Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2023, 09:25

Һыҙылып сыға йөрәк моңдары

 Һау-сәләмәт кешеләргә лә үрнәк булырлыҡ шәхес ул. Яҙмыш Булат Йәнекәевте дүрт йәшендә күреү бәхетенән мәхрүм итһә лә, биреш­мәгән, йәшәү мәғәнәһен музыкала тапҡан. 

Һыҙылып сыға йөрәк моңдары
Һыҙылып сыға йөрәк моңдары

Булат Һиҙиәт улы­на һоҡланмау мөм­кин түгел. Һау-сәләмәт кешеләргә лә үрнәк булырлыҡ шәхес ул. Яҙмыш Булат Йәнекәевте дүрт йәшендә күреү бәхетенән мәхрүм итһә лә, биреш­мәгән, йәшәү мәғәнәһен музыкала тапҡан. Ата-әсәһе лә улын юҡҡа ғына Булат тип нарыҡламағандыр: исеме есеменә тап килә.
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, малай белем алырға тырыша. Баймаҡ районы­ның Моҡас ауылында тыуған бала Белорет районының Әүжән ауылындағы һу­ҡырҙар мәктәбендә уҡый. Бынан тыш, ҡурайҙа, мандолинала, баянда уйнарға өйрәнә, көйҙәр яҙа һәм йырлай. Шулай итеп, йәшәү йәмен сәнғәттә таба. Хәҙер уның йырҙарын, вальстарын, романстарын, марштарын күптәр яратып башҡара. Был ижад емештәренең һәр береһе үҙенсә­лекле, ҡабатланмаҫ, сөнки уларға композиторҙың бар­лыҡ йөрәк йылыһы ҡушылған.
Булат Йәнекәев – әүҙем йәмәғәтсе лә. Уны Бәләбәй ерендә «башҡорт рухын таратыусы» тип йөрөтәләр. Булат Һиҙиәт улының ярҙамында ҡалала башҡорт гимназия-интернаты барлыҡҡа килгән. Бәлә­бәй педагогия училищеһында милли бүлектең асылыуында ла композиторҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шулай итеп, ғүмерен ижадҡа бағышлай ул.
– Кәйеф булғанда, хәлем яҡшы саҡта көнөнә дүрт йыр яҙам. Быйыл иһә ике операция яһатҡанлыҡтан, эшем тотҡар­ла­нып тора, – ти Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Булат Йәнекәев.

Фото: Бәйләнештә. 

Архив.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: