

...Сәхнәлә төрлө йәштәге ир-егеттәрҙән торған гармунсылар ансамбле сығыш яһай. Улар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ гармунсы ла бар. Ул – ошо ансамблдең ойоштороусыһы һәм етәксеһе Гөлфиә Хәләфетдинова.
Егеттәрҙе туплап...
Хәйбулла район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Ҡайтауаз” гармунсылар ансамбле 2018 йылда төҙөлә. Элегерәк һәр ауылда гармунсылар өй һайын булһа, хәҙер улар бармаҡ менән һанарлыҡ. Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙы, гармунсыларҙы бергә йыйып, бик шәп ансамбль ойоштороу теләге менән күптән яна, әммә хыялды тормошҡа ашырыу еңелдән булмай. Беренсенән, гармунсыларҙы һәр ауылдан эҙләү мең мәшәҡәт тыуҙырһа, уларға гармун табыу икеләтә ауырға төшә. Әммә һәр саҡ маҡсатына өлгәшкән, үҙе лә гармунда өҙҙөрөп уйнаған Һаҡмар һылыуы юғалып ҡалмай: юлын да таба, тиҙ арала егеттәрҙән генә торған бынамын тигән гармунсылар ансамбле ойоштороп, сәхнәгә сығара.
– Районда гармунсылар күп түгел, шуға күрә һәр ауылда гармунда уйнаған, уның моңона битараф булмаған ағайҙарҙы табыуы ҡыйын булманы. Тәүҙәрәк ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килеп ҡараны, әммә улар оҙаҡ сыҙаманы. Уйлаштыҡ та ир-егеттәрҙән генә торған ансамбль төҙөргә ҡарар иттек. “Ҡайтауаз” тигән исемде әсәйем тәҡдим итте, барыһы ла риза булғас, ошо исемгә туҡталдыҡ, – ти Гөлфиә Хәләфетдинова.
Гармун – халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдарының береһе. Башҡортостандың һәр төбәгендә элек-электән киске уйындарҙа, һабантуйҙарҙа, байрам сараларында гармун тауышы яңғыраған. Һәр ауылдың үҙенә генә хас билдәле гармунсылары булған. Ҡунаҡ һәм туйҙарҙа оҫта гармунсыларға хөрмәт күрһәтелеп, уларға алдан уҡ сират теҙелгән. Ауыл кистәрен гармунһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмаған, клубта, мәктәптә гармундар ултырған, теләгән һәр кем был музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа, шағир әйтмешләй, күп ауылдарҙа “телһеҙ ҡалған гармундар...”
Әммә гармунсының йөрәк моңдарын баҫыр, гармунсы күңелен йүгәнләр әйбер юҡтыр. Ул ҡулына гармунын бер тотҡан икән, уны ул ғүмере буйы ташламаясаҡ. Һәм шулай була ла. Ансамбль ағзаларының күптәренең йәшәү рәүеше һәм булмышы ошо гармун моңоно бәйләнгән, берсә өҙҙөрөп, берсә һағышланып уйнаған сығыштарына ҡарап һоҡланып та, ғорурланып та ҡуяһың!
Ә бит быларҙың барыһын да нескә күңелле, күңелендә йыр-моң йөрөткән нәзәкәтле бер ҡатын-ҡыҙ ойошторған, тип һис кенә лә әйтеп булмай. Бер иштән аҡ күлдәктә, ҡара салбарҙа, ялтырап торған туфлиҙар кейеп, сәхнәлә гармун күректәре менән бер иш балҡып киткән ир-аттар янында яурынына гармунын аҫып, гүзәл заттың өҙҙөрөп уйнауына нисек аптырамайһың да нисек һоҡланмайһың?!
Ә бит төркөмгә төрлө характерлы, төрлө урында эшләгән, хаҡлы ялда булған оло йәштәгеләр ҙә, эшләп йөрөгән йәштәр ҙә йыйылған. Уларҙың һәр береһенә айырым иғтибар, талап һәм ҡараш кәрәк. Һәр береһенең үҙ гармуны, моңо, уйнау стиле бар. Шуларҙың барыһын бергә туплап, бер кәрәҙгә бал йыйған бал ҡорттары кеүек әҙерләү, төрлө көйҙәрҙе өйрәнеү, сәхнәгә сығыу, улай ғына түгел, район, төбәк-ара, республика конкурстарында ҡатнашыу, призлы урындар яулау тап етәксенең оҫта ойоштороу һәләтенән килә.
“Ҡайтауаз”ға гармундар кәрәк
– Үҙем мәҙәниәт бүлегендә эш башлағас, күп концерттарҙа “йәнле оркестр” булып сығыш яһарға тура килә. Шул уҡ ваҡытта үҙем йырлайым да, көйҙәр ҙә яҙам. Гармун менән сәхнәгә сыҡһам, тамашасылар йылы ҡабул итә, көслө алҡыштарға күмеп, ҡайтанан сығыш яһауымды йыш һорай. Шул ваҡытта, ниңә гармунсылар ансамбле төҙөп ҡарамаҫҡа, тигән уй килде. Минең ҡумыҙсылар ансамблем дә бар. Бөгөн “Ҡайтауаз”да тиҫтәнән ашыу кеше шөғөлләнә, тағы ла теләүселәр бар. Гармунды популярлаштырыу, быуындан-быуынға талантлы гармунсыларҙың бәйләнешен дауам итеү маҡсатында ойошторолған ансамбль төрлө конкурстарҙа еңеү яулай, гармунсыларыбыҙ үҙҙәре, “Тальян-гармун” республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Быйыл “Ҡайтауаз”дың ҙур концертын үткәрергә уй бар, гармунсыларымдың дәртле көй-моңон тағы ла ишетерҙәр әле, – тип йылмайҙы Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙы.
Ансамбль ағзаларына килгәндә, уларҙың иң олоһона – 71 йәш. Нәзиф Ишемғолов сығышы менән Аҡъюл ауылынан. Әле Аҡъярҙа йәшәй, хаҡлы ялда.
– Райондың урман ауылы яҡтары дәртле, талантлы булыуҙары менән айырылып тора, – тип һүҙ башланы Нәзиф Харис улы. – Беҙҙең ауылда ла өй беренсә гармун уйнаған кеше күп булды. Мин дә, дуҫым Сәғиткә эйәреп, 4-се класта гармун тартырға өйрәндем. 1966 йылда Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатына уҡырға барҙым. Айрат Ҡобағошовтың ансамбленә йөрөнөм, баянда уйнарға өйрәндем. Каникул ваҡытында ауылға ҡайтҡанда, һыйыр көтөүе көткән мәлдә Эсәкле йылғаһы буйында ҡурай үҫкәнен күреп, уны ҡырҡып алып, тишектәр яһап, һыҙғырырға өйрәндем. Артабан ҡурай уйнап, ҡурайсылар бәйгеһендә ҡатнаштым. Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар исемендәге ҡурай конкурстарында призлы урындар алдым. Гөлфиә һеңлекәш гармунсылар ансамбленә саҡырғас, дәртләнеп килдем. Бер-беребеҙҙән өйрәнеп, яңы көйҙәр өҫтөндә эшләйбеҙ, онотола барғандарын хәтергә төшөрөп алабыҙ. Ун йәшлек ейәнем Вилдан да гармун уйнай, әле уға ла төрлө көйҙәр өйрәтәм.
Сығышы менән Йылайыр районының Һабыр ауылынан Даян Иҙелбаев гармун тартырға бишенсе кластан өйрәнгән. “Өйҙә лә, мәктәптә лә гармун ултыра торғайны. Нисектер ҡулыма алып, үҙемдән үҙем өйрәндем”, – тип хәтерләй Даян Ғәлиаслан улы.
Артабан ул Юлдыбай ауылының һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Тап студент саҡтарында ныҡлап гармун уйнарға тотона, күрәһең, гармун уйнаған егеттәр ул ваҡытта “иң текә” егет тип иҫәпләнгән. Бейеү көйҙәрен оҫта башҡарған Даян Иҙелбаев әле лә ансамблдең бер биҙәге.
Атингән ауылы гармунсыһы Ишбирҙе Азаматовҡа 70 йәш. Ошо ауылдың ветерандар советы рәйесе Ишбирҙе Ишкилде улы һәр мәҙәни сарала ҡулынан гармунын төшөрмәй. Ҡатыны Гөлнаһар ҙа сәнғәтте үҙ итә, матур итеп йырлай. Уларҙың ғаилә сығыштарын яҡташтары ғына түгел, районда ла һәр саҡ көтөп алалар.
Әйткәндәй, районда Бикйән Шәйәхмәтов исемендәге гармунсылар конкурсы үтә. Былтыр ул Подольск ауылында ойошторолған һәм унда Ишбирҙе Азаматов икенсе урынды яулаған. Үҙе уйнап, үҙе йырлаған гармунсылар бик һирәк, шуға күрә Атингән гармунсыһының сығышы һәр ерҙә көслө алҡыштарға күмелә.
– Ансамблгә йөрөүселәрҙең һәр береһе үҙенең гармуны менән килә, шуға күрә төрлө гармундарҙың тауышы ла төрлөсә. Был уйнағанда бик ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Район етәкселеге һәм мәҙәниәт бүлеге ярҙамында “Ҡайтауаз” ансамбле өсөн бер үк тауышлы гармундар алыуға өлгәшһәк, беҙ бик шат булыр инек, – тигән теләк тә белдерҙе ул.
Өйрәнергә теләүсеһе табылыр
Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында тыуып үҫкән Ғәлиән Билалов әле “Газпром” йәмғиәтендә эшләй. Баянда, гармунда, тальян гармунында өҙҙөрөп уйнай.
– Бәләкәйҙән профессиональ баянсы булырға хыялландым, әммә Сибай институтына уҡырға ингәндә, музыка мәктәбен бөтмәүем, уның таныҡлығы булмау сәбәпле генә конкурстан үтмәнем. Бала саҡ хыялым шулай тормошҡа ашмайынса ҡалды, – тип хәтирәләрен уртаҡлашты Ғәлиән Ғәзизйән улы. – Гармунда бишенсе кластан уйнай башланым. Атайым Орск ҡалаһынан гармун алып ҡайтты, Сәлимйән ағайым уйнаны. Ул армияға киткәс, бик ҡәҙерләп сумаҙанына һалып киткән гармунды алып, уйнарға өйрәндем. Баймаҡҡа уҡырға барғас, Фәттәх Аралбаевта уҡыным, ул етәкләгән бейеү ансамбленә лә йөрөнөм. Күңелем сәнғәтте үҙ итһә лә, үкенескә ҡаршы, мәҙәниәт өлкәһендә эшләй алманым. Күңелем ашҡыныуына яуап булып гармунсылар ансамбле ойошторолоп, саҡырыу алғас та, һис икеләнеүһеҙ килдем. Сығыш яһарға йә иһә конкурстар булһа, эштән һорап китергә тырышам. Күңел ҡушыуы буйынса йөрөйөм бында, ярһыған йөрәгемә ял алып, бармаҡтарым талғанса уйнап ҡайтам.
Йәнтеш ауылында китапханасы булып эшләгән Рәсих Әхмәтов әйтеүенсә, кластарындағы ун малайҙың һигеҙе гармун уйнай. Бына бит ниндәй ваҡыттар булған!
– Алтынсы кластан уйнарға өйрәндем, класташ егеттәр менән өҙҙөрөп гармунда уйнап, бер-беребеҙҙән уҙҙырып, концерттар ҡуйыр инек. Әрмелә лә, студент йылдарымда ла ҡулымдан гармун, баяным төшмәне. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит инде “гармунсы – ауылда беренсе егет” тигән фекерҙе. Йәшлек сағыбыҙ ошо гармун моңо менән үтте, әле лә ҡулыбыҙҙан төшөргәнебеҙ юҡ, – ти 65 йәшлек гармунсы ағай.
Мәмбәт ауылынан Мәжит Сәйфуллин, Атингәндән Әхмәҙей Байғабулов, Әбүбәкер ауылынан Ғәлимйән Ултыраҡов, Аҡъярҙан Раил Аллабирҙиндарҙың барыһы ла бишенсе кластан ҡулдарына гармун алған. Иғтибар итһәгеҙ, Хәйбулла гармунсыларының күбеһе гармун тартырға йәки, үҙҙәренсә әйткәндә, тысҡылдатырға бишенсе кластарҙан өйрәнгән. Барыһының да өйөндә гармун булған, шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә лә гармундар алынған. Уларға берәү ҙә мәжбүр итеп ҡулына гармун тоттормаған, музыка мәктәптәренә бирмәгән. Үҙҙәре, бер-береһенән күреп, уйнарға өйрәнгән. Бөгөн беҙ “ауыл ерендә гармун юҡ” тип лаф орабыҙ, мәҙәни сара йә иһә һабантуйҙар мәле етһә, ауылдан-ауылға йөрөп, гармунсылар эҙләйбеҙ. Туй йәки байрамдарҙа ғына рәхәтләнеп гармун моңдарына бейеп алабыҙ ҙа шуның менән онотабыҙ.
Йәштәрҙең, бигерәк тә уҡыусыларҙың, гармун уйнамауына аптыраған булабыҙ ҙа, шуның менән эш бөтә. Ә мәктәптәрҙә гармун уйнарға теләгәндәр өсөн түңәрәк асыу, һис юғында сәнғәт һәм музыка мәктәбендә дәрес, түңәрәк эшен булдырыу уйланмай. Өйрәтеүсеһе булғанда, өйрәнергә теләүсеһе лә табылыр ине. “Ололар күп, ә йәштәрҙең булмауы, гармунда уйнай белмәүе хәүефләндерә”, – тип “Ҡайтауаз” гармунсылар ансамбленә йөрөүселәрҙең бошоноуҙары ла урынлы кеүек.
Кем белә, бәлки, Хәйбулла гармунсыларының проблемалары улар үткәрәсәк концертҡа тиклем тормошҡа ла ашыр. Үҙҙәренең моң юлдашы булыр гармундарын тотоп, төрлө ауылдарҙан йыйылған гармунсылар менән шәхсән аралашыу бәхетенә өлгәшеп, уларҙың моңло, дәртле уйнауҙарын күреп, уйланып-моңланып ҡайтырға тура килде был юлы Хәйбулла тарафтарынан.
Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.
"Башҡортостан" гәзитенән.