Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
2 Декабря 2022, 04:35

Йырсының улы вафат булған

Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Йырсының улы вафат булғанЙырсының улы вафат булған
Йырсының улы вафат булған

Өфөлә  30 ноябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залы мөдире, администратор һәм уҡытыусы Эльдар Гәрәев ҡапыл вафат булған. Уға 36 ғына йәш ине. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итә. 

Эльдар — 1996 йылда 40 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡан билдәле башҡорт йырсыһы, Опера һәм балет театрының элекке директоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың улы.

Эльдар Радик улының коллегалары әйтеүенсә, уға инфаркт булған.

«Эльдар бик һәйбәт, изге күңелле кеше ине. Ошо ҡайғылы хәбәр барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Уның дүрт балаһы ҡалды», — тиҙәр мәрхүмдең коллегалары.

Эльдар Гәрәев менән бәхилләшеү сараһы, бөгөн  2 декабрҙә, була. Уны Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас