

"Берүк мине шулай ҡабул итегеҙ"
Ғәббәсова Хәлимә Диниәхмәт ҡыҙы 1959 йылдың 27 февралендә Башҡортостандың Әлшәй районының Ҡармыш ауылында тыуған. 1987 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын тамамлай.
Хәлимә Ғәббәсованың бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге сәнғәт менән бәйле. 1987-1997 йылдарҙа – Әлшәй районының мәҙәниәт һарайында йыр түңәрәге етәксеһе һәм «Замана» эстрада төркөмө солисы, 1997-2007 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында баш администратор булып эшләй.
Хәлимә Ғәббәсова – бик күп республика фестивалдәре һәм конкурстары лауреаты һәм дипломанты. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһында үткән татар-башҡорт мәҙәниәте фестивале дипломанты (1999 йыл), «Тыуған яҡ моңдары» конкурсы дипломанты (2004, 2010 йылдар, Мәскәү ҡалаһы). Бер нисә аудио һәм видеодиск, видеоклип сығарған.
Хәлимә Ғәббәсова башҡарған йырҙарға моң ҡатыш һағыш тойғоһо хас.
— Булмышымдан ҡаса алмайым. Ижадымда күберәк моңһоулыҡ өҫтөнлөк итә икән, берүк мине шулай ҡабул итегеҙ, — ти йырсы. — Бәлки, күңелем тулы һағыштыр ҙа. Был хаҡта үҙемә лә әйткәндәре бар. Йырҙарымда үткән тормошомдоң һағыштары ла, шатлыҡтары ла сағылыш тапҡан.
Фото: Бәйләнештә.