Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ғинуар 2023, 07:55

Әбйәлил еренән һут алып

Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеров тыуған көнөн билдәләй. Талантлы ҡурайсыны ғүмер байрамы менән тәбрикләп, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Әбйәлил еренән һут алып
Әбйәлил еренән һут алып

Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров һәм Фатима Хәйруллина – Әбйәлил еренең бәрәкәтле тупрағында тамыр йәйгән ғаилә ағасында аҫыл емеш булып өлгөргән бер туғандар. Ата-әсәйҙәре лә йыр-моң донъяһына ғашиҡ ғаиләлә йондоҙ булып ҡабыныр балалар үҫеүе ғәжәп түгел, әлбиттә. Балалары халыҡ артисы дәрәжәһенә күтәрелә алған ҡурайсы, йырсы, милләттәштәренең хөрмәтен, ихтирамын яулай алған шәхестәр кимәленә күтәрелеүсе ғаиләнең башлығы Салауат Зәкир улы Биктимеров Әбйәлил районы мәҙәниәт йортоноң директоры вазифаһын башҡара. Ул йәш сағында, Баймаҡ колхоз-совхоз театры (хәҙерге Сибай концерт-театр берләшмәһе) артисы сифатында Әбйәлил районында гастролдәрҙә йөрөгәндә, Ташбулат ауылының иң һылыу ҡыҙы Хәтирәгә бер күреүҙән ғашиҡ була һәм ошонда тороп ҡала. Башҡорт сәнғәтенә йыр-моңға һәм башҡа матур сифаттарға бай балалар бүләк итә был ғаилә. Уларҙың һәр береһенең сағыу хәтирәләргә, маҡтаулы эштәргә бай ижады, тормош юлы тураһында китап яҙырлыҡ!

Милли биҙәүестәрҙе үҙ ҡулдарым менән эшләп өйрәнеү теләгем уянып, оҫталыҡ дәресе алырға «Селтәр» башҡорт кейеме студияһына килгән саҡта Фатима апай менән таныштым мин. Бындай ҙа киң даирәле, гүзәл кеше, әлбиттә, үҙенең эске матурлығы, күп ҡырлы таланты, тышҡы һөйкөмлөлөгө, боронғолоҡтоң бөтә нескәлектәрен һаҡлаған милли кейемдәре менән дә әсир итте.

Хәйретдинова (Биктимерова) Фатима Салауат ҡыҙын ысын-ысындан «Халыҡ ынйыһы» тип атап булалыр. Ул яулаған еңеүҙәргә, милләтебеҙҙе күтәрмәләп, ул алып барған эштәргә һоҡланырға һәм «Афарин!» тип әйтергә генә ҡала.

Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлағас, ул ғүмере буйы Өфө районының Чесноковка мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. 35 йыл балаларҙы аң-белем иленә әйҙәгән тәжрибәле уҡытыусы педагогтар араһында үткәрелгән күп конкурстарҙа еңеү яулай. Өфө районында үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» ярышында, республика кимәлендә үткәрелгән инновацион технология ҡулланыусы уҡытыусылар араһында еңеү һәм Президент грантын алып, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булыу өсөн бик күп рухи көс, ныҡышмалылыҡ, һөнәри талант һәм башҡа гүзәл сифаттар кәрәклеген кем белмәй һуң! Мәктәптә уҡытыу менән генә сикләнмәй Чесноковка балалар йортонда хореограф та Фатима Салауат ҡыҙы. Институтта уҡыған мәлендә өҫтәмә рәүештә хореограф һөнәрен дә алып сыға ул.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, бала саҡтан яратҡан шөғөлө – бейеү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Яңғыҙ бейеүҙәре менән «Байыҡ – 2018», Мәскәү ҡалаһында «Нур фестивале – 2019». «Сarpe diem – 2019» Халыҡ-ара хореография конкурсында еңеүҙәр яулай ул.

Әүҙем тормош алып барыусы Фатима апай әлеге ваҡытта Өфөләге «Селтәр» башҡорт кейеме студияһының фольклор етәксеһе һәм «Өләсәйем һандығы» проектының әүҙем ағзаһы булып тора.

Үҙ ҡулдары менән теккән матур милли кейемдәр, милли биҙәүестәр менән ул төрлө күргәҙмәләрҙә һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалауға ҙур өлөш индерә. 2019 йылда «Мин яратам һине,тормош!» фестивалендә 1-се урын яулай. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған «Таҡыя нағышы» конкурсында еңеүсе була.

2019 йылда Өфө ҡалаһында уҙғарылған матурлыҡ конкурсында «Вице-мисс Көмөш Өфө» исеменә лайыҡ була. Мәскәү, Сочи һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҙғарылған мәҙәни сараларҙа милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы ла ул. Йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бихисап күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Улар араһында «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» тигән рәхмәт хаты бигерәк тә ҡәҙерле, – ти Фатима Салауат ҡыҙы.

Ҡустыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтовты, талантлы, үҙ өҫтөндә эшләгән профессиональ йырсы, тип беләбеҙ. Уның иҫәбендә халыҡ-ара һәм республика конкурстарында яуланған күп һанлы дипломдар, шулар араһында «Урал моңо», «Дуҫлыҡ йыры», «Ирәндек моңдары» һәм башҡалар. Өфө сәнғәт училищеһын, унан инде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң ул башта «Таусылар» мәҙәниәт һарайы ансамблендә йырлай. 2003 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамблендә эшләй. Ансамбль солисы булыу менән бер рәттән Радик Вәлмөхәмәтов «Ихлас» эстрада төркөмө етәксеһе һәм «Эстрада легендалары» ретро-төркөмө вокалсыһы булараҡ та ижад донъяһында арымай-талмай хеҙмәт итә. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен туплаған йырсы «Тыуған яҡты һағынам» тип аталған аудиоальбом сығара.

Бала саҡтан эшкә егелеп үҫкән егет бер ҡайҙа ла һынатмай. Колхоз эшендә лә янып эшләгән саҡтарын онотмай . «Минең хеҙмәт кенәгәмдә «Колхозсының хеҙмәт кенәгәһе» тип яҙылған», – ти ул ғорурлыҡ менән.

Талантлы ғаиләнең иң кесеһе – Рушан Биктимеров Башҡортостандың иң танылған ҡурайсыларының береһе. Һәр саҡ уға таяныс, өлгө булған ағаһы Радик ҡустыһының ҡурай менән мауығып, көпшә һыҙғыртып йөрөгәнен күрә, һәм, студент саҡта бергә уҡып йөрөгән бер төркөм ҡурайсы дуҫ егеттәре менән ауылға ҡайтып, бергәләп Рушанға ҡурай уйнау серҙәрен төшөндөрә. «Ҡарабай» уның иң беренсе уйнаған көйө була. Алдан юл һалыусы ағай барында, Рушанға аптырап торорға түгел инде, ярайһы уҡ оҫта итеп ҡурайҙа уйнап, һәр төрлө сараларҙың йөҙөк ҡашы булып йөрөгән егет Радик ағаһы эргәһенә, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә килә. Махсус белем алып, әрме бутҡалары ашап ҡайтҡас, хеҙмәт юлын да ул ағаһы эргәһендә, Учалыла башлап ебәрә. Башҡорт дәүләт филармонияһының Нефтекама филиалында аккомпаниатор-концертмейстер булып эшләгән осоронда ул үҙенең тормош юлдашы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Рәхмәтуллина менән танышып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Көс-дәрт ташып торған йәш ғаилә ҙурыраҡ офоҡтар яулар өсөн баш ҡалаға юллана. «Йәдкәр» фольклор ансамблендә илһамланып ижад итә. Һуңғараҡ инде ағаһы Радик Вәлмөхәмәтовтың «Ихлас» эстрада төркөмөн һәм Артур Туҡтағолов етәкләгән «Далан» эстрада төркөмөн ҡурай моңдары менән биҙәй.

Рушандың ҡурайҙа виртуоз уйнауы күп төрлө республика һәм дәүләт кимәлендәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә юғары баһалана. Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар бәйгеләрендә бер нисә тапҡыр 1-се урынды яулай.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: