

Үҙенсәлекле моңдар уйлап сығарыусы, ҡурайҙың төрлө алымдарын күрһәтә белеүсе, импровизатор, халыҡсан көйҙәрҙе һаҡлаусы һәм йәш быуынға тапшырыусы булараҡ та дан алған Ишморат Ҡәйүм улы, ҡабатланмаҫ ижады менән Республика һәм Рәсәй генә түгел, Европа, АҠШ тамашасыларын да әсир иткәйне. Уның башҡарыу оҫталығы, халыҡ ижадын тулы итеп бирә алыуы, тыңлаусылары менән йылы аралаша белеүе күп йыллыҡ сәхнә тәжрибәһе ул.
Ҡурай моңона ғашиҡ дуҫтар! Һеҙҙе 10 февраль көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залында көтөп ҡалабыҙ. Башҡорт халҡының билдәле легендар көйҙәренән тыш татар, йәһүд, урыҫ һәм башҡа халыҡ моңдары ла яңғыраясаҡ, төрлө поппурилар асасаҡ күңелдәрҙе. Концертта ҡурайсының ижадташ дуҫтары, һәләтле туғандары һәм коллегалары ҡатнаша. Ҡаҙағстандан ҡунаҡ булып киләсәк Аяулым, Татарстандан Зөлфиә һәм Жәүит Шәкировар ҙа биҙәйәсәк байрамды. Рәхим итегеҙ! Көтөп ҡалабыҙ!
Сығанаҡ: Башҡорт дәүләт филармонияһы.