Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
3 Февраль 2023, 14:40

Февраль Минира БИКӘНӘСОВА

Һалҡын ҡыштың ҡараштары Һағая.

Февраль                                   Минира БИКӘНӘСОВАФевраль                                   Минира БИКӘНӘСОВА
Февраль Минира БИКӘНӘСОВА

Күҙҙәремде ҡамаштыра
Алтындар!
Бәй, ялтырай шулай ерҙә
Яңы ҡар!
Һибелә нур, ҡояш көлә
Һауала,
Һайрай ҡошсоҡ, ҡанат ҡаға,
Ҡыуана!
Тырышһа ла ҡыш китмәҫкә,
Билгеле:
Үтеп бара ғүмеркәйе
Миҙгеле.
Көн бите лә оҙағыраҡ
Йылмая,
Һалҡын ҡыштың ҡараштары
Һағая.
Ер күсәре ауышҡан бит
Яҙҙарға,
Күңелем дә тартылғандай
Наҙҙарға…

 

fikiwiki.com

Автор:
Читайте нас