+21 °С
Болотло


Элвин Грейҙың Себер яҡтарында бер нисә ҡалала уҙырға тейешле концерттары кисектерелгән. Был турала йырсы социаль селтәрҙә үҙе хәбәр итә. "Шулай килеп сыҡты, мин башҡа ерҙә кәрәк. Новосибирск, Барнаул, Кемерово, Красноярск, Томск, Ҡурған - беҙ һеҙгә бер ни тиклем һуңыраҡ киләсәкбеҙ. Барыһын да хәбәр итермен", - тигән Радик. Быға бер нисә кеше үҙ ҡарашын да белдергән. Имеш, әлеге заманда концерт, күңел асыу ҡайғыһы юҡ. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
Фото: соцселтәрҙә.