Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
19 Декабря 2022, 15:10

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты

Әле "Шоңҡар"ға яҙылыуҙың аҙаҡҡы көндәре дауам итә. Әгәр өлгөрмәгән булһағыҙ, ашығығыҙ! 

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты
“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты

Уны кешеләр алыҫтан уҡ таный: ялҡынлы ҡараш, ғорур, туры кәүҙә, матур ҡиәфәт, мөләйем йөҙ, ҡара мыйыҡ һәм иҫ киткес һығылмалыҡ! Бейеүсе икәнен дә тәү ҡараштан белергә була –хәбәр һөйләгәндә ҡулдары да, мимикаһы ла ҡушылып китә. Ә үҙенең шөғөлө һәм башҡорт бейеүе тураһында сәғәттәр буйы арымай-талмай һөйләй ала.  Гөлнур Ҡыуатованың Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы ҒӘБИТОВ менән ойошторған әңгәмәһендә легендар шәхестең бала сағы, тормошо, башҡорт бейеүе тураһындағы фекере менән таныша алаһығыҙ.

Рәссам, скульптор, монументалист, күп һанлы проекттар авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Өлфәт Ҡобағошов хаҡында һеңлеһе Роза Ҡобағошованың “Бөйөк эштәр ҡалдырҙы” тигән хәтирәһе тәҡдим ителә. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Ҡарт олатам битемә төкөрҙө”, Гөлмирә Бикбулатованың (Ҡарабаева) “Йоҡоһоҙ төн”, Рәзинә Зәйнетдинованың “Йыраҡтан эҙләгән яҡыным”, Минира Бикәнәсованың бер шәлкем шиғырҙары, Лилиә Нуретдинованың “Ҡуян ғына, тимәгеҙ” тигән мәҡәләһе лә журнал уҡыусылар күңеленә хуш киләсәгенә шик юҡ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас