Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2023, 08:30

Бөгөн – Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө

Тағы ла ғалимдар әйтә: бала саҡтан ҡосаҡлашыуҙың ни икәнен белмәгән кеше ҙурайғас, ҡыҙыуға, ҡатыға, әҙәпһеҙгә әйләнеүе мөмкин. Ә һеҙ яҡындарығыҙҙы ҡосаҡлап алаһығыҙмы? 

Бөгөн – Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө

 

Ғалимдар әйтеүенсә, көнөнә 3 – 7 тапҡыр ҡосаҡлашһаң, иммун системаһы нығый, психика көйләнә һәм нервылар тыныслана. 8 тапҡыр ҡосаҡлашыу иһә, кешене тамам бәхетле итергә мөмкин.

Ҡосаҡлашыу көнө 15 һәм 22 июлдә, 4 декабрҙә һәм 21 ғинуарҙа билдәләнә.

Тағы ла ғалимдар әйтә: бала саҡтан ҡосаҡлашыуҙың ни икәнен белмәгән кеше ҙурайғас, ҡыҙыуға, ҡатыға, әҙәпһеҙгә әйләнеүе мөмкин.

АҠШ-та ҡосаҡлашыу буйынса рекорд ҡуйылған – көнөнә 7777 тапҡыр. Бөйөк Британияла иң оҙаҡ ҡосаҡлашып торғандар – 24 сәғәт 44  минут. Канадала – 24 сәғәт 33 минут.

20 секундтан да оҙағыраҡ ҡосаҡлашыуҙың һаулыҡҡа файҙаһы бар.

Альберт Эйнштейн ҡатынын ҡосаҡлап энергия алған. Эшендә берәй ҡыйынлыҡ килеп сыҡһа ла, ҡатынын ҡосаҡлап ҡына мәсьәләне хәл итә алған, имеш.

 


Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: