Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Ғинуар 2023, 08:20

Ун икенсе бала тыуған көнөн билдәләй

Уны сәхнәлә күреү менән, әле бер һүҙ әйтмәһә лә, тамашасы йәнләнеп китә. Һүҙем халҡыбыҙҙың яратҡан артисы Сәүиә Сираева хаҡында. Сәүиә апай, Һеҙҙе ихлас күңелдән ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет теләйбеҙ! "Шоңҡар"ҙар. 

Ун икенсе бала тыуған көнөн билдәләйУн икенсе бала тыуған көнөн билдәләй
Ун икенсе бала тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн 89 йәшен билдәләгән артист әле лә сәхнә түренән төшмәй. Йәштәреңә биргеһеҙ итеп уйнауын дауам итә. Үҙенең ғәжәп образдары менән халыҡтың үҙенә ҡарата һөйөүен арттырғандан-арттыра.   Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халык артисы Сәүиә Сираева  1934 йылда Нуриман районы Иҫке Исай ауылында донъяға килә. 

Сәхнә оҫтаһы үҙенең бала сағы хаҡында: “Мин ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым колхозда эшләне. Әсәйем ун ике бала тәрбиәләне. Мин иң бәләкәйе инем. Йыш ҡына бергә йыйылып йырлаша, бейешә торғайныҡ. Туғандарымдың һәр ҡайһыһы тормошта үҙенсә актер ине. Күңелле була торғайны! Шул мәлдәрҙең ғүмер буйы дауам итеүен теләр инем...” - ти.

Өфө театр училищеһын (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) тамамлаған Сәүиә Сираева актриса эшен 1959 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театрында башлай. 1963 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына күсә. Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙы театрҙарҙа эшләү осоронда 23 йыл буйы балалар өсөн радиотапшырыуҙар алып бара.

1991 йылда ижади эҙләнеүҙәр сәхнә оҫтаһын “Нур” Өфө татар дәүләт драма театрына алып килә. Бында Сәүиә Сираева юғары художество кимәлендәге драматик һәм трагик образдар тыуҙыра. Уның ролдәре сағыулығы, хистәргә бай булыуы менән айырылып тора. Н. Асанбаевтың “Рәйсә” драмаһынан Гөлниса, Х. Ибраһимовтың “Башмағым” комедияһынан Йыһан, Т. Миңнуллиндың “Һаҡлайыҡ әле күңел серҙәрен”, “Ай булмаһа йондоҙ бар” спектаклдәренән Тутыя һәм Рәхимә образдары һ.б. тамашасы күңелендә үҙ урынын тапты.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас