Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Февраль 2023, 12:30

“Тормошта үҙемде ҡатнаштырмаҫҡа тырышам…”

– Ижад кешеһе, актер булһынмы ул, режиссермы, ғәҙәттә, үҙенең төп һөнәре менән генә сикләнмәй, башҡасараҡ йүнәлештә лә һәләтен үҫтереп, һөҙөмтәгә ынтылыусан.

“Тормошта үҙемде ҡатнаштырмаҫҡа  тырышам…”
“Тормошта үҙемде ҡатнаштырмаҫҡа тырышам…”


Айҙар Зарипов – Ҡыйғы егете. Стәрлетамаҡ театрында хеҙ­мәт юлын артист булараҡ башла­ған, бөгөн иһә яуаплы вазифа биләй, ул – ҡуйыусы режиссер. Үҙен ошо йүнәлештә камил­лаш­тырыу, театр, сәхнә серҙә­ренә тағы ла нығыраҡ төшөнөү маҡсатында Мәскәү­ҙәге Щукин исемендәге театр институтына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта уҡып та, эшләп тә йөрөй. Әйткәндәй, Айҙар Марат улы ҡуйған спек­такл­дәр, әкиәттәр (ҡайһы бер әкиәттәрҙең авторы ла үҙе) сәхнәлә ихлас, еңел уйнала. Мә­ҫәлән, В. Сигарев әҫәре бу­й­ын­­­са наркоманияға ҡаршы ҡу­йыл­ған “Чума XXI века@zhizni.­NET” театрҙа ғына түгел, рес­пуб­ли­каның ҡала-райондарында ҙур аншлаг менән үтә. Өс тиҫтәне яңы аша атлап үткән егеттең һайлаған юлына тоғролоғо, үҫешкә ынтылышы, тәрән уйҙар, үҙенсәлекле идеялар менән яныуы, ифрат белемле, мәғлүмәтле булыуы һоҡландырҙы.

– Айҙар, режиссер була алам, тигән ышаныс һиндә ҡасан тыуҙы?
– Сәнғәт академияһында уҡығанда уҡ режиссураға ҡыҙыҡһыныу уянып, үҙенсәлекле сәхнәләр ҡороу теләге бар ине. Әммә ул осорҙа был идея шул кимәлдә генә ҡалды. Уҡытыусыбыҙ Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы ла, һәләтемде шәйләптер инде, артабан шул йүнәлеш буйынса уҡы, тип кәңәш биргәйне. Шулай ҙа ул ва­ҡытта режиссура хаҡында артыҡ уйланмай торғайным. Сөнки актерлыҡ юлына яңы ғына аяҡ баҫып тора инем. Бында иһә режиссура өлкәһендә эшмәкәрлегем үҙем яҙған әкиәттәрҙе, төрлө миниатюраларҙы сәхнәгә сығарыуҙан башланды. Зиннур Сөләймәнов менән берлектә Стәрлетамаҡ республика башҡорт колледжы базаһында театр студияһы ойоштороп, дүрт йыл буйы уҡыусы балалар менән шөғөлләнеп, бер нисә спектакль сығарҙыҡ. Шунда Зиннур ҙа: “Мәскәүгә барып уҡып ҡайт һин”, – тип кәңәш итте. Һәм мин тәүәккәлләп ҡарарға булдым. Имтихандар тапшырып, ошо һөнәр буйынса уҡый башлағас, талап ителгән сифаттарҙы үҙләштерергә тырышаһың. Теләк һәм маҡсат барҙа үҙеңде яңынан тыуҙырырға ла була. Эшләргә икән – эшләргә, икеләнәһең икән – бөтөнләй тотонмаҫҡа, тигән уйҙа мин.
– Һинең кеүек күп яҡлы талант эйәһе театр өсөн ҙур табыштыр, моғайын? Яҙыу оҫталығыңды ла күҙ уңында тотам...
– Ижад кешеһе, актер булһынмы ул, режиссермы, ғәҙәттә, үҙенең төп һөнәре менән генә сикләнмәй, башҡасараҡ йүнәлештә лә һәләтен үҫтереп, һөҙөмтәгә ынтылыусан. Шул уҡ Высоцкийҙы йәки Филатовты миҫалға килтерәйек. Шиғырҙар яҙамы ул, пародиялар уйлап сығарамы – актерҙың тағы ла ниндәйҙер бер һөнәре йәки ҡыҙыҡһыныуы булалыр, тип уйлайым. Кемдер бейей, кемдер үҙен эстрадала таба. Актер тормошо менән генә йәшәмәй ул. Үҙемде драматург тип иҫәпләмәйем, әммә кәрәк саҡта, ҡайҙандыр ситтән авторҙар эҙләп йөрөгәнсе, үҙең яҙа белеүең отошло бит. Етмәһә, тамашасы менән бәйләнештә булғас, уларға ниндәйерәк әҫәр талап ителеүен яҡшы тояһың. Әйтәйек, ун йыл самаһы тигәндәй үҙем балалар әкиәтендә ҡатнашып йөрөгәс, тамашасының ни теләүе миңә мәғлүм.
– Режиссер булараҡ ниндәйерәк әҫәрҙәр сәхнәләштерергә теләйһең?
– Яңы драма ижад итеп ҡарарға, шундай әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерергә теләйем. Башҡортостанда яңы драма Рәсәй авторҙарынан ғына килә бит. Әйтәйек, Чеховтан. Беҙҙә ул әле яңы асыла ғына башлаған, бик аңлашылып та бөтмәгән нәмә. Насар, тип әйтмәйем, тик әле беҙ романтик театрҙан ҡалған классик әҫәрҙәр менән йәшәйбеҙ. Был йүнәлеш башҡорт театрында ҡасандыр Мөхәмәтша Буранғоловтарҙан башланып киткән булған, минең уйымса, ул нисектер туҡталып ҡалған. Әле бына асылып, яңыртылып бара. Әленән-әле шундайыраҡ әйберҙәрҙе ҡағыҙға төшөрөп маташам, әммә ниәтем бар ҙа, һәләтем юҡ, тигәндәй, нескәлектәренә бик төшөнөп бөтмәгәс, ул яҙмалар әлегә үҙемдә генә ҡала.
– Аңлауымса, икенсе план, подтекст, ниндәйҙер тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә әҫәрҙәр хаҡында һүҙ йөрөтәһегеҙ?
– Эйе. Эске тойғоларҙы, һүҙҙәрҙе айырым яҙа белеү яңы драманың бер йүнәлеше булып тора. Нисегерәк аңлатырға? Мәҫәлән, нимә әйтәм, шуны ғына башҡарам түгел, ә бер нәмә әйтәм, икенсеһен уйлайым, өсөнсө ҡылыҡты эшләп ҡуям. Бындай әҫәрҙәргә диалогтар ҙа притимив түгел. Геройҙың төрлө ҡаршылыҡтар, үҙ-үҙе менән көрәшеүе күҙәтелә. Яңы драмаға тағы ла нимәләр хас? Мәҫәлән, әҫәрҙең темаһы ташландыҡ балаларға бәйле, ти. Тик пьесала ул хаҡта бер һүҙ ҙә булмауы мөмкин. Унда бөтөнләй башҡа темаларға һөйләшәләр. Әйтәйек, һатылмаған ойоҡбаштар йәки ҡулланылмаған фотоальбомдар тураһында. Әҫәрҙең мәғәнәһен халыҡҡа башҡа һүҙҙәр менән, йәғни, һеҙ әйткәнсә, уның икенсе планын еткереү. Бына ошолар – яңы драмаға тартылыу юлы. Уның символ рәүешендә тормошҡа ашырылыуы ла һүҙҙәрҙең, диалогтарҙың төҙөлөшөндә сағылыуы ихтимал. Быны хатта Йыһан менән аралашыуға тиң, тип әйтер инем. Ябай ғына кешеләр йөрөй, ябай ғына нәмәләр хаҡында һөйләшәләр, тик шул уҡ ваҡытта ҡайҙандыр юғарынан килеп төшкән мәғәнәһен аңлап ҡуяһың да, спектакль бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында икән, тип уйланаһың. Шундай әҫәрҙәр ылыҡтыра мине.
– Үҙегеҙ ҙә авторҙар менән шул йүнәлештә эшләйһегеҙ, тимәк?
– Үкенескә күрә, йыш ҡына авторҙар режиссерҙы ишетергә теләмәй. Ҡайһы берәүҙәр, килеп, яҙған әйберҙәрен уҡып күрһәтә лә, теләктәрҙе әйтә башлаһаң, юҡ, һеҙ аңламанығыҙ, яҡшылап тыңларға ине, тип үпкәләп ҡайтып китә. Ә аҡыллы драматург тыңлай, ишетә. Беҙ бит ул пьесаны тамашасыға сығарабыҙ. Ә халыҡҡа һәйбәтләп ҡарамағанһығыҙ, тип кенә аңлатып булмай. Әҫәрҙе урын-еренә еткереү талап ителә. Шуға күрә авторҙарға шундай теләк бар: театрҙан айырым эшләмәһендәр ине.
– Пьесала тағы ла нимәләр йәлеп итә һеҙҙе?
– Шул уҡ ябай закондар инде. Пьеса заман өсөн актуаль булырға, заман проблемаларын яҡтыртырға тейеш. Юғиһә, ҡайһы бер классик әҫәрҙәргә бөгөнгө күҙлектән ҡараһаҡ, уны драма тип түгел, киреһенсә, комедия тип ҡабул итергә мөмкин. Сөнки ҡиммәттәр, кешеләрҙең бер-береһенә ҡарашы, ғөрөф-ғәҙәттәре үҙгәргән. Шуға күрә пьеса бөгөнгө заман ҡуйған һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Проблеманы күтәрергә һәм, проб­леманан сығыу юлын күрһәтмәһә лә, уйлан­дырырға бурыслы.
– Режиссер булараҡ тағы ла нимәләргә өлгәшергә теләйһегеҙ?
– Әле режиссураның мәктәбен генә өйрәнәм. Нескәлектәре, ҡағи­ҙәләре күп. Уларҙы еренә еткереп сәхнәлә­штереү әлегә минең өсөн улай уҡ анһат бирелмәй. Сөнки, башлыса, һиҙемләү тойғоһона таянып эшләйем. Был ере матур сыҡты, шикелле, был ере халыҡҡа үтерлек, тип ҡуям. Режиссураға аяҡ баҫҡан кешеләрҙең барыһы ла ошолар аша үтәлер, моғайын. Режиссер булыр өсөн кәмендә утыҙлаған-ҡырҡлаған спектакль ҡуйырға кәрәктер.
– Ә актер булараҡ ниндәй ролдәрҙе яратып башҡараһығыҙ?
– Тормошта ла шундай кеше булғанғамы икән, тиҫкәре образдарҙы яратам. Классиканы алғанда ла мин Ромеоны түгел, ә Гамлетты уйнар инем. Сөнки Ромео – ул тура образ: яратамы – ярата, тиҫкәрелектәре юҡ уның. Үҙен мөхәббәте хаҡына ҡорбан итә. Ә Гамлеттың уйланыуҙары күп, үҙ-үҙенә ҡаршы килеүҙәре, икеләнеүҙәре бар. Әйтәйек, Амели Нотомбтың “Косметика врага” тигән әҫәре бар. Пьеса түгел. Проза формаһында. Тик уны Аркадий Райкин исемендәге “Сатирикон” театры пьеса итеп ҡуйғайны. Әҫәр шунан ғибәрәт: аэропортта кеше үҙенең эске кешеһе менән осрашып, ике сәғәт буйы көрәшә. Бына ошондай тиҫкәре, ҡатмарлы, үҙенсәлекле образдарҙы яратам. Мөнир Ҡунафиндың “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” пьесаһындағы полиция ла яратып башҡарған ролдәремдең береһе. Полицияның бит үҙ идеологияһы бар. Власть яҡлылар, приказға буйһоналар. Әйткәндәр икән, эшләргә кәрәк. Уларҙың дөрөҫлөгө шул. Бер баланы аппараттан алырға ҡушҡандар икән, алырға ла урынына икенсеһен һалырға! Нимәһе бар инде уның?! Ҡушҡандар бит! Ә спектаклдең аҙағына ул бөтөнләй икенсе уйға килә. Кеше тормошо приказдан ғына тормай икән. Үҙеңә яуаплылыҡ алырға кәрәк.
Әммә шул яғы ла бар: хәҙерге заман театры психологизмдан саҡ ҡына ситләшә башланы. Элек Мөбәрәковтар, Йомағоловтар заманында психол­о­гизм көслөрәк булған, сөнки улар Станиславский мәктәбе буйынса ролде спекталдең башынан ахырына саҡлы төплө итеп, образға сумып алып барған. Шуға күрә оҙон-оҙон монологтар һөйләргә мөмкинлек булған, ниндәйҙер төплө образдар тыуҙырғандар. Хәҙерге ваҡыт­та актерҙан күберәк артист булыу һорала. Сөнки мобиллек талап ителә. Ул тиҙ үк бер халәттән икенсе халәткә күсә алырға тейеш.
– Был насармы, әллә яҡшымы?
– Насар яҡтары ла, һәйбәт яҡтары ла барҙыр. Сөнки, дөрөҫөн генә әйткәндә, артист сифаттары тормошта ла ярҙам итә бит ул. Әйтәйек, ҡайғынан көлкөгә күсеү, тормош шарттарына тиҙ үк яраҡлашыу. Ыңғай яҡтарынан шуларҙы билдәләргә мөмкин. Әммә өҫтөн-мөҫтөн генә эшләү һөҙөмтәһендә образдың еренә еткерелмәү ҡурҡынысы ла бар. Уны ентекләп тикшереү, нескәлектәрен табыу тигән нәмә юҡҡа сыға. Шуға күрә ролдәр тулыһынса эшләнеп бөтөлмәй. Һөҙөмтәлә, ниндәйҙер кимәлдә спектаклдең сифаты ла түбәнәйә.
– Ә нисек үҫешергә тейеш актер?
– Актер, беренсенән, күп уҡырға тейеш. Классик әҫәрҙәр, шиғырҙар менән генә сикләнергә ярамай. Актер оҫталығы буйынса бик күп китаптар бар. Шуларҙы ла уҡып, алған ғилемеңде үҙ тәжрибәңдә ҡулланыу фарыз. Беҙҙе институтта дүрт йыл буйы Станиславский системаһы буйынса уҡытып сығаралар. Сөнки әлегә театр менән таныш булмаған кешеләрҙе артист итә алырлыҡ донъя кимәлендәге берҙән-бер система был. Тик унан башҡа ла бит актер системалары бик күп. Актер шуларҙың һәр береһен белергә тейеш. Артист сәхнәлә генә үҫешә ала. Уға тәжрибә кәрәк. Һәм уның уңышы ла барыбер үҙенән генә тора. “Миңә роль бирмәйҙәр”, – тип үпкәләп йөрөүселәр бар икән, тимәк, улар үҙҙәрен күрһәтмәгән, режиссерҙы ул эште атҡарып сығара алырына ышандыра алмаған. Эйе, ғәҙәттә, режиссерҙар артистарҙы теге йәки был ролгә амплуаһы буйынса һайлап ала. Әммә ижади заявка тигән нәмә лә бар бит әле. Ниндәйҙер роль тыуҙырырға теләге бар икән, актер шымып ултырырға тейеш түгел. Был ролде эшләп ҡарарға мөмкинме, тигән ниәтен еткерһен. Быныһы – беренсе стадия. Икенсеһе шул – ул сәхнәлә үҙенең импровизация кимәлен тойорға тейеш. Һүҙеңде ятлап, күңелең аша үткәреп, шул һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп һөйләп, уйнап сығыу бер нәмә. Ә спектакль ваҡытында, партнер менән яңы уйын табып, уның дөрөҫ килеп сығыуына 100 процент ышанып башҡарыу, ниндәйҙер яңы мизансцена табыу тип әйтәйекме, бына шул импровизация була. Юғиһә күптәр йыш ҡына импровизация төшөнсәһен ниндәйҙер яңы һүҙ уйлап табыу тип уйлай. Актер үҫешенә тағы ниҙәр ярҙам итә тигәндә, ул үҙенең эске тормошон күрһәтергә тейеш. Ғәҙәти тормош кешене барыбер ваҡландыра. Беҙ йыш ҡына көнкүреш проблемалары, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр хаҡында уйлана башлайбыҙ. Ә артистың уйлау формаһы ҡаршылыҡлы булырға тейеш. Был һөнәрҙе һайлағандар, ғәҙәттә, һәр ваҡыт көрәштә: үҙе, хатта яҙмышы менән. Ул үҙен ҡаршылыҡтар, ризаһыҙлыҡтар табырға, ғөмү­мән, нимәлер хаҡында уйланыр­ға мәжбүр итергә тейеш.
– Тимәк, үҙе менән гармония­ла йөрөргә тейеш түгел инде актер?
– Үҙе менән гармонияла йөрөһә, артист тыныслана, үлә. Сәхнәлә тыныс артист – ул артист түгел.
– Ә был һаулыҡҡа йоғонто яһамаймы һуң?
– Яһай. Ысынлап та, шундай артистар бар: сәхнәгә сығыр алды­нан үҙен хисләндерә лә спектакль аҙағына тиклем шул хис менән уйнап сыға. Тик был дөрөҫ түгел. Бер унынсы спектаклгә еткәс, уның янып бөтөүе ихтимал. Ул үҙен шул тиклем яндырған, эсендә хистәре ҡалмаған. Ошондай хәлдәр килеп тыумаһын өсөн, махсус техника уйлап табылған – ҡайҙалыр ым-ишаралар, ҡайҙалыр интонация менән генә уйнау. Бер сәхнәлә техниканы ҡулланып, икенсе мөһимерәк сәхнәлә үҙеңде ҡабындырып уйнау яҡшыраҡ. Бөтә спектаклде алдан күреп, ошо рәүешле йырып сыҡһа, шунда ул профессиональ артист тип иҫәпләнә ала.
– Сәхнәләге Айҙар менән тормоштағы Айҙар араһында айырма бармы?
– Айырма шунда: мин тормошта үҙемде бик ҡатнаштырмаҫҡа тырышам. Күп уйланам, шулай ҙа үҙемде тыныс тотам. Әммә ғәмһеҙ бер тыныслыҡ түгел ул. Энергиямды, ҡыҙыулығымды сәхнә, эш өсөн һаҡлайым. Роль ижад иткәндә йәки артист эшләргә теләмәй, тиҫкәреләнгәндә ҡуллана алам. Йыйналып килгән энергияның һөҙөмтәһе була. Шуға күрә сәхнәләге Айҙар менән тормоштағы Айҙар бөтөнләй икенсе кеше, тип әйтергә мөмкин.
– Яңылышмаһам, ҡатынығыҙ ҙа актриса. Һәм ул да ошо уҡ коллективта эшләй…
– Эйе. Унан да бигерәк беҙ – курсташтар. Әлиә менән бер төркөмдә, бер оҫтала уҡып, театрҙа бергә эш башланыҡ. Ул да бик матур ролдәр ижад итә. Миҫал өсөн “Тиле йәшлек”тәге Һандуғас образын телгә алырға мөмкин. Театрға килеп, бер йыл эшләгәс, мин әрме сафтарына юлландым. Ә инде хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ғаилә усағыбыҙҙы тоҡандырып ебәрҙек. Әлеге ваҡытта биш йәшлек улыбыҙ Самир үҫеп килә, ҡышҡыһын ғаиләбеҙ тағы ла артырға тора, Аллаһы бирһә.
– Тормошта ла бик уйлап эш итә торған кешегә оҡшағанһығыҙ. Хис менән йәшәйһегеҙме, әллә аҡылға нығыраҡ таянаһығыҙмы?
– Элегерәк башлыса хис менән йәшәһәм, һуңғы арала аҡылға ныҡ таяна башланым. Сөнки күп тапҡырҙар утҡа эләктем, яндым. Юлымда яман уйлы, әшәке кешеләр ҙә осраны. Улар менән аралашырға өйрәнеү талап ителде, стратегик һөйләшеүҙе ҡуллана башланым. Режиссерға был бик кәрәктер, тип иҫәпләйем. Ғөмүмән, тормошта ла. Шуға күрә һуңғы арала уйлап, һәр бер эшемде яҡын дуҫтарым, өлкәндәр, коллегаларым менән кәңәш итеп кенә башҡарам. Һис нәмәгә лә ашыҡмайым. Әйтәйек, тиҙе­рәк пьеса башла, тиҙәр. Ә ниндәй пьеса? Нимәгә ул пьеса? Кем пьесаһы? Элеге­рәк булһа, бәлки: “Башлайым, ҡайҙа, нимә кәрәк?” – тип әйтер инем. Һәм бер нисә пьесаны шулай сәх­нә­ләш­тереп, һуңынан, кәрәктеме икән был әйбер, ашыҡманыммы икән, тип үкенгән саҡтарым булды. Әле иһә төплө фекер менән эш итергә тырышам. Бына шундай кимәлгә генә еттем әле. Үҙемде ниндәйҙер шәхес, профес­сио­нал тип иҫәпләй алмайым. Ғөмү­мән, ре­жиссер ҙа, башҡа һөнәр ке­ше­ләре лә, билдәле бер кимәлгә етеп, шул урында туҡталып ҡалырға тейеш түгелдер, тигән фекерҙәмен. Режис­сер үҙ эше менән ҡәнәғәт икән, про­фессиянан китергә ваҡыт, тигән һүҙ.
– Театрҙың юбилейын ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, әлегә ниндәйҙер юбилей, байрам тойғоһо юҡ миндә. Ә бына өмөт бар. Сөнки һуңғы йылдарҙа театр бер аҙ төшөнкөлөккә бирелде. Эш процесы туҡталыбыраҡ ҡалды, тиергә лә мөмкин. Директорҙар йыш алышынып тороуына бәйле булғандыр был, бәлки. Фестивалдәргә сығарырлыҡ күләмлерәк яңы постановкаларға ҡайһы саҡта аҡса ла етмәне. Шуға ла театрҙың маҡсаты юғалыбыраҡ ҡалды, күңелдәрҙе төшөнкөлөк биләне. Әле иһә шул юбилейға бәйле ваҡиғалар беҙҙе йәнләндереп ебәрҙе. Өмөт уятты. Ниндәйҙер ҙур спектаклдәр сығарып, үҙебеҙҙең хаҡта иҫкә төшөрөрбеҙ, тигән ышаныс тыуҙы. Әле театр тормошо менән атлап барһаҡ, алдағы көндәрҙә алға табан етеҙерәк йүнәлербеҙ, тигән ышаныста ҡалам.

Г. БАТЫРШИНА әңгәмәләште.

2016 йыл.

Автор:
Читайте нас: