Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2023, 20:25

Башҡорт дәүләт филармонияһы Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнөн билдәләй

«Һандуғас моңо» концертында Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, филармония солистары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты һәм сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнаша.

Башҡорт дәүләт филармонияһы  Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнөн билдәләй
Башҡорт дәүләт филармонияһы Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнөн билдәләй

 

Башҡорт дәүләт филармонияһы күренекле композитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтовтың исемен йөрөтә (1914-1993).

Учреждениеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл һайын ғинуарҙа филармония коллективы композиторҙың тыуған көнөндә уның ижади мираҫына арналған проект менән сығыш яһай. Быйыл Хөсәйен Әхмәтов өс тиҫтәгә яҡын йыл эшләгән филармонияның ҙур залында уның   иң популяр йырҙары, романстары һәм  сюиталары яңғыраясаҡ.

«Һандуғас моңо» концертында Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, филармония солистары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты һәм сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнаша.

"Башинформ"

Автор:
Читайте нас: