

Йәш рәссам Альбина Илдар ҡыҙы Таҡалова Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән. Өфөләге 2-се педагогия колледжында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында һынлы сәнғәт серҙәренә төшөнә. Әлеге ваҡытта “Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе предприятиеһында әйҙәүсе рәссам. Талантлы рәссамдың эштәре республикала һәм ситтә ойошторолған төрлө күрҙәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Әйткәндәй, Альбина Илдар ҡыҙы “Шоңҡар” журналында донъя күргән әҫәрҙәрҙе үҙенең сағыу һүрәттәре менән йәнләндерә һәм 2022 йылда баҫманың лауреаты булды. Күптән түгел татар яҙыусыһы Рөстәм Ғәлиуллиндың башҡорт телендә сыҡҡан “Гипнозсы малай” китабын да Альбина Таҡалова биҙәне.
Фото: "Бәйләнештә"