Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
17 Февраль 2023, 07:15

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты

Популяр яҙыусы Зифа Ҡадированың “Яраларың менән яратырмын” повесының аҙағы баҫылған. Гөлнур Ҡыуатованың “Хат”, Хәким Алсынбаевтың бер шәлкем шиғырҙары, Вәкил Шәрәфетдиновтың юмористик хикәйәһе уҡыусылар күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.  

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты
“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты

Шәп йәштәребеҙ бар бит, әй! Был юлы журнал тышлығын Айҙар Байтимеров атлы  Баймаҡ егете биҙәй. Айҙарҙы мин  студент сағынан беләм. Өфө сәнғәт училищеһында, унан һуң институтында  уҡыған  егеттең етеҙлегенә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Уҡыу алдынғыһы, бер үк ваҡытта эшләп  тә йөрөй, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша... Тиҙҙән  уның үҙ көсө менән   еңел машина алып ебәреүенә лә шаһит булдым. Ике уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамланы. Йә, ярай, етеп торор. Ҡалғанын журнал үҙе килгәс, рәхәтләнеп уҡырһығыҙ. Тышлыҡтың өсөнсө битендә тәмле ризыҡтарҙан гөлләмә эшләүсе Айгөл Ҡәйепҡолова булыр...

Журналдың был һаны ла ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмаларға бай. Популяр яҙыусы Зифа Ҡадированың “Яраларың менән яратырмын” повесының аҙағы баҫылған. Гөлнур Ҡыуатованың “Хат”, Хәким Алсынбаевтың бер шәлкем шиғырҙары, Вәкил Шәрәфетдиновтың юмористик хикәйәһе уҡыусылар күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас