Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
4 Февраль 2023, 03:40

СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 95 йыл

Бәлки, ошо һүрәттәрҙә таныш кешеләрегеҙ барҙыр? 

СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 95 йылСССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 95 йыл
СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 95 йыл

Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы  — СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982). Үҙенең художество стилен, үҙенең «доминанта»һын — башҡорт неореализмын булдыра[1].

Әхмәт Фәтҡулла улы 1928 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны[2] Асҡар ауылында тыуған. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә.

1943—1945 йылдарҙа Магнитогорск һөнәрселек училищеһында уҡый.

1945—1948 йылдарҙа Ленинград ҡалаһының 9-сы архитектура-художество училищеһында уҡый.

1949—1951 йылдарҙа Өфө театр-художество училищеһында А. Э. Тюлькин, Б. Ф. Лалетин кластарында уҡый.

1951—1954 йылдарҙа Литва ССР-ы Дәүләт художество институты студенты.

1957 йылда Өфөлә тәүге шәхси күргәҙмәһе уҙғарыла. 1957—1998 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй һәм республика әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

1966 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелә. 1970 йылда РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почёт грамотаһы менән тәбрикләнә. 1971 йылда «Ауылда байрам. 1930-сы йылдар» картинаһы өсөн СССР Художество академияһы дипломы менән бүләкләнә.

1976 йылда Францияға ижади сәфәр яһай. Мәскәүҙә шәхси күргәҙмәһе була. 1977 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә. 1978 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ була. Өфө, Магнитогорск, Ҡазан ҡалаларында күргәҙмәләре эшләй.

1982 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме, шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

1987 йылда юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.

 
Әхмәт Лотфуллин йәшәгән йортҡа ҡуйылған таҡтаташ

1988 йылда СССР Художество академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1989 йылда «СССР халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ була.

1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы ағзаһы итеп һайлана. 1997 йылда Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1998 йылда Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында шәхси күргәҙмәһе ойошторола.

2007 йылдың 10 июлендә Өфөлә вафат була. Үҙенең васыяты буйынса Белорет районы Абҙаҡ ауылында ерләнгән [3][4].

ан алған рухын, Питерҙа, Балтика буйҙарында туплаған белемен башҡорт­тарҙың асылын һынландырыуға бағыш­лап, сәнғәт донъяһында үҙен тапҡан рәссам!

Башҡортса Википедиянан.



Рәми ҒАРИПОВ

Урал урманы


Әхмәт Лотфуллинға

Ленинградтың Рус музейында
тәүге осрашыу иҫтәлеге итеп.


О, Рембрандт! Бөйөк әүлиә һин,
Күрһәң икән Урал урманын,
Керһәң икән уның төпкөлөнә,
Кәмһенмәҫ тә ине ҙур даның.

Хайран ҡалып ҡарап торор инең
Ҡарағайҙың һәр бер быуынын,
Һәр бер быуынында ҡарағайҙың
Тылсымлы бер һүрәт тыуыуын...

Ҡарағайҙар һәм беҙ, ҡырағайҙар,
Бергә үҫтек, бергә шауланыҡ,
Сәнғәт серен, юҡ, китаптан түгел,
Тәбиғәттән — төптән яуланыҡ.

Әй, тәбиғәт! Бармы һиндәгеләй
Шундай оло сәнғәт донъяла?
Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә
Һинең алда — сабый бер бала...

Индермәне беҙҙе залдарына
Эрмитаждар һымаҡ һарайҙар.
Тик ботаҡтар уйымынан беҙгә
Әҙәм күҙкәйҙәре ҡарайҙар.

Быуын-быуын булып тарих ҡарай —
Ҡанлы-данлы халҡым тарихы.
Батыршаның ҡанмаҫ үсе ҡарай,
Салауаттың — һынмаҫ рухы!..

Күңел күҙең һинең һуҡыр булһа,
Маңлай күҙең — ботаҡ тишеге.
Мәңге йәшел Тормош ағасына
Күңел күҙең менән баҡ, кешем.

Һин күрерһең унда ғалимды ла,
Залимды ла — Тәфкил-Батыйҙы,
Бер әсмүхә сәйгә ерен һатҡан
Әпкәләйҙе йәки һантыйҙы!..

Барыһы бар Тормош ағасында:
Быуындарҙы быуын тыуҙырған,
Батырҙарҙан-батыр тыуған ерҙә,
Ҡурҡаҡтарҙан ҡурҡаҡ уҙҙырған.

Соғоллоҡта бына тиңһеҙ сәсән,
Йөҙ һырҡайы — гүйә, урайы,
Мәңгелектең, гүйә, аһын түгә
Ҡулдарына алған ҡурайы...

Урал батыр Аҡбуҙатын менеп,
Замандарҙан саба заманға,
Йәншишмәһен бөркөп тереклеккә,
Фауст ише Ергә ул баға...

Шаула, шаула, Урал урманҡайы,
Сығам һинән нурға төрөнөп,
Үҙ-үҙемә мәхлүк бер көйөк тә,
Хатта бер бөйөк тә күренеп....

Ҡарағайға ҡарап хайран ҡалам:
Уйҙарыбыҙ беҙҙең — уртаҡтар.
Һәр быуынға ҡояш нурын биреп,
Бик аҡыллы үлгән ботаҡтар...

О, Рембрандт! Бөйөк әүлиә һин,
Күрһәң икән Урал урманын,
Керһәң икән уның төпкөлөнә,
Ҡулдан төшмәҫ ине ҡоралың!

Лариса АБДУЛЛИНА. 

Автор:
Читайте нас