Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Ғинуар 2023, 16:50

Ошо ҡыҙҙы (шағирә) кем тип уйлайыһығыҙ?

Рәхәт саҡта дуҫтар күмәк - Көн дә шылтыратмай ҡалмай!!!

Ошо ҡыҙҙы (шағирә) кем тип уйлайыһығыҙ?Ошо ҡыҙҙы (шағирә) кем тип уйлайыһығыҙ?
Ошо ҡыҙҙы (шағирә) кем тип уйлайыһығыҙ?

Эсем боша. Күңелем һыҙлай.
Йәнгенәмде уттар ялмай.
Әллә ҡайҙа булды дуҫтар.
Бер кем телефонын алмай.
Бер кем телефонын алмай.

Әллә ҡайҙа булды дуҫтар.
Нисек түҙәм бәлә һалмай?
Йөрәк ярһый! Ярылып килә!
Бер кем телефонын алмай.
Бер кем телефонын алмай.

Бушлыҡ асмандарын йыртып,
Нисек осам, ҡанат талмай?!
Яңғыҙлыҡтан һөрән һалам!
Бер кем телефонын алмай.
Бер кем телефонын алмай.

Рәхәт саҡта дуҫтар күмәк -
Көн дә шылтыратмай ҡалмай!!!
Үҙемә үҙем ауыр йоҙаҡ.
Бер кем телефонын алмай!

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас