

Зилиә Бәхтиева...Уның атаһы ла, әсәһе лә йырсылар, ҡурайсылар, ғөмүмән, моңло кешеләр тоҡомонан. Әсәһе яҡлап, Хәсәновтарҙың, үҙ ғаилә ансамбле бар. Әсәһе күп балалы ғаиләлә үҫкән, 11 баланың бөтәһе лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған, уларҙың һәр береһе йыр-бейеүгә оҫта. Олатаһы ҡурайҙа уйнай. Ә атаһы яҡлап фамилияһы Бәхтиева. Улар ҙа бик данлыҡлы ғаилә. Атаһы матур йырлай, ҡартәсәһе оҫта таҡмаҡсы, мандолинала уйнай, ҡартатаһы – скрипкасы. Зилиәнең апаһы, атаһының бер туған һеңлеһе Алһыу Бәхтиева – популяр йырсы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Хәсәновтарҙы ла, Бәхтиевтарҙы ла Баймаҡта белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡ. Хәйер, Баймаҡта ғына, тип әйтеүе дөрөҫ тә түгелдер. Хәсәновтар, мәҫәлән, ике тапҡыр Мәскәүгә «Рәсәй ғаиләһе» фестиваленә барып, Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлап ҡайтҡан.
Зилиәнең ғаиләһендә лә өс бер туған – Юлиә апаһы, Зилиә һәм Салауат ҡустыһы – бөтәһе лә йыр-моңға ғашиҡ кешеләр, барыһы ла йырлай. Шуға ҡыҙҙың дүрт йәшенән үк ҙур сәхнәгә сығып, еңеүгә өлгәшеүенә аптырайһы түгелдер. Салауат ҡалаһында үткән «Яҙғы тамсылар» конкурсында ҡатнашып, гран-при ала Зилиә. Шунан башлана ла инде төрлө бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулауы: «Ирәндек моңдары», «Яҙғы тамсылар», «Башҡортостан йондоҙсоҡтары»... Ә һуңғы уңыштарына килгәндә инде, быйыл Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында йәш йырсы икенсе урын ала, ә «Дуҫлыҡ моңо – 2010» халыҡ-ара татар һәм башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурс-фестивалендә уға етеүсе булмай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Санкт-Петербург, Мәскәү, күрше өлкә ҡунаҡтарын артта ҡалдырып, еңеүгә өлгәшә ул.
Зилиә эстрада йырҙарын ғына түгел, ә бала саҡтан әсәһе тәрән һөйөү тәрбиәләгән халыҡ йырҙарын да яратып башҡара. «Йырҙарҙы халыҡсан итеп, халыҡ күңеленә барып етерлек итеп башҡарырға тырышам. Шуға ла мәғәнәлеләрен, күңелгә ятышлыларын һайлайым», – ти ул.
Фото: Бәйләнештә.