Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Февраль 2023, 13:20

Татарҙар Айһылыу Ғарифуллинаны шатландырған

Рифат Сәләх, татар шағиры: "Айсылу Гарифуллинаның иҗаты киң колачлы. Илгә, милләткә, телгә мәхәббәт, сөйгән ярга булган җылы хисләр, аерылу сагышы...

Татарҙар Айһылыу Ғарифуллинаны шатландырған
Татарҙар Айһылыу Ғарифуллинаны шатландырған

-Татарстандан китаптарым килеп етте! ТОТОП уҡырлыҡ, ҡосаҡлап ятырлыҡ, әлхәмдүлилләһ! Һуңғыһы булмаһын! 1994 йылда булдырылған "Ҡәләмдәр туғанлығы" серияһы буйынса баҫылған китабым киң ҡатлам уҡыусыларға барып етһен!
Китапҡа баш һүҙҙе Рифат Сәләх бик матур яҙған - рәхмәт төшкөрө!
Рифат Сәләх, татар шағиры: "Айсылу Гарифуллинаның иҗаты киң колачлы. Илгә, милләткә, телгә мәхәббәт, сөйгән ярга булган җылы хисләр, аерылу сагышы... Шигырьләрендә самими күңеле әле күз яшьләре булып тама, әле, батыр яугирләр кебек, амбразурага ташлана, әле аксакалларча киңәш бирә . Ләкин нинди генә тема булмасын, аның шигъриятенннән сафлык вә нур бөркелеп тора. Укуы рәхәт, сорылыкка күмелгән әйләнә-тирәң кинәт яктырып, төрле төсләргә керә шикелле”, тип яҙған, тип һөйөнөп хәбәр итә шағирә.

Эйе, һуңғыһы булмаһын китабың, Айһылыу!

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.


Автор:
Читайте нас: