарт яуап бирергә ашыҡманы. Бер аҙ өнһөҙ барғас, тамағын ҡырып, яйлап ҡына һүҙ башланы:
– Улым, мин үҙем ҡумрыҡ табын ырыуынан Яҡуп атлы кеше булам. – Үҙен тыңлар кеше та былғанғамы, әллә эсе ту лы һағыш булғанғамы ҡарт йәнләнеп китеп һөйләргә кереште...
– ...Хәтеремдә, 1921 йыл дың ҡоро йылы, аслыҡ йылы. Әсәйем алабута нан бешергән һуңғы көлсәне ҡулыма тотто роп, арҡамдан һөйөп, илай-илай: «Ярай, ба лаҡайым, бар, үҙ йүнеңде үҙең күрерһең инде, Хоҙай насип итһә, бәлки, тере ҡалырһың... Минең башҡаса әмәлем ҡалма ны, бәхил бул, ба лаҡайым», – тип ауыл си тендә оҙатып ҡалғайны.
Ошо китеүемдән башҡаса әсәйемде лә, ауылым Аҡшишмәне лә ҡайтып күрергә тура килмәне... Егерме беренсе йыл иф рат ауыр булды шул, – тип һүҙен дауам итте ҡарт. – Аҡшишмәлә халыҡ күпләп ҡырылды, аслыҡтан шешенде, күрше Ҡыртүбә ауылында эт-бесәй ашау сылар ҙа булды, тип һөйләнеләр. Хатта, улым, ишеккә ҡағылған һыйыр тиреһен дә ҡалдырмай таң атҡансы киҫеп алып китә торғайнылар. Ә миңә инде яҙмыш үҙ һынауҙарын ҡуя торҙо. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тигәндәй, аслыҡ мине алыҫ Аҡтүбә далаларына алып килде. Өфө – Ырымбур юлында бер оло ылауға эләгеп, аҙна-ун көн йомошсо, ат тото усы булып барҙым. Ырымбурҙы уҙып ике көн барғас ылауҙағы хеҙмәтселәр мине дала юлында төшөрөп ҡал дырҙылар... Әммә донъя ла изгелекле кешеләр бар бит ул, балаҡайым. Мине, 11 йәшлек ас-яланғас малайҙы, ҡаҙаҡ байы Турлыбәк далала табып, үлемдән ҡурсалап алып ҡалды...
...Яҡын тирәлә Турлыбәк байҙы белмәгән кеше бик һирәк. Йылдың ҡоро килеүе уны ла ха фаға һалды. Күп халыҡ Турлыбәккә бурысҡа бат ты. Берәүҙәре ғаиләһен астан үлтермәҫ өсөн, көнө-төнө тамаҡ хаҡына бил бөктө. Икенселәре, йәндәрен һаҡлап ҡалыр өсөн, ҡаҙаҡ далаларын ҡалдырып, урманлы, тау лы Урал аръяғына юл ал ды. Быйылғы ҡоролоҡ йылында ярлы халыҡтың алған бурысын ҡайтарып биреүе икеле. Ямғырҙар булмау сәбәпле, сәселгән иген бураҙнала уҡ кибеп ҡороно. Тимәк, тибенлектәр булмаясаҡ, тигән һуҙ. Халыҡҡа ғына түгел мал-тыуарға ла ауыр буласаҡ быйыл. Ни сек итеп Турлыбәк йылҡыларын ҡышлатып сығарыр? Булған алтын-көмөштәрен йыйышты рып, ҡалған өс ҡуй һарығының береһен һуйҙырып, ул йөҙ саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы, тирә-яҡҡа даны таралған Нуралы байға юлланды. Алтын-көмөштәрен Нура лы байҙың былтыр аша тылмай ҡалған арыш һаламына алыштырырға ине уйы. Шунһыҙ 120 баш йылҡы малын ҡыш латып сығарыу мөмкин булмаясаҡ. Быйылғы йылды кем белә? Бәлки, һарай түбәләренә ябылған ҡамыш-курәндәрҙе лә ҡулла нырға тура килер әле... Турлыбәк ошондай уйҙар менән Нуралы байҙың утарына эңер төшкәс кенә килеп инде.
Нуралы бай
Турлыбәкте бик һөйөнөп ҡаршы алмаһа ла, алтын-көмөштәр тураһында һүҙ сыҡҡас, йөҙө асылып кит те. Сөнки, хәҙер илдә әллә нисә төрлө аҡса йөрөй, береһенең дә ҡәҙере юҡ. Шуға ла Ну ралы бай алтын-көмөш менән эш итеүҙе хуп күрә һәм ҡулай һанай. Алтын дың бер ваҡытта ла үҙ хаҡын юғалтмағанын яҡшы аңлай. Килтерелгән ҡуй ите менән ауыҙ итә-итә уларҙың һөйләшеүҙәре ҡымыҙ менән берегеп ҡуйҙы. Турлыбәк килтергән ал тын-көмөштәрен олоғара биш эҫкерт арыш һаламы менән бер эҫкерт урман бесәненә алмаштыра алды. Ул шат лығынан, Нуралы байға мал-тыуарын имен-аман ҡышлатып сығарһа, киләһе көҙ буш итмәҫкә вәғәҙәләр бирҙе. Тур лыбәк менән Нуралы бай ғәҙәт буйынса, күңел асыуҙы ҡымыҙ менән башлаһалар, көмөшкә менән бөтөрөр булдылар. Был юлы ла ғәҙәттәренән ситкә тайпылманылар. Таң атҡансы кәйеф-сафа ҡороп ултырҙылар ҙа төш ауғансы йоҡлап тән яҙҙырҙылар. Турлыбәк Нуралы байҙың өгөтләүенә ҡарамаҫтан, кисләтеп булһа ла ҡайтыр юлға сыҡты...
Ҡайтыр яҡҡа аттар еңел юрта. Турлыбәк арҡыс-торҡос уткән туҙанлы, урыны менән кибеп ярылған дала юлында аҙашмаҫ өсөн йыш-йыш алға ҡарап ала. Ярайһы уҡ юл үтелгәс, Турлыбәк алда ниндәйҙер ҡарасҡыны шәйләп алды. Кем булыр икән? Уның шикләнеүе артҡандан-ар та барҙы. Ул-был була ҡалһа тип, Турлыбәк би лендәге хәнйәрен ҡапшап ҡуйҙы. Ләкин алдағы ҡарасҡының оло кешегә оҡшамауы уны бер аҙ ты нысландырҙы.
Юл ситендә өҫтө-башы туҙған, яурынына биштәр аҫҡан 10–12 йәштәр самаһындағы ба ланы күргәс: “Эй, бала, син ҡай жаҡҡа жол тотасыңдыр?” – тине. Малай өндәшмәне, ләкин Тур лыбәккә күтәрелеп ҡарарға батырсылыҡ ит те.
– Саған атың кем булайт? – тине йәнә Тур лыбәк. Ҡола яланда яңғыҙы аҙашып ҡалған баланы Турлыбәк йәлләнеме, оҙон юлға яңғыҙы килеп ялыҡҡанғамы үҙе янына алырға булды. Яҡупҡа тарандасында урын күрһәтеп: “Бире кил!” – тип уны саҡырҙы.
Шулай итеп, аслыҡ ун өс йәшлек теремек Яҡуп ты алыҫ ҡаҙаҡ далалары на илтеп ташланы. Уның үҫмер йылдары, йәшлеге үҙен үлем тырнағынан ҡурсалап алып ҡалған ке шегә, Турлыбәк байға хеҙмәт итеп үтте. Байҙың башҡа ҡайһы бер хеҙмәтселәре шикелле ул оҙаҡ йоҡларға яратманы. Иртә торҙо, һуң ятты, уның күпселек ваҡыты далала йылҡы көтөп уҙҙы. Әлбиттә, Турлыбәк Яҡуптың тырыш хеҙмәтсе икәнлеген күрә килде. Шуға ла ул “ут бөрсәһенә” оҡшаған Яҡупты ҡулынан ысҡындырырға теләмәне. Яҡуп тың: “Бай әкә, ҡайтар ми не Уралыма”, – тип ялба рып һораған үтенесен һәр саҡ төрлө хәйләләр менән йылдан-йыл кисек терә килде. Турлыбәктең уйы, был сая башҡортто үҙенең ҡыҙы Фатимаға өйләндереп, уны ҡаҙаҡ ерлегендә төпләндереү ине. Хатта берҙән-бер көндө Турлыбәк: “Барлыҡ малым үҙеңә булыр, мин ҡартайҙым инде, минең Фатимамдан башҡа бер кемем дә юҡ, теләһәң ал уҙеңә кәләшлеккә”, – тип берҙән-бер ҡыҙын димләп тә ҡарағайны, Яҡуп ризалыҡ бирергә ашыҡманы. Сөнки ул үҙенең тыуған илен, ауылы Аҡшишмәһен, унда ҡалған яңғыҙ әсәһен бик тә һағына ине. Уның ғәзиз Уралына табан ағылған болоттарға ҡарап йөрәге әрней торғайны. Тыуған төйәгенә ҡайтыр өсөн, хатта Турлыбәк байҙың байлығынан да, уның ҡыҙы Фатиманан да баш тартты. Ҡомло да лаһына күнеккән Фатиманың Уралда, ә үҙенең ҡаҙаҡ илендә мәңгегә ҡалмаясағына ныҡлы ышанды.
1934 йылдың йәмле бөр кисендә Турлыбәк әкә ҡуй һуйҙырып, ҡаҙан аҫты. Тирә-йүндән ҡунаҡтар йыйҙы, хатта яҡын тирәгә даны та ралған думбырасы-аҡын Ҡаирбәкте лә саҡырғайны. Бына шунда инде Турлыбәк әкә бар лыҡ ҡунаҡтар алдында үҙен дәрәжәле тотоп:
– Йәмәғәт, бөгөнгө байрам – мәжлес һеҙҙең алдығыҙҙа ултырған истәк халҡының улы Яҡуп атлы әҙәмгә бағышланған булыр... – тине. – Ул миндә ете йылдан ашыу хеҙмәт итте, тәрбиәләнде, минең ихтирамды яуланы. Әйтергә кәрәк, мин дә үҙ балам кеүек яҡын күрҙем, ашаттым, эсерҙем, күңел йылыһы бирергә тырыш тым. Тик бына ул хәҙер тыуған иленә ҡайтырға йыйына. Мин уға ҡаршы килмәйем, уның тоғро хеҙмәте өсөн уға ике ат бүләк итәм, өйөрҙән үҙенә оҡшағандарын һайлап алһын... Барлы ҡунаҡтар алдында аҡын Турлыбәкте маҡтап, Яҡупҡа изге юл теләп думбыра сиртте.
Мәжлес-туй бик күңелле үтте.
...Төндө Яҡуп Фатима менән уҙғарҙы... Уларҙың был осрашыуы тәүгеһе түгел ине. Башлап улар ҡымыҙ бешкәндә йәйләүҙә осраша торғайнылар. Шуға ла Фатима Яҡупҡа эҫенеп өлгөргәйне. Яҡуп таң һарыһы беленер-беленмәҫ ике ат менән тыуған Башҡортостанына ҡайтыр юлға сыҡҡанда, Фатима, ят күҙҙәр күреп-нитеп ҡалмаһын тип, ситтән күҙәтеп, һығылып илай ине.
Ниһайәт, Яҡуп зыян-зәүрәтһеҙ тыуған төйәгенә яҡынлашты. Оҙайлы юл уны тамам биҙрәтте. Инде нисәнсе тәүлек атта һыбай килә. Әммә тыуған төйәген күреү теләге уның барлыҡ арығанлығын һыпырып ташлағандай итте.
Тыуған яҡ... Бына ниндәй хо зур икәнһең һин, торғаны ож мах... Яҡуп тыуған ауылын, Аҡшишмәне, офоҡта күргәс аты нан төшөп бер аҙ йәйәү килде. Сәскәләрҙең хуш еҫенә уның башы әйләнде, тирә-йүндә һайраған ҡоштар тауышы уның әллә ниндәй икенсе бер ят донъяға алып киттеме ни? Берсә тыуған төйәгенең гүзәллегенә һоҡланып, берсә атайсалына ҡайтып етеү шатлығынан уның түшәктәй ҡалын үләнгә ятып аунағыһы килде. Килгән юлынан ике-өс сажин ситкә тайпылды ла Яҡуп ғәҙәт буйынса аттары ның теҙгендәрен аяҡтарына бәйләп, салҡан ятып, күктә йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап күҙҙәрен йомдо...
Татлы хистәргә сумып, йоҡлап киткән Яҡуп, ҡапыл би релгән әмергә тертләп уянды.
– Тор, һин кем? Ни эшләп бында йоҡлап ятаһың?
Ҡаршыһындағы ике милици онерҙы күреп, Яҡуп:
– Мин ни, бына ауылыма ҡайтып киләм, Аҡшишмәгә.
– Нәмә, урландыҡ аттар менәнме?
– Юҡ, аттар минеке, уларҙы миңә Турлыбәк әкә бирҙе. Аҡ бәкәл менән Тура бейә – минең хәләл аттарым, – тип һөйләнә-һөйләнә тороп баҫты.
– Әйҙә, йыйын тиҙерәк, кит тек район үҙәгенә. Унда би рерҙәр һиңә Аҡ бәкәлде лә, Ту ра бәкәлде лә.
– Һуң, минең ауылым Аҡшишмә ана ғына ята бит, ҡайтып әсәйемде генә күреп китәйем, исмаһам, – тип ял барҙы егет. Ләкин уның ялбарыуына ҡолаҡ һалырға ла теләмәнеләр. Яҡупты ай-вайына ҡуймай район үҙәгенә алып кит теләр.
Ошо китеүҙән Яҡупҡа тыуған ауылы Аҡшишмәне ҡайтанан ҡайтып күрергә насип булманы. Әсәһен күреү хыялы ла селпәрәмә килде уның. Егерме йәше саҡ тулған егетте ат ур лауҙа ғәйепләп, нахаҡҡа, тикшереүһеҙ-ниһеҙ ете йылға төрмәгә оҙаттылар... Бәхетһеҙлек бер килһә яңғыҙ йөрөмәй тигәндәре лә раҫ килде. Яҡупты яҙмыш бер уңға, бер һулға ҡаты һынауҙарға ташланы. Бөтә илгә килгән ауыр һуғыш ғәрәсәте уны ла урап үтмәне. Билдәләнгән срогын тултырып та бөттө, уны һуғыштың иң ҡыҙыу урыны, Ленинград та муғына илтеп тә тыҡтылар. Пе хотала һуғышты ул, хатта штраф батальонында. Ә штраф-баттан ул саҡта тере сығыуы ай -һай ауыр ине. Алдан немецтар ата, арттан үҙебеҙҙекеләр... Ә ул сыҡты... Хоҙай һаҡлағандыр инде. Уға Ленинградтан алып Польша сигенә ҡәҙәре араны ҡыштың әсе буранында ла, йәйҙең эҫе селләһендә лә, ә көҙөн тубыҡтан бысраҡ кисеп йәйәү үтергә тура килде. Бигерәк тә һуңғы атака уның хәте рендә мәңгегә уйылып ҡалды. Снаряд ярсығы Яҡуптың йән еренә тейеп, ирлек һәләтенән мәңгелеккә мәхрүм итеп, уның бәхетһеҙлектәренә сираттағы нөктәһен ҡуйҙы. Әммә ярҙамға килгән шәфҡәт туташын Яҡуп аңын юйып барғанда ла ни өсөндөр алыҫта, йәшлегендә ҡалған ҡаҙаҡ ҡыҙы Фатимаға оҡшатты.
Өс айҙан артыҡ хәрби гос питалдә дауаланғандан һуң, Яҡуп тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайтты. Еңеүҙе ул йәмле Еҙем йылғаһының матур бер ҡултығында урынлашҡан Юлъятмаҫ ауылында ҡаршыла ны. Яҡын-тирәлә үҙенең матур тауышы менән күптәрҙе әсир иткән өс балалы тол ҡатынға өйгә инде. Мәрхәбә менән Яҡуп байтаҡ ғүмер бергә йәшәнеләр. Типһә тимер өҙөрҙәй ирҙең ул ваҡытта тол ҡатын Мәрхәбәгә ай-һай ярҙамы бик ҙур булды. Бынан ике йыл элек Мәрхәбә яҡты донъя менән хушлашҡас, Яҡуптың үгәй бала лары менән аралары бөтөнләй һыуынды. Ҡыҙы Сабираның кейәүгә сыҡҡаны бирле бер ҙә ҡайтмауы, һыуға төшкән кеүек юҡ булыуы Яҡупты үтә лә апты рашта ҡалдырҙы. Өҫтәүенә, үгәй улдары Зариф менән Ғарифтың ғаиләләрен ташлап ҡайтып, эсеп, донъя туҙҙырыуҙары уның йөрәген үртәне. Үгәй ма лайҙарының ҡыйырһытыуҙарына тамам түҙемлеге бөткәс, Яҡуп берҙән-бер көндө ишеген шарт латып ябып урамға сыҡты. Ки тергә... Алыҫ ҡаҙаҡ иленә, йәшлек мөхәббәте янына ки тергә тигән ныҡлы ҡарарға кил де ул. Уның теләгенә хатта тыш та биҙрәнән ҡойған шикелле шабырҙап яуған көслө ямғыр ҙа арҡыры төшә алманы. Батҡаҡлы ауыл урамынан бата-сума баҫыу юлына килеп сыҡҡансы уға бай таҡ аҙапланырға тура килде. Ҡаршыға һалҡын ел иҫә, бор саҡтай эре ямғыр тамсылары уның битенә бәрелеп, тәне буй лап төшөп, барлы-юҡлы кейе менә һеңеп, Яҡуптың былай ҙа ауыр аяҡтарына ауырлыҡ өҫтәп йонсотто. Баҫыу юлына килеп сыҡҡанда ямғыр тымып, көн бер аҙ асыла төштө. Ул нимәлер хәтерләгәндәй туҡтап ҡалды һәм күтәрелеп баҫыу эргәһенә килеп терәлгән урмандың елгә геүләп шаулаған уҫаҡ, ҡайын ағастарына күҙ ташланы. Әсе елгә урындарында йәбешеп ҡалырға көсө етмәгән яртылаш йәшел, яртылаш һары япраҡтар өҙөлөп ел ыңғайына ҡайҙалыр осоп китәләр. Тәбиғәттең һиҙелер-һиҙелмәҫ һарғылт йәшел төҫкә инеүе лә, ваҡыттың көҙгә таба ишара яһауы түгел микән? Әллә был Яҡуптың ғүмер көҙө микән? Ана бит япраҡтар ҙа уның кеүек ел ыңғайына осоп ҡайҙалыр китеп юғалалар. Яҡуп үҙе лә ошо ерҙә бер кемгә лә кәрәк булмаған уҫаҡ япрағы ши келле баш һуҡҡан яҡҡа оса түгелме?
Һуғыш яраларына би решмәй, Мәрхәбәнең балала рын үҫтерешәм, уларҙы аяҡҡа баҫтырам, илдә халыҡ бәхетле йәшәһен тип ошо ерҙәргә күпме әсе тирен түкте ул. Гел генә ашауҙы, эсеүҙе яратҡан, эште һөймәгән уның үгәй улдары Яҡуптың күпме көсөн һурҙылар, хәлен бөтөрҙөләр. Яҡуптың танауына ер өҫтөндә ятҡан тиҙәк еҫе бәрелде. Ул ошо тиҙәк өйөмдәренә нисектер сәйер төҫ менән ҡарап торҙо. Уға был мәғәнәһеҙ тормош һаҫыҡ тиҙәк еҫе, тарлыҡ, ҡомһоҙлоҡ, кеше яҙмышына битарафлыҡ, ашҡа таш менән атыусылар менән тулған кеүек тойолдо. Ошоларҙы уйлап уның төҫө ҡасҡайны, бите ҡарайып йәмһеҙ төҫкә кергәйне. Ә йөрәге кемдәндер ярҙам һорағандай, берсә һулҡылдап, берсә һыҙланып тибә лә тибә.
Мәрхәбә иҫән саҡта был тормошта уның таянысы бар ине. Өҫтө-башы йыуылып, та мағы туҡ булды. Киләсәккә лә ниндәйҙер ҙур өмөттәр бағлап йәшәнеләр улар. Кеше балала рын да үҙ балалары кеүек ярат ты Яҡуп. Уларға, атайҙан йәтим ҡалған балаларға, ата йылыһын йәлләмәне, йомарт өләште. Ма лайҙар үҫеп егет булдылар, хәрби хеҙмәткә лә барып ҡайт тылар. Беҙ өйләнергә теләйбеҙ тигәс, ҙур улы Ғариф менән ур тансы улы Зарифты башлы-күҙле итеү өсөн аҡсаһын да, ма лын да, көсөн дә ҡыҙғанманы. Улдары өйләнә торҙолар, яҡшы тормош, оҙон аҡса эҙләп Себергә китә торҙолар. Унда китеп тә, улар әллә ни эш ҡыйрата ал манылар. Себер ҙә бит ҡалын елкәле, эшһөйәр, тырыш ке шеләрҙе генә үҙ итә. Еңел-ел пегә өйрәнгән Зариф менән Ғариф ғаиләһен тарҡатып, эштәренән ҡыуылып ҡайтып төштөләр ҙә, тыныс ҡына яңғыҙы йәшәп ятҡан Яҡуптан аҡса таптырып, шау-шыу күтәрҙеләр. Улар Яҡуптан ки секмәҫтән йорттан сығып китеүен, һис юғында йорт хаҡын аҡсалата түләргә ҡушып ҡаты иҫкәрттеләр. Уларҙың йорт-ҡураға булған дәғүәләре, янауҙары, аҡса таптырыуҙары йыш ҡабатланды. Еңел юл менән байырға маташыусы үгәй улдарының әшәке ҡылыҡтары нан биҙгән Яҡуп, уларҙан тамам ваз кисеп, ауылдан сығып олаҡты.
Әлеге көндә ҡаҙаҡ ҡыҙы Фа тима, уның тәүге мөхәббәте, Яҡуптың күңелен ҡайтанан биләп алды ла, уны алыҫтағы яҡҡа саҡырҙы, төшөнкөлөккә бирелгән йөрәгендә кескәй генә өмөт сатҡылары тоҡандырҙы. Бөгөнгө ауыр, ғазаплы тормош та берҙән-бер өмөтө Фатима уны йылы тойғо, хәстәрле ҡараш, наҙлы күҙҙәре менән тартып үҙенә ымһындырҙы...
...Яҡуп ҡарттың әсенеп һөйләгәндәре Ғәлимде тетрән дерҙе. Уның мейеһен бер кеше яҙмышына күпме михнәттәр, ҡайғы-хәсрәттәр, тетрәнеүҙәр һыя аламы икән, тигән уй телеп үтте. Ошондай һәләкәттәрҙән, зинһар, Хоҙай үҙе ярлыҡаһын ин де тип ирекһеҙҙән уйлап ҡуйҙы. Мәләүездә “Өфө – Ырымбур” ав тобусына этешеп-төртөшөп тигәндәй кереп тулған пасса жирҙар үҙ урындарын алдылар. Улар араһында Яҡуп ҡарт та бар ине. Уның йөҙөндә бер килке Ғәлимгә ҡарата рәхмәт тойғоһон да, яҡшылыҡҡа изге лек менән яуап бирә алмауына үкенеү хистәрен дә уҡып була ине. Шулай булмай тағы: бөгөн көн оҙоно улар бергә, Стәрленән Мәләүезгә тиклем араны күптәнге таныштар ши келле туйғансы һөйләшеп кил деләр. Һөйләштеләр тип, бе реһе һөйләне, икенсеһе тыңла ны. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған ҡартҡа Ғәлим берсә һоҡланып, берсә ҡыҙғанып та ҡараны. Ошо йәшкә етеп, инде хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәгән, яңғыҙы ҡалған ҡартҡа Ғәлимдә ихтирам уянды. Шуға ла инде, һуңғы аҡсаһын ҡыҙғанмай был йәтим ҡартҡа Ырымбурға тиклем би лет, юлына аҙыҡ-түлек алып бирҙе.
Автобус водителе биргән сигнал Ғәлимде ҡапыл айнытып ебәрҙе. Күкһел төтөндәрен бөркөп ҡуҙғалып киткән автобус артынан моңһоуланып ҡарап ҡалды Ғәлим. Тап ошо мәлдә генәйөрәктәрҙе һыҡрандырып күктә, баш осонда осҡан торна ларҙың тауыштары ишетелде.
Күкте телеп сыңрай, һай, торнаҡай,
Ашығалыр көнгә-сығышҡа.
Сеңләүҙәре иңләй күк болотто,
Сыңрауҙары тулы һағышҡа.
Эйе... хуш, олатай, хуш, күп нужалар кисергән аҡһаҡал. Әммә Ғәлим Яҡуп ҡарттың Мәләүез юлында ошо фани донъя менән хушлашасағын белмәй ине. Башҡортостан яғынан осоп барған торна ларҙың тауыштары автобус са лонында мәңгегә йоҡоға талған Яҡуп ҡарт менән тыуған төйәктең һуңғы хушлашыу ауазы булып яңғыраны.
Йөрәк телеп сыңрай, һай, торнаҡай,
Айырылышыу ауыр, моғайын.
Төйәккәйҙәр булһын терәккәйҙәр,
Ҡош телендә өнһөҙ илайым.
Рәмил ҒИМРАНОВ.
Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.