Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2022, 09:20

Был урынды беләһеңме?

Ауыҙын эшләп киткән балталы үткҽнсҽ был ҡарағастың индҽ бағаналыҡҡа өлгөргән икҽ сатаһын ҡырҡып алғандыр тип уйлайым.

Был урынды беләһеңме?Был урынды беләһеңме?
Был урынды беләһеңме?

Шайтан йөҙөнә оҡшаған был ҡарағас Әбйәлил районы Ҡырҙас урманында үҫә.Танау һәм күҙ урындары был ҡарағастың үҫә алмай ҡороп, һуңынан сҽрҽп тишҽлгән ботаҡ урындары. Кҽмдҽр был тәбиғәт тигән скульпторҙың эшҽн тамамлап ауыҙ урынын балта мҽнән сабып эшләгән.
Был мөғжизә шайтан кҽүҽк мифик затҡа оҡшап ултыра. Ауыҙын эшләп киткән балталы үткҽнсҽ был ҡарағастың индҽ бағаналыҡҡа өлгөргән икҽ сатаһын ҡырҡып алғандыр тип уйлайым. Был ҡырҡып алынған сата урындары шайтандың мөгөҙөнә оҡшап торалар. Ҡыҙыл китапҡа индҽрҽлгән ҡарағасты йыҡһаң, штрафы, һүҙҽнән ҡасып ошондай саталы ҡарағастың асаһын ҡырҡып алыу бҽҙҙҽң баштан үттҽ. Ағаста иҫән, бағаналыҡта бар!

Ә өсөнсө фотоно мин Оло Ҡыҙыл ярындағы Рысҡужа ауылының иҫкҽ урынындағы Өңгөр мәмҽрйәһҽ янында төшөрөп алдым. Был ҡарағаста ауыҙын ҙур асып ҡысҡырып ултырған мифик затҡа оҡшаған.Кискҽ эңҽрҙә ҡапыл күрһәң ҡотоң осор.

Закирйән МУСИН. 

Автор:
Читайте нас