

Бала саҡта ятлаған шиғырҙар һис иҫтән сыҡмай. Мәктәпте, башланғыс класты тамамлауға шаҡтай йылдар үтһә лә, шартлап торған, тиҙ ятланған, рәхәтләнеп һөйләгән шиғырҙар бөгөн дә онотолмай. Үкенескә ҡаршы, бөгөн балалар өсөн ошондай шиғырҙарҙы табырмын тимә. Балалар өсөн тип яҙылһа ла, оҙон, ҡатмарлы һүҙҙәр теҙмәһенән ғибәрәт.
Шул шиғырҙарҙы тағы бер уҡып ҡарайыҡ әле.
Фото: kuyurgazacbs.ru
Хәким ҒИЛӘЖЕВ
ОСА КҮКТӘ
Оса күктә, оса күктә
күбәләкме, ҡармы?
Йәй ҙә үтте, көҙ ҙә үтте,
шундай ваҡыт бармы?
Бар икән, бар икән,
Яуғаны аҡ ҡар икән,
Ҡар икән, ҡар икән,
Шундай ваҡыт бар икән.
Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Ем-ем итеп ҡар көлә.
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Көрткә сумып ҡойона шыршы,
Энәһе йәшел генә;
Йәшел ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Күктә йондоҙҙар бейейҙәр,
Еҙ ҡыңғырау – ай елә;
Арғымаҡтарын ярһытып,
Беҙгә яны йыл килә.