

Рәфис Ҡорбан билдәле татар шағиры, драматургы.
Тойғон
Эй, замандар! Өфөләрҙә минең
Тойғон атлы дуҫым бар ине.
Ҡазандарға килеп сыҡһа Тойғон,
Ҡазан урамдары тар ине.
Икебеҙ ҙә берлек рәйестәре,
Беребеҙ – башҡорт, беребеҙ – татарҙа.
Эй, пландар ҡороп ултырыуҙар,
Бергә осрашҡан саҡтарҙа!
Күп булманы беҙҙең аралашыу,
Барлы-юҡлы ике йыл бары.
Шул ике йыл булды был ғүмерҙең
Мәғәнәле үткән йылдары.
Шул йылдарҙа ҡабат яҡынайҙы
Татар менән башҡорт араһы.
Тойғон менән йөрөгән убаларға
Эх, тағы бер килә бараһы!
Татар менән башҡорт – ике туған!
Кем айыра беҙҙе, кем бүлә?!
Беҙҙең кеүек ике ҡәрҙәш ҡәүем
Бармы икән ул тағы, кем белә!
Уйламай ҙа инек Тойғон менән –
Кем башҡорт та, татар ҡайһыбыҙ.
Аралағы дуҫлыҡ күперҙәрен
Нығытыуҙа ине ҡайғыбыҙ.
Заманында беҙҙең аҡһакалдар
(Шаҡтай улар, һанап ҡараһаң)
Ике ауыл араһылай күргән
Ҡазан менән Өфө араһын.
Туфан, Ҡудаш, Сибғәт, Назар, Мостай;
Марат, Шәүкәт, Илдар – йәштәрҙән,
Бер халыҡтың шағирҙары кеүек,
Бер туғандар кеүек йәшәгән.
Ҡайҙа хәҙер шундай йөрөшөүҙәр,
Ултырыуҙар бергә йырлашып?
Нимә етә башҡорт балын ҡабып,
Ултырыуға тамаҡ сылатып?!
Һағындыра Тойғон, һағындыра.
Күңелкәйе уның киң ине.
Беҙҙең дуҫлыҡ татар менән башҡорт
Дуҫлығына тамам тиң ине!
Эй, замандар! Өфөләрҙә минең
Тойғон атлы дуҫым бар ине.
Өфөләргә барып сыҡһам, беҙгә
Өфө урамдары тар ине!
3 апрель, 2021.
Тартай
Тартай теленән табыр.
Мәҡәл.
Тыуған яҡ, болон-ҡырҙарың,
Һыуҙарың мине тарта.
Ҡайт, һинең йырың бында тип
Ҡысҡыра ҡырҙа тартай.
Ҡырҙарҙа тартай ҡысҡыра.
Ҡысҡырыу – уның йыры.
Йырсыһы итеп йәшәтә
Тартайҙы иген ҡыры.
“Тартай теленән табыр”, – тип,
Тапҡыр һүҙ әйткән татар.
Тик тормай минең дә телем,
Мин дә, ахыры, тартай.
Тыуған яҡта ҡырға сыҡһам,
Йырын тыңлайым тартайҙың.
Мин – бер тартайың, тыуған яҡ.
Мин – тартайы татарҙың.
22.09.13.
* * *
Шағирҙар – тел һаҡсылары, имеш.
Кемгә кәрәк һинең шиғырың?
Эшҡыуарҙар хәҙер майҙан тота,
Аҡса ҡыуып һыҙа ғүмерен.
Милләтең дә кәрәк түгел уға,
Мөһим түгел уға динең дә.
Ауылына ҡайтып мәсет һала,
Доға ҡыла кафыр телендә.
Иван менән рифмалаша Иман,
Бөтөп бара телдең ҡәҙере.
Шағирлығың һинең кемгә хәжәт,
Булмағанда шиғыр әжере.
Тик яңылышам буғай, шағир дуҫым,
Донъя тынғас һуңғы туйҙан һуң,
Бар шул әле һинең шиғыр менән
Ҡәбер ташын яҙып ҡуяһың.
03.03.15.
Пантеон
“Үлгәндәрҙең – ҡәберен,
иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел!”
Шәүкәт Ғәлиев.
Мин Бакула күреп ҡайттым быйыл
Пантеонда ғорур һәйкәлдәр.
Майҙандарҙа йөрөгән кеүек булдым.
Зыярат ҡына юҡһа... Әй хәлдәр!..
Ҙурлай белә нисек Азербайжан
Шәхестәрен – бөйөк улдарын!
Мазары уҡ – ожмах баҡсаһындай!
Күрмәй китмә, төшһә юлдарың.
Нисек кеше бөйөк булмаһын ти:
Йәннәттәргә барып керәһең.
Иҫән саҡта белеп йәшәһең дә,
Үлгәс шундай хөрмәт күрәһең!
Мазарстан тыныс йоҡлаһын тип,
Һаҡҡа гүйә баҫҡан һәйкәлдәр.
Ҡәберҙәргә генә һыямы ни
Улар ҡылған бөйөк ғәмәлдәр!
Килеп баҫты шунда күҙ алдыма
Ҡазандағы татар зыяраты.
Ҡыҫылып тар ҡәбер эстәрендә
Ята күпме татар ир-аты!
Нисек бөйөк була алһын кеше,
Тар ҡәбергә кереп ятырын
Фанилыҡта белеп йәшәһен дә...
Эх, татарым, меҫкен татарым...
Мин Бакула йөрөнөм пантеонда.
Һөйләр өсөн етмәй һүҙҙәрем.
Күптән донъя кискән бөйөктәрҙең
Күргән кеүек булдым үҙҙәрен.
“Үлгәндәрҙең – ҡәберен, иҫәндәрҙең
Ҡәҙерен бел!” тип дөрөҫ әйткәндәр.
Әрүахтарҙы түгел, иҫәндәрҙең
Бөйөклөгөн һаҡлай һәйкәлдәр!
02.03.15.