Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
23 Февраль 2023, 05:40

“Эттең сикәмде ялауынан уянып киттем”

– Сик һаҡсыларының хеҙмәт итеү тәүлеге киске аштан һуң башлана. Шулай разнарядкала торабыҙ:

“Эттең сикәмде ялауынан уянып киттем”“Эттең сикәмде ялауынан уянып киттем”
“Эттең сикәмде ялауынан уянып киттем”

“Эттең сикәмде ялауынан уянып киттем”

Нәғим НУРҒӘЛИН, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры. 1981–1983 йылдарҙа Балтик буйы сик буйы округында пограничник булып хеҙмәт юлы үткән.
– Сик һаҡсыларының хеҙмәт итеү тәүлеге киске аштан һуң башлана. Шулай разнарядкала торабыҙ:
– Нургалин – работа с собакой! – тигән команда бирҙеләр. Беренсегә генә бындай эш эләккәс, ныҡ тулҡынландым. Шулай ҙа инструктор, ҡулыма карта тоттороп, ҡайҙа, нисегерәк итеп үтергә кәрәклеген өйрәтте. Мин дошман булып, эттең эҙен юғалтырға тейеш. Ҡат-ҡат кейенеп, елдереп сығып киттем. Әкиәттәге һымаҡ, йылғаларҙы һикереп үтеп, тау-урман аша китеп барған булам. Ҡараһам, урман эсендә бер аҡланда иҫ киткес булып ынйы сәскәһе йәйелгән. Әйтерһең, кемдер сәскәле балаҫ йәйгән. Һүрәттәге кеүек инде! Ә еҫе! Түҙмәнем, бер сәскә өҙөп алдым да һоҡланып бер ағас төбөнә барып ултырҙым. Үҙем көйләйем:
Сирень сәскәләрен бүләк итәм,
Саф күңелдән ҡабул итегеҙ…
Тыуған яҡта йөрөйөм икән тип төш күреп тороп йоҡлап киткәнмен, бер мәл эттең сикәмде ялауынан уянып киттем. Динго исемле эт ине. Шунан этте оҙатып йөрөүсе һалдат:
– Ҡас! – тип ҡысҡырып ҡына өлгөрҙө, мин һикереп тороп алға остом. Бер тотолған эттән алыҫ ҡасып өлгөрөп булмай инде, Динго арҡама һикереп мине йыҡты ла йолҡҡослай башланы... Эй Хоҙай, тешләнмәгән ер ҡалмаған. Һуңынан таң атҡансы шул йолҡоп ташланған кейемде тегеп, йүнәтеп бирергә тейешһең. Бөтә тән күм-күк, һыҙлай. Ҡалтыранған ҡулдан энә төшә лә китә, төшә лә китә. Теге ынйы сәскәһенең тәме генә күңелде әҙ генә йылытҡан булды, шикелле.
Әрме хеҙмәтенән ҡайтыуға шаҡтай йылдар үтте. Төрлө хәтирәләргә, мажараларға бай ике йылды, дуҫтарымды бөгөн дә һағынып иҫкә алам. Уның ҡарауы, хәҙер эттәрҙән ҡурҡмайым, хатта уҫал итеп өргән овчарка ла мине күрһә, тыныс­лана.

Майор ҙа әҙәм балаһы

Вадим ҠЫЛЫСОВ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, 2008 – 2009 йылдарҙа Тула өлкәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу үҙәгендә әрме хеҙмәте үтә.
– Билдәле булыуынса, бындай үҙәктәргә эләгеү өсөн тейешле әҙерлек кәрәк. Һаулыҡ яғынан да, рухи яҡтан да көслөләрҙе һайлап алалар. Шулай ҙа һәр ваҡыт тура баҫып йөрөгән етәкселек һәм һалдаттар тормошонда ҡыҙыҡлы хәлдәр булмай тормай.
Бер кис, күңелле генә булып алған майор, казармаға килеп инде лә барыбыҙға ла торорға бойорҙо. Беҙ йоҡлап ятҡан урындарыбыҙҙан тора һалып, теҙелешеп баҫтыҡ. Бындай тәртипкә ҡыуанып, майор йылмайып ҡараны ла, кире йоҡларға ятырға рөхсәт бирҙе. Сығып китер алдынан тыныс йоҡо теләргә лә онотманы. Һалдаттар уға яуап итеп: “Тыныс йоҡо, иптәш майор!” – тип яуапланы. Әммә майор кире боролоп инде лә ҡабат торорға бойорҙо. Бесәй тиҙлегендә йәһәт кенә теҙелеп баҫтыҡ, майор ҡабат тыныс йоҡо теләне. Һалдаттар ҙа яуап итеп: “Тыныс йоҡо, иптәш майор!” – тип йоҡларға ятырға ғына әҙерләнгәндә, тағы “подъем” яңғыраны.
Бер үк хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Шул саҡ хеҙмәттәш егеттәремә ипләп кенә: “Тыныс йоҡо, иптәш подполковник, тип әйтәйек әле, ул да бит әҙәм балаһы”, – тип шыбырлап өлгөрҙөм. Был юлы тап ошолай эшләнек тә. Ошонан һуң ғына майор кинәнеп, үҙен бер башҡа, әй, бер дәрәжәгә үҫкән итеп, ҡыуанып сығып китте.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА яҙып алды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас