+21 °С
Болотло


Юлай Миңлебай улы Муллаянов 1968 йылдың 8 ғинуарында Әлшәй районы Ҡармыш ауылында тыуған.
1985 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 63-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә., «Прогресс " заводында радиомонтажсы булып эшләй.
1991 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә (Ф. Ғ. Ноғоманова класы). 1997 йылдан алып Башҡорт дәүләт академия хор капеллаһында эшләй.
Йырсының репертуарында башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙарының хор әҫәрҙәре. Шулай уҡ башҡорт композиторҙарынан С Низаметдинов, Ш. Ибраһимов, Р. Сәлмәнов, З. Исмәғилев, Х. Әхмәтов, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Тыуған көнөң менән, Юлай!