Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
3 Ғинуар 2023, 11:55

Яңы йыл теләктәре Сынтимер ЮЛЫЕВ

Һәр мәлдә лә кеше булып ҡалып Хәләл булһын бөтә тапҡаның

Яңы йыл теләктәре          Сынтимер ЮЛЫЕВЯңы йыл теләктәре          Сынтимер ЮЛЫЕВ
Яңы йыл теләктәре Сынтимер ЮЛЫЕВ

Яңы йыл теләктәре


Күңелебеҙ менән шул уҡ бала инде –
Яңы йылды һағынып көтәбеҙ
Күңелдәге булған бар хыялдың
Үтәлеүен өмөт итәбеҙ!

Күңел төпкөлөндә ул һаҡлана
Ошо хискә хастыр бөтәбеҙ
Килер йылға өмөтөбөҙ төбәп,
Мөғжизәләр генә көтәбеҙ!

Кешенең бит тәбиғәте шулай –
Килер көнгә һәр саҡ ышана
Бөгөнгөнән иртән яҡшы, тигән
Уйҙар килә һәр саҡ башына

Кемеһелер ҡайнар һөйөү көтә,
Ә яңғыҙҙар көтә һыңарын
Кемдәрелер яңы эш башлаған –
Хәҙер көтә уның уңырын!

Күңелдәген асып бармайбыҙ беҙ –
Шикләнепме әллә оялып
Яңы йылдан көткән өмөттәрҙе
Йөрәк менән һәр кем тоялыр!

Күңелдәрҙә һәр саҡ өмөт булһын –
Шайтан ғына бит ул өмөтһөҙ
Яңы йылдан мөғжизәләр көтөп,
Йәшәһен ул һәр кем, көн итһен!

 

Яңы йылға тост


Һуға курант. Ашыға сәғәт теле
Күтәрәйек, дуҫтар, бокалдар!
Яңы йылда бәхет, шатлыҡ килһен
Һау, сәләмәт булһын яҡындар!

Яңы йылда тормош етеш булһын –
Йылмайыр ул бәхет тырышҡа
Аҙына ла риза була белеп
Артыҡ шашынмайыҡ уңышҡа!

Теләктәр ҙә сама менән булһын –
Нәфсене лә тыя беләйек
Яңы йылда ғаилә именлеге
Һаулыҡ, сәләмәтлек теләйек!

Ауыр саҡта артыҡ бөтөрөнмәй
Килгән йылдан һорап кәрәкте
Ярһығанда аҡыл менән уйлап,
Баҫа белеп ярһыу йөрәкте

Уртаҡлашып кеше шатлыҡтарын
Ярҙам ҡулы һуҙып ҡыйында
Һәр кешегә тигеҙ итеп ҡарап –
Айырмайса ярлы – байын да!

Сабыр үтеп тормош ауырлығын
Риза булып биргән, барына
Бүлешә бел һиндә булған менән
Шөкөр итеп һуҙған ҡулына!

Ярҙам ҡулын һуҙып мохтаждарға
Кәңәш биреп һинән көткәнгә
Өмөтһөҙгә өмөт вәғәҙө итеп,
Сәләм биреп үткән – һүткәнгә!

Һәр мәлдә лә кеше булып ҡалып
Хәләл булһын бөтә тапҡаның
Алға ҡуйып ап – аҡ намыҫыңды
Дуҫтар килеп ҡаҡһын ҡапҡаны!

Кеселәргә кеселекле булып
Ихтирамлай белеп олоно
Мәрхәмәтле булып түбәндәргә
Хәл килгәнсә һалып ҡулына!

Күтәрәйек ,дуҫтар, бокалдарҙы –
Һуға курант. Ашыға секундтар...
Яңы йылда һаулыҡ, бәхет килһен –
Һау кешелә һәр саҡ өмөт бар!

Автор:
Читайте нас