Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ғинуар 2023, 20:55

Әлфиә Авзалованың тыуыуына - 90 йыл

Ә һеҙ уның йырҙарын тыңлай инегеҙме? 

Әлфиә Авзалованың тыуыуына - 90 йыл
Әлфиә Авзалованың тыуыуына - 90 йыл

Авзалова Әлфиә Авзал ҡыҙы (15 ғинуар 1933 йыл — 15 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған (1962) һәм халыҡ (1970), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983) артисы. Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1992). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.

Әлфиә Авзал ҡыҙы Авзалова 1933 йылдың 15 ғинуарында Татар АССР-ының Аҡтаныш районы Аҡтаныш ауылында тыуған. Иртә етем ҡала: әсәһе үлгәндә, ҡыҙға барлығы 5 йәш була. Һуңыраҡ атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Әлфиәне әсәһенең хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында йәшәгән ҡыҙ туғаны тәрбиәләй.

1957 йылда Татар дәүләт йыр һәм бейеү ансамблендә солист була, Солтан ҒәбәшиАлександр Ключарёв, Мансур Музафаров, 3аһит Хәбибуллин һәм башҡа композиторҙарҙың ҡатмарлы әҫәрҙәрен башҡара. Уның репертуарына боронғо халыҡ һәм заманса йырҙар инә. Вокал оҫталығына һәм нота грамотаһына уны Волкова Рәйсә өйрәтә — шул саҡта ул Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының художество етәксеһе булып эшләй.

Авзалова Әлфиә ансамблдә бер йыл эшләгәс, музыка училищеһына уҡырға инә, тик бер айҙан тауышы ҡарлыға. Тауышын тергеҙеп, ул үҙ өҫтөндә эшләй һәм кире ансамблгә ҡайта. Татар дәүләт филармонияһының художество етәкселеге тәҡдиме буйынса Әлфиә Авзалова үҙенең концерт төркөмөн ойоштора, уға Ғәбидуллин Кәрим етәкселегендәге орган, гитара, клавишалылар һәм синтезаторҙан торған «Казан утлары» эстрада инструменталь ансамбле һәм бейеү төркөмө ҡушыла.

Авзалова был ансамбль менән бергә Балтик буйы һәм Урта Азиялағы совет республикаларында гастролдәрҙә йөрөй, МәскәүҙәЛенинградта һәм СССР-ҙың бик күп ҡалаларында була, Башҡортостан һәм Татарстан нефтселәре, төҙөүселәр, КАМАЗ заводында эшләүселәр, ауыл хеҙмәтсәндәре алдында сығыш яһай. Ике-өс айға һуҙылған һәр бер сыҡҡанында 100-ҙән ашыу концерт биреүгә өлгәшә.

1957 йылда Мәскәүҙә Татар сәнғәтенең һәм әҙәбиәтенең декадаһында сығышында йырсы беренсе ҙур уңышын яулай.

Авзалова Әлфиә 2017 йылдың 15 ююнендә 85-се йәшендә оҙайлы һәм ҡаты сирҙән һуң Ҡазанда вафат була[1][2].

Башҡорт Википедияһынан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: