Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ғинуар 2023, 22:50

«Кешеләр хаҡында яҡшы һүҙ әйтергә тырышам»

Тәүҙә бик ояла инем, уҡыу ҡыйын барҙы. Уҡытыусым да бик ышанып етмәне, буғай. Иң ауыры оялсанлыҡты еңеү булғандыр. Ике ай уҡығас, йыр буйынса тәүге имтиханға әҙерләнгәндә, Джон Әхмәт улы училищеның сәхнәһенә баҫтырҙы ла: "Һин бит сәхнә өсөн тыуғанһың!" – тине.

«Кешеләр хаҡында яҡшы һүҙ әйтергә тырышам»
«Кешеләр хаҡында яҡшы һүҙ әйтергә тырышам»

Уның үҙенсәлекле тауышын бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел: ҡабатланмаҫ моңо тамашасыларҙы күпләп әсир итте. Уға танылыу 1994 йылдарҙа, “Рәсәй тауыштары” конкурсында сығыш яһап, 2-се дәрәжә лауреат исемен яулағас килде. Бөгөнгө әңгәмәсем – Мәләүез таланты, популяр йырсы Харис ШӘРИПОВ. Быйыл ул үҙенең 55 йәшлек матур юбилейын ҡаршы алды. Ошо уңайҙан йырсы менән сәнғәт тураһында һөйләштек, шәхси тормошона ла бер аҙ байҡау яһаныҡ.


– Харис Мөбәрәк улы, йыр-моңға талантлыларға бала саҡта уҡ "әртис" ҡушаматы тағыла. Һеҙҙең артист булып китеү нисегерәк булды?


– Мин үҙемде белгәндән алып йырлайым шикелле. Сәңгелдәктә ятҡан саҡтан бик илаҡ бала булғанмын. Үҙемсә шулай йырлағанмындыр, тип уйлайым. Миңә ике йәш булғанда ата-әсәйем радио һәм телевизор һатып алған. Шуға бәләкәйҙән үк үҙебеҙҙең, Татарстандың һәм Мәскәү артистарын күреп, тыңлап үҫтем. Йырҙарын тиҙ генә отоп ала торғайным. Ә сәхнәгә сығырға оялдым. Шулай ҙа бәләкәй саҡтан уҡ йырсы булырға хыялландым. Йыр дәресен көтөп ала инем. Башланғыс класта уҡығанда Хисам бабай, урта мәктәптә – Миңнурый һәм Әхмәт ағайҙар йыр дәресен алып барҙы. Дәрес һайын яңы йырҙар өйрәндек. 9-сы класта ғына сәхнәгә сығырға батырсылыҡ иттем. Аптраҡ урта мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә уҡырға индем. Уҡытыусым Джон Әхмәт улы Мусин булды. Тәүҙә бик ояла инем, уҡыу ҡыйын барҙы. Уҡытыусым да бик ышанып етмәне, буғай. Иң ауыры оялсанлыҡты еңеү булғандыр. Ике ай уҡығас, йыр буйынса тәүге имтиханға әҙерләнгәндә, Джон Әхмәт улы училищеның сәхнәһенә баҫтырҙы ла: "Һин бит сәхнә өсөн тыуғанһың!" – тине. Беренсе курстан һуң армия сафына алындым. Унда ла хәрби дежурҙа торғанда йырлап ала торғайным. Подразделение начальнигы, подполковник Яскевич: "Шәрипов, һин бит бик һәйбәт йырлайһың, киләсәктә мотлаҡ йырсы булырға кәрәк!" – тине. "Мин сәнғәт училищеһынан армегә алындым", – тип яуапланым. Ул үҙе поляк милләтенән булһа ла, Ташкентта, татарҙар араһында үҫкән, телде яҡшы аңлай ине.


Әрменән ҡайтҡас, уҡыуымды дауам иттем. Диплом алғас, эстрада йырсыһы булырға хыялланһам да, эшкә алынманым. Шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәйенсә, хор капеллаһына йүнәлтмә алдым. Унда эшләгән саҡта эстрада төркөмө менән гастролдәргә сығара башланылар. Тәүге гастролгә Илфаҡ Смаков төркөмөнә концерт алып барыусыһы итеп ебәрҙеләр. Бер йылдан һуң, йырсы һәм алып барыусы итеп "Илһам" эстрада төркөмөнә алдылар. Төрлө йырсыға пародия менән дә сығыш яһаным. Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәғфирә Ғәлиева, Шамил Хәмәҙинуров, Фән Вәлиәхмәтов, Фәриҙә Ҡудашева һәм башҡа йырсыларҙың тауышы менән йырлай инем. Ул ваҡытта үҙе бер яңылыҡ булғайны. Артабан биш йыл Нәзифә Ҡадирова төркөмөндә Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөнөм. 1994 йылда Смоленск ҡалаһында үткәрелгән "Рәсәй тауыштары" конкурсында икенсе урынға лайыҡ булдым. Шул уҡ йылда лауреат булараҡ, Мәскәүҙең Колонналы залында сығыш яһарға саҡырҙылар. Был сығышымды бер нисә тапҡыр үҙәк телевидение күрһәтте.


Һеҙҙәге моңһөйәрлек ҡайҙан килә? Нәҫелегеҙҙә йырсылар, йыраусылар бармы?


– Бик һирәк кенә әсәйем халыҡ йырҙарын йырлай торғайны.


– Беҙҙә, моңло бала бәхетһеҙ була, тигән ҡурҡыныс юрау бар. Дин дә йырлауҙы тыя, тип күп яҙҙылар. Тормошта йырсы булғанығыҙға үкенгән саҡтар булдымы?


– Башҡорт дин дә тотҡан, йыр ҙа йырлаған. Беҙҙең халыҡтың төп рухи хазинаһы – ул йыр. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡа милләт кешеләре лә яратып тыңлай. Ә яҙмышҡа килгәндә, һәр кем үҙ маңлайына яҙылғанын күрә. Иң булдыҡлы иҫәпләнгән бай кешенең дә бәхетһеҙ булыуы мөмкин. Йырсы булып киткәнемә бер ҡасан да үкенмәнем. Был – минең яҙмышымдыр. Инде хаҡлы ялға сығыуыма дүрт йыл үтте, һаман да радионан йырҙарым ишетелеп тора. Кон­церттарға саҡыралар, йырҙарымды тыңлайҙар, яҡшы баһа бирәләр. Йырсы булараҡ үҙемде бик бәхетле, тип иҫәпләйем. Композиторҙар яңы йыр­ҙарын биреп тора. Яңыраҡ Йәүҙәт Усмановтың Рәфис Ҡорбанов һүҙҙәренә яҙған "Ерҙә һөйөү барын онотма" йырына клип төшөрҙөк.


– Күңелегеҙгә ниндәй йырҙар яҡын? Ғөмүмән, репертуар нисек һайлана?


– Йырҙы күңелемә ятһа, унда әйтер һүҙем булһа ғына алам. Ҡайһы саҡта кәрәк булған өсөн генә лә йырларға тура килде. Айырым төбәктәргә генә хас, киң аудиторияға билдәле булмаған халыҡ йырҙарын табып, тамашасыларға сығар­ҙым. "Был донъяның ҡәҙерен беләйек", "Һылыу ҡыҙ Хәтирә" , "Ғүмер", "Үткән ғүмер ", "Беҙҙең ил" һәм башҡа халыҡ йырҙарын табып, радиоға яҙҙырҙым, концерттарҙа йырланым. Эстрада йырҙарын да яратам. Нурия Абдуллина, Йәүҙәт Усманов, Рәмил Ғимрани, Фирҙүс Шәрәфуллин, Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Татарстандан Зиннур Сафиуллин, Фәһим Шәйехов, Ринат Ғөбәйҙуллин һәм башҡа бик күп композитор менән хеҙмәттәшлек итәм.


Һеҙ йырсы ғына түгел, ҡәләм оҫтаһы ла. Режиссура буйынса ла юғары белем алғанһығыҙ. Былар – күңел талабымы әллә үҙ-үҙеңде эҙләүме?


– Бала саҡтан уҡ әҙәбиәтте яраттым, китаптан айырылманым. Әҙәбиәт – үҙе бер донъя. Гәзит-журналдарҙа артистар һәм башҡа сәнғәт әһелдәре хаҡында яҙылған мәҡәләләрҙе көтөп ала тор­ғайным. Йырсы булып киткәс, төрлө әҙәби кисәлә, яҙыусыларҙың юбилей­ҙарында, яҙылыу кампанияһы ваҡытында гәзит-журнал редакциялары хеҙмәткәр­ҙәре менән район-ҡалаларҙа йыш сығыш яһаным. Аҙаҡ үҙем дә ҡулыма ҡәләм алдым: республика матбуғатында сәнғәт әһелдәре хаҡында мәҡәләләр яҙа башланым. Улар араһында йырсылар, бейеү­селәр, музыканттар, композиторҙар һәм сәхнә хеҙмәткәрҙәре бар. 2015 йылда БР Журналистар союзына ҡабул ителдем. Кешеләр хаҡында яҡшы һүҙ әйтергә тырышам. Минең бер йырҙа шундай һүҙҙәр бар:


"Изгелектәр эшләп өлгөрһәксе,


Яҡты эҙ ҡалдырһын һәр ғүмер!"


Режиссураға килгәндә, училищены тамамлағас, артабан белемемде арттырыу ниәтендә, Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссерлыҡ булеген тамамланым. Үҙемдең концерт програм­маһы менән диплом яҡланым.


– Ижад кешеләре ғәҙәти тормошта бер аҙ сәйерерәк була, күңелдәре лә нескә. Ғаиләгеҙгә һеҙҙең менән ауыр түгелме?


– Әллә инде, уны ҡатынымдан һорарға кәрәктер (көлә – авт.). Вәлимә менән ғаилә ҡороуыбыҙға 30 йыл тулды. Ул Ырымбур һылыуы, Һунарсы ауылында тыуып үҫкән. Һатыусы булып эшләй. Балаларым сәнғәттән алыҫ. Урал улыбыҙ эшләп йөрөй, ҡыҙыбыҙ Юлиә лә быйыл Башҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының информатика факультетын тамамланы. Тормош булғас, барлыҡ эште лә башҡарырға тура килә. Өйҙә ремонт эшләйем, магазинға йөрөйөм, ҡайһы саҡта ашарға ла бешерәм. Көн һайын фитнес менән шөғөлләнәм, был һаулыҡҡа файҙалы. Тәбиғәтте яратам. Минең менән ауыр, тип әйтә алмайым. Ҡайһы саҡта яңғыҙ ҡалырға яратам. Өсөнсө йыл инде Мәскәү ҡалаһына вахтаға йөрөп эшләйем. Ҡайҙа булһам да, үҙемде яҡшы яҡтан күрһәтергә тырышам. Әлбиттә, мине яратмаған, хатта күрә алмаған кешеләр бар. Быға артыҡ бошонмайым: тимәк, мин әле бармын, йәшәйем һәм ижад итәм, Аллаға шөкөр!


– Шоу-бизнес тигән баҙарҙы күңелегеҙ ҡабул итәме?


– Ул баҙарға минең ҡағылышым юҡ, үҙемсә ижад итәм. «Солянка» концерт­тарҙа ла ҡатнашҡаным юҡ. Һәр кем үҙ юлы менән бара: кемдер еңел юл һайлай, кемдер намыҫына тоғро ҡала. Күңелем менән сәнғәттәге лә, тормоштағы ла оятһыҙлыҡты ҡабул итә алмайым. Ә талантлы йәш ижадсыларҙы хөрмәт итәм.


Һеҙ 12 ноябрь көнөнә баш ҡала тамашасылары өсөн оло бүләк әҙерләгәйнегеҙ шикелле...


– Быйыл минең юбилей йылы, шуға ла башҡарылған эштәргә бер аҙ байҡау яһарға уйлағайным. Ни тиһәң дә – йырсы булараҡ сәхнәгә йышыраҡ сыҡҡы, халыҡ менән аралашҡы килә. Концерт үткә­рергә февраль айында уҡ Йәштәр һарайына көн алдым. Үҙемдең ре­пертуарымдағы халыҡ һәм төрлө йылда башҡарған эстрада йырҙарынан ҙур ғына концерт программаһы ла эшләнде. Унда Нурия Абдуллина, Резеда Әминева, Хима Йәнбирҙина, Рәйфә Садиҡова һәм башҡа сәнғәт оҫталары ҡатнашырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, концерт датаһын билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем кисектерергә тура килде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ауырыу көсәйгәндә, ил өҫтөнә һынау килгәндә, күмәк халыҡты йыйыу хәүефле. Шулай ҙа бошонмайыҡ, Алла бирһә, вирус зәхмәте үтеп киткәс, яратҡан тамашасыларым менән мотлаҡ осрашырбыҙ, йыр­лашырбыҙ әле. Иң мөһиме – иҫән-һау булайыҡ!


– Амин. Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Харис ағай. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар насип булһын!

Архив, 2020 йыл. 


 Гөлнур ҠЫУАТОВА.

 

Автор:
Читайте нас: