Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2023, 10:05

Лилиә Биктимерова тыуған көнөн билдәләй

Һеҙгә йырсы башҡарыуында айырыуса ниндәй йырҙар оҡшай?

Лилиә Биктимерова тыуған көнөн билдәләй
Лилиә Биктимерова тыуған көнөн билдәләй

 

Лилиә Рафаил ҡыҙы Биктимерова 1981 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Яңауыл ҡалаһында тыуған. 10 йәшенән алып Пермь өлкәһе Барҙы районы Барҙы ауылында инәһе тәрбиәһендә үҫә. Барҙы гимназияһында, баян класы буйынса музыка мәктәбендә уҡый.

2001 йылда ҡыҙыл дипломға Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай, ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Уҡыу йылдарында төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнаша: «Туған тел» фестивалендә (Өфө) 1-се урын ала «Яғымлы яҙ» (Ҡазан) һәм «Дуҫлыҡ моңо» (Нефтекама) конкурстарында еңеү яулай.

2001 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев етәкселегендәге эстрада төркөмө ағзаһы[1].

Башҡортостандан тыш, Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында, ТөркиәләЭстонияла гастролдәр менән сығыш яһай. Башҡорт һәм татар телдәрендә лирик йырҙар башҡара. Тәүге музыкаль альбомы — «Мин икән».

2004 йылдан Фәдис Ғәниев менән ижади тандемы (дуэты) Башҡортостан Республикаһында киң танылыу ала, улар бергәләп «Любовный треугольник», «Яҙмышмы, әллә яңылышмы...» һәм башҡа театрлаштырылған шоу-программалар әҙерләй.

Башҡорт Википедияһынан.

Фото: tan-barda.ru

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: