

Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, билдәле шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина Ҡуян йылында тыуған. Киләһе йылға ул ниндәй өмөттәр бағлай, ниндәй уй-ниәт менән йәшәй икән?
Ҡуян менән оҡшашлығым бармы?
— Апрелдән алып октябргә тиклем баҡсаға йүгереп йөрөүҙәремде иҫәпкә алғанда, бәлки, барҙыр, әммә үҙемде ҡуян кеүек ҡурҡаҡ тип әйтмәҫ инем. Кәрәк ерҙә ҡыйыу ҙа була беләм. Ысынында мин йәнһүрәттәрҙәге ҡуянға оҡшашмындыр. Улар йылғыр ғына түгел, отҡор ҙа, ярҙамсыл да, изгелекле лә, тапҡыр ҙа, батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, йомарт та. Сифаттарҙың һәр ҡайһыһынан ниндәйҙер кимәлдә миңә лә әҙ генә булһа ла өлөш тәтегәндер, тим.
Ҡуян итен ашағаным бармы?
— Бала саҡта Мәләүез ҡалаһындағы туғандарға барғанда улар менән бергә таныштарында ҡунаҡта булырға тура килде. Шунда тәүге тапҡыр ҡуян итенән бешерелгән бәлеште ауыҙ иттем.
Һуңынан, ғаиләле булғас, кемдер күстәнәс итеп килтергән ҡыр ҡуянын тормош иптәшем Нияз оҙаҡ ҡына итеп ҡаҙанда бешерҙе. Барыбер ҡаты булғас, өлөштәргә бүлеп, төрлө тәмләткестәр ҡушып, табаға һалып, газ плитәһе мейесенә тығып, тағы байтаҡ ҡына тотоп алды. Шунда тәмләп ҡарарға тура килде, әммә миңә әллә ни оҡшаманы. Ҡыш ит йәрминкәләрендә туған тейешле ҡусты үҙҙәре аҫраған тотош бер йорт ҡуян түшкәһен тәҡдим итеп ҡараһа ла, баш тарттыҡ, сөнки уға тиклем үҙҙәрен һуйырға әҙерләнгәнен белгән йәнлеккәйҙәрҙең кеше шикелле илауын, субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен тәпәйҙәре менән һөртөүен һөйләгәндәренән һуң уның итен ашарға йән тартманы.
Яңы йылдан нимә көтәм?
— Һәр кеше Яңы йылға яҡты өмөттәр менән баға. Киләһе йыл үтеп барғанынан именерәк тә, тынысыраҡ та, мәрхәмәтлерәк тә, изгерәк тә, уңышлыраҡ та, сәләмәтерәк тә, ҡыуаныслыраҡ та булһын ине.
"Башҡортостан" гәзите, Лилиә Нуретдинова.