Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
1 Март 2023, 08:50

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Яҙҙың тәүге көнөндә беҙ матур байрамдарҙың береһен - башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләйбеҙ. Күптәрҙе һоҡландырып, башҡаларға өлгө булып йәшәгән ғаиләләребеҙ күп. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Әлфир һәм Гөлнәзирә Исҡужиндар.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһеӨлгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Яҙҙың тәүге көнөндә беҙ матур байрамдарҙың береһен - башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләйбеҙ. Күптәрҙе һоҡландырып, башҡаларға өлгө булып йәшәгән ғаиләләребеҙ күп. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Әлфир һәм Гөлнәзирә Исҡужиндар.

Ғаилә башлығы Әлфир Иҫке Собханғол “Балалар ижады” үҙәгендә педагог булып эшләй, балаларҙы ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөрә. Оҫта ҡурайсы башҡорт халҡының мили музыка ҡоралында уйнап ҡына ҡалмай, уларҙы эшләй ҙә. Уның ҡулдары менән яһалған ҡурайҙар хатта Израилгә тиклем барып еткән!

Гөлнәзирә мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларын белем тауҙарына әйҙәй. Бынан тыш, йәмәғәт эштәрен башҡарырға ла ваҡыт таба ул. Ғаиләһен тәмле ризыҡтар менән һыйларға, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Бер һүҙ менән әйткәндә, әүҙем тормош менән йәшәй.

Исҡужиндар күптән түгел “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” зона конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булдылар. Улар тиҙҙән генә республика кимәлендәге конкурста сығыш яһаясаҡтар. Йәш ғаилә сәскәләй ике ҡыҙға – Фаягөл менән Ҡәҙриәгә ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙҙар әле балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. 

Уларҙың күркәм, ҙур йорттары Баҙал биҫтәһенең Арғыҙма урамын йәмләп ултыра, өй эсен дә, йәйҙәрен ихатаһын да тырыш хужабикәнең ҡулдары үҫтергән аллы-гөллө сәскәләр биҙәй, баҡсала төрлө йәшелсә-емеш үҫә.

Әлфинә ЮЛСУРИНА.

Бөрйән районы. 

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас