Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
4 Ғинуар 2023, 04:10

Уҡытыусы ла, яҡын дуҫ та

"Вокал буйынса уҡытыусымды,  Тәнзилә Ғәлимйән ҡыҙы Кәримованы, 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым!" Шулай тип тәбрикләй бөгөн ғүмер байрамын билдәләгән уҡытыусыны, остазды бөтә уҡыусылары исеменән Флизә  Назирова.  

Уҡытыусы ла, яҡын дуҫ таУҡытыусы ла, яҡын дуҫ та
Уҡытыусы ла, яҡын дуҫ та

"Вокал буйынса уҡытыусымды,  Тәнзилә Ғәлимйән ҡыҙы Кәримованы, 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым!" Шулай тип тәбрикләй бөгөн юбилейын билдәләгән уҡытыусыны, остазды бөтә уҡыусылары исеменән Флизә  Назирова.

Эйе, бөгөн билдәле йырсыларҙың бер быуыны  уның "ҡулдары"аша үткән. Тәнзилә Ғәлимйән ҡыҙы  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1975 йылда Гнесиндар исемендәге  Рәсәй музыка академияһын тамамлаған талантлы йырсы ғына түгел, тәү сиратта бөтә Рәсәй кимәлендә тауыш ҡуйыу техникаһы буйынса беренсе класлы педагог. Уның уҡыусылары: Марат Шәрипов, Айҙар Ғәлимов, Сәйҙә Ильясова, Айҙар  Ғәбдинов, Ольга Романова, Ольга Миронова һәм башҡа бик күптәр бөгөн билдәле һәм талантлы йырсылар. 2000-се йылдар быуынынан  Дмитрий Баринов, Дмитрий Васенин, Регина Мөхәмәт үҫеп сыҡты. Хатта бөтәһен дә һанап бөтөрөрлөк түгел...Шәкерттәре өсөн ул ышаныслы  дуҫ та, һиҙгер йөрәкле апай ҙа, хатта әсәй ҙә...

Тәнзилә Ғәлимйән ҡыҙы әле лә яңы таланттарҙы йыр сәнғәтенә өйрәтеү менән мәшғүл... Уға яҡындарының һөйөүе менән бәхетле һәм сәләмәт оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас