Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
11 Февраль 2023, 03:00

Фәдис Ғәниев йырсы булырға уйламаған да

Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Фәдис Ғәниевтең тыуған көнө! Йырсыны ғүмер байрамы менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Фәдис Ғәниев йырсы булырға уйламаған даФәдис Ғәниев йырсы булырға уйламаған да
Фәдис Ғәниев йырсы булырға уйламаған да

"Йырларға яратһам да, хәрби кеше булырға хыялландым, - ти бөгөн йырсы. Мәктәпте тамамалап, хәрби училищеға уҡырға инеү теләге менән янып йөрөгән саҡ. Күптән документтарымды әҙерләп, военкоматҡа тапшырып ҡуйғанмын. Имтихандар ваҡыты етеп килгәндә, военкоматҡа саҡырып, һин хәрби училищеға ярамайһың, тинеләр. Ә ни өсөн икәнлеген аңлатып та торманылар. Ахыры Өфөләге Сәнғәт институтына уҡырға индем. Йылдар үткәс кенә серен белдем:

Башҡортостан өлкә комитетынынң (хәҙерге Президент хакимиәтенең тиергә мөмкин)) Мәҙәниәт бүлеге мөдире Әхнәф Дилмөхәмәтов минең нисек йырлағанымды белгән, ишеткән булған. Мәктәпте тамамаларға йөрөгәнемдә Борайға шылтыратып, ҡайҙа уҡырға барырға йыйынғанымды белгәс, минең хәрби училищеға юлымды ябырға бойороҡ бирә. Тимәк, Әхнәф ағай шул ваҡытта уҡ мине буласаҡ йырсы тип күргән, шулай булыуын теләгән”.

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас