

Әсәйем Теләүембәтова Мәрйәм Ағзам ҡыҙы 1924 йылда Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. Һуғыш йылдарында колхозда төрлө эштәрҙә йөрөгән, аҙаҡ Темәс педагогия училищеһында белем алып, балалар уҡытҡан, ауыл советында секретарь, һуңынан рәйес, ә пенсияға еткәнсе почта начальнигы булды.
Аҫҡар ауылы биләмәһенә өс - Асҡар, Исламбай, Брәтәк ауылдары инә. Әсәйем атҡа атланып ошо ауылдарға, йәйләүҙәргә йөрөнө, кәрәк икән район үҙәгенә - йә райкомға, йә райсоветка елдерҙе.
Ул эшләгәндә почта ла алдынғы булып һаналды. Гәзит - журналдарға күп яҙҙырған өсөн әсәйгә "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррирҙәре Вәли Нафиҡов, Абдулла Исмәғилевтың ҡул ҡуйған дипломдары, грамоталары әле лә һаҡлана.
Әсәй хөкүмәт эшенә лә өлгөрҙө, ике һыйыр һауып беҙҙе аҡтан өҙмәне, һарыҡ - ҡаҙҙары күп булды, бал ҡорттары мыжғып торҙо, баҡса тултырып йәшелсә сәсте. Ә буш ваҡыты булдымы, емеш - еләк, йә бәшмәк, йә дарыу үләндәре йыйырға урманға сығып китте.
Ул ейәнсәрҙәрен һикерткәндә үҙе сығарған төрлө таҡмаҡтарын ҡойоп ҡына торҙо. Хәтеремдә, бер ваҡыт "Башҡортостан" гәзите Бөйөк Ватан һуғышына бәйле конкурс иғлан иткәйне. Ул "Еңгәйҙәр ҡойҙо кәбән" тигән иҫтәлектәре менән лауреат та булғайны. Хатта шул уҡ гәзиткә тик "Б" хәрефенә башланған хикәйә ебәреп күптәрҙе аптыратҡайны.
Тик ултырмаған әсәйем бөтәбеҙгә лә өлгө булды. Заманында беҙҙең ғаилә Белорет ҡалаһында Рәсәйҙең"Халыҡ ынйылары" конкурсында ҡатнашҡайны. Мин баянда, апайым мандолинала, ағайым думбырала, әсәйем ҡумыҙҙа уйнап йырлап - бейеп сығыш яһағайныҡ. Бәләкәй кенә ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һынатманы. Шуға ла беҙ лауреат исемен алып ҡайттыҡ.
Эйе, әсәйем башҡа инәйҙәр кеүек сәйгә йөрөп, хәбәр һөйләп ултырманы, сөнки ваҡыты ла юҡ ине. Бары тик йәне әсегән хәл - ваҡиғаларға, күренештәргә дүрт юллыҡтар ғына сығарып тыныслана торғайны. Улар һарғайып бөткән бер дәфтәрҙән ашыу икән дә баһа! Шуларҙан өҙөктәр килтереп үтәйем әле.
Горбачев Рәйсәhен алып
Бөтә донъяны гиҙҙе.
Шәп тормошто төҙөйөм тип
Емерҙе илебеҙҙе.
Йәшел буяуға булған
Мәсеттең манараhы.
Инде күпме дауам итер
Үҙгәртеү заманаhы.
Торғонлоҡ тип ғәйепләйҙәр
Алға табан барҙыҡ беҙ.
Үҙгәртеү законы сыҡҡас,
Ниндәй көнгә ҡалдыҡ беҙ!
Сит илдән хәйерселәп алған
Ялтырай батинкаhы.
Төштәремә һаман инә
Горбачтың картинкаhы.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре - Ельцинкәй.
Әмерикәнән кейем кейеп
Форсить итә, меҫкенкәй.
Сығара указ, подпись итә
Президент көн һайын.
Гуманитар ярҙам һорай
Хәйерселәп ил һайын.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исеме - Өмөгөлсөм.
Бөтә халыҡ ләғнәт уҡый
Горбачев, Ельцин өсөн.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре - Ис(ы)рай.
Эскеселәр донъя тулы
Аҙым һайын ос(о)рай.
Шыптыр - шыптыр ямғыр яуа
Өй башы, ҡалайҙарға.
Ништәп ҡыҙҙар барhын, ти, ул
Эскесе малайҙарға.
Тайт тигәнгә тауышҡа
Ҡуян ҡасты ҡамышҡа.
Кәнсә алдында гәп һаталар
Егермеләп абышҡа.
- Ҡайҙа башты төҙәтергә,
Ҡайҙан аҡса табырға?
- Өйгә ҡайтhам, бисә әрләй
Утын да юҡ яғырға!
- Икмәк тә юҡ ҡабырға!
Кесе Нөгөш аръяғында
Ауылдың көтөүҙәре.
Һөйгән йәрен алкаш булhа,
Ҡыйын көн итеүҙәре.
Һуҡмыш лесниктар, эй, көтә
Тиҙҙән килә машина!
Ҡурҡығыҙ һеҙ урлашыуҙан
Хәрәм етер башыңа!
Оса күктә бүрәнә, утын.
Йәнә, ҡар бурандары.
Түңгәк булып бөттө инде
Бөрйәндең урмандары.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре - Ғәлләмей.
Һәр ай һайын пенсиябыҙ
Бер арта ла, бер кәмей.
Тәҙрә сирттем, ишек ҡаҡтым
Килендәрем торhон, тип.
Ҡул ҡаушырып ултырмайым
Пенсияға сыҡтым, тип.