Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2023, 09:50

12 ғинуар - Килендәр көнө

Тыуған ерҙән төшкән ер ҡәҙерле, Дөрләп яна усаҡ-утыбыҙ, Беҙ булмаһаҡ, улдарығыҙ менән, Ҡорор ине ырыу- ҡотоғоҙ.

12 ғинуар  - Килендәр көнө
12 ғинуар - Килендәр көнө

Килендәр Фирүзә  Абдуллина

“Килен кеше була килмешәк”,- тип,
Оло апай мине рәнйетте.
Әйтерһең дә, ошо һүҙе менән
Минең биткә тупраҡ-ер һипте.

Илегеҙҙе һеҙҙең ил иткәнмен,
Ерегеҙҙе һеҙҙең ер иткәнмен,
Ошо ерҙә бөтә уй-эшем.
Ирем менән рәттән хеҙмәт иткәс,
Бөтәгеҙҙе тиңдәй хөрмәт иткәс,
Ниңә булайым мин кәм кеше?!

Килмешәк, тип килен рәнйетмәгеҙ,
Ҡыҙ баланың шундай яҙмышы.
Ире ҡайҙа – уның иле шунда,
Шунда тамырҙары, тормошо.

Тыуған ерҙән төшкән ер ҡәҙерле,
Дөрләп яна усаҡ-утыбыҙ,
Беҙ булмаһаҡ, улдарығыҙ менән,
Ҡорор ине ырыу- ҡотоғоҙ.

Ерегеҙгә тоғро хеҙмәт иттем,
Булыр микән, юҡмы ҡәҙерем,
Бар ғүмерем үткәс ошо ерҙә,
Ошо ерҙә булыр ҡәберем!

Фирүзә  Абдуллина

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: