

Бәләкәй саҡтан сәнғәткә ғашиҡ кеше булараҡ, билдәле шәхестәр менән ошондай көтөлмәгән осрашыуҙар мине битараф ҡалдырмай. - Бына бит, ҡайһылай афариндар, эшләргә лә, ял итергә лә ваҡыт табаһығыҙ, - тип йылмайып иҫәнләштем дә, китергә ашыҡмай, туҡтап ҡалдым.
- Һаумыһығыҙ, апай! Был донъя үҙе бер мөғжизә бит ул. Шундай матурлыҡты күрмәй ни йөрәгең менән үтеп китәһең инде!
- Эйе, беҙҙә тәбиғәт иҫ киткес! Ошо мәлдең ҡәҙерен белеп, йәш саҡта матур итеп йәшәп ҡалырға кәрәк шул, - тип килешәм.
- Апай, мин улай уҡ бик йәш тә түгел инде, оҙаҡламай юбилейым була, - ти Айгөл йылмайып.
- Күҙҙәр генә тейә күрмәһен инде! - Ҡыҙҙарға биргеһеҙ һылыу ҡатынға һоҡланып ҡарайым. Үҙемдең һөйләшеп алыу теләгемде белдергәс, парк буйлап йөрөп килергә булдыҡ.
- Айгөл туғаным, артист тормошо еңел түгел бит инде, гел гастролдәр, оҙон юлдар ялҡытманымы? Шундай ауыр һөнәр һайлағанға үкенмәйһеңме? - тип төп һорауымды бирәм.
- И-и-й, апай, бер ҙә генә ялҡманым ул. Ул бит минең булмышым! - тип сыңғырлатып көлөп ебәрҙе. - Мин үҙемде белә-белгәндән бирле бейеүсе булам, тип хыялландым. Хәтеремдә, бәләкәй саҡта күрше-тирә апай-әбейҙәргә һис инәлтмәй бейеп тә, йырлап та күрһәтәм, "ысын артистарса" сығыш яһарға тырыша инем. Улар маҡтай-маҡтай сәпәкәй итһәләр, бер башҡа үҫеп киткәндәй булам. Тағы ла тәмлекәстәр менән һыйлап, күңелемде күрәләр ине.
- Гөлназ апай, тәмлекәстәр тигәс, иҫкә төштө. Иртән генә балан бәлеше бешергәйнем. Әйҙәгеҙ беҙгә, сәй эсергә. Иркенләп һөйләшеп ултырырбыҙ, – тип Айгөл һылыу, ай-вайыма ҡарамаҫтан, өйҙәренә ҡунаҡҡа алып китте. Зауыҡ менән йыйыштырылған ҡыйып баҫҡыһыҙ фатир ҡаршы алды. Йылы мөхиттә ауыҙҙа иреп торған бәлеш менән сәй эсеп алғас, залға үтеп альбом алып ултырҙыҡ.
Фотолар ҡарай-ҡарай тормош юлының һәр этабына туҡталабыҙ. Бөҙрә сәсле тумалаҡ ҡына ҡараҡай ҡыҙҙан әлеге билдәле артистканың тормош юлына байҡау яһайбыҙ.
- Сәнғәткә һөйөү ғаиләнән киләлер, тип уйлайым. Минең Мәғәзүм ҡартатайым ауылдың бик оҫта гармунсыһы булған, иҫ киткес моңло итеп йырлаған. Атайым менән әсәйем дә йәш саҡтарында клубҡа үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөп, концерттарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Улар бик дәртле булды, матур итеп йырлай ҙа, өҙҙөрөп бейей ҙә ине. Ҡартайғансы бер-береһен яратып-мәрәкәләшеп татыу йәшәнеләр, - тип иҫенә төшөрөп, моңһоуланып ҡуя.
- Сығышым менән гүзәл тәбиғәтле Ғафури районы Үҙбәк ауылынанмын. Бала сағым бик бәхетле булды. Ғаиләлә төпсөк бала булараҡ, ағайҙар ҡурсалауында үҫтем. Апайҙар үҫеп, ҡалаға сығып киткәндәр ине, матур-матур күлдәктәр, төрлө-төрлө уйынсыҡтар, тәмле-тәмле күстәнәстәр менән шатландырып ҡына торҙолар. Мәктәпкә уҡырға барғас та минең һәләтемде күреп, үҫтереп торған көслө уҡытыусыларға, клубтың художество етәксеһе Эльвира Ғәлинаға ҙур рәхмәтлемен. Ул беҙҙең менән шундай ихлас шөғөлләнде, әллә күпме яңынан-яңы бейеүҙәр һалды. Совет осоронда клубтарҙың матди яғы бик бай ине. Һәр байрамға халыҡ көсө менән бик яҡшы концерттар ҡуя инек, шуғалыр беҙҙең яҡтан күп кенә билдәле шәхестәр сыҡҡан. Мин бер туған ағайым, Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин менән ғорурланам. Ул утыҙ йылдан артыҡ ғүмерен сәхнә тормошона бағышлап, әлеге көндә Салауат драма театрында эшләй. Ғөмүмән, беҙҙең яҡ ауыл халҡы төрлө таланттарға бай төбәк, тип әйтер инем.
Ғаилә фотоларын ҡарағас, ғүмер ағышында юғалып ҡалмаған көслө рухлы, ҡыйыу ҡатын үҙ ҡыҙынан башҡа тағы ике балаға юл ярырға ярҙам иткән яратҡан әсәй ҙә, тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын да булып күҙ алдына баҫа. Бәлки, шуғалыр ҙа ул тап шундай ҡатындар ролдәрен уйнағанда йөрәктән сыҡҡан ысын хистәре сағылыш табалыр. Мин уның Наил Ғәйетбаевтың "Һатам! Иремде һатам!" комедияһындағы Нәжибә һәм Михаил Задорновтың "Килдең, киттең - хуш, байғош..." спектаклендәге Ирина Валерьевна ролдәрен күҙ алдынан үткәрәм. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға хас сабырлыҡ менән түҙә, үҙен һалҡын ҡанлы, аҡыллы һәм тәүәккәл ханым итеп күрһәтә. Тормош юлын уҙыу- ялан үтеү түгел шул, һәр кемдең лайыҡлы йәшәргә ҡулынан килмәй. Бирешмәй-һынмай, гел йылмайып йәшәгән шәхес ултыра янымда.
- Айгөл Шәкүр ҡыҙы, утыҙҙан артыҡ спектаклдә төрлө ролдәр башҡарғанһығыҙ, ә иң яратып уйнаған геройҙарығыҙ булдымы?
- Мин һәр роль өҫтөндә ныҡлы эҙләнәм, уйнағанда спектаклдең эсенә кереп китәһең бит, шуға һәр персонажымды яратам. Бөтәһе лә бик яҡын, - ти йылмайып.
- Артист кешегә гастролдәргә бик күп йөрөргә тура килә, балаларығыҙ бәләкәй саҡта нисек сыҡтығыҙ шул хәлдәрҙән?
- Эйе, элегерәк илебеҙҙең төрлө төбәктәренә лә, сит илдәргә лә бик күп йөрөнөк. Шундай мөмкинлек биргән өсөн тормош иптәшем Филүскә ҙур рәхмәтлемен. Ул минең сәнғәткә ғашиҡ икәнемде дөрөҫ ҡабул итте, һәр саҡ иңен ҡуйып, күңелемде үҫтерергә тырышты. Кәрәк саҡта әсәй ҙә, атай ҙа була белде, шуға гастролдәргә тыныс күңел менән китә инем. Әле лә уның киң күңелле йылы ҡосағына һыйынып йәшәп ятабыҙ.
- Айгөл һылыу, әгәр йәшлегеңә кире ҡайтып, икенсе һөнәр һайла тиһәләр, кем булыр инең?
- Мин 10-сы класты бөткәс мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегенә уҡырға ингән инем. Бер үҙемә ҡыйын, һағынам, тип, илап, Өфөгә апайҙар янына барып, бер йыл ашнаҡсыға уҡып сыҡтым. - Көлөп ҡуя. - Яҙмышыма рәхмәтлемен, 1991 йылда ауылдарҙан йәш таланттарҙы эҙләп табып, яңы асылып торған Стәрлетамаҡ драма театры өсөн махсус төркөм асылды. Ауылдашым, билдәле композитор, Рәмил ағай Ғимрани әсәйемдәргә: "Айгөл мотлаҡ уҡырға барһын!" - тип әйтеп ебәргән. Шулай итеп, яҙмышым ҡырҡа боролош яһап, үҙ булмышыма ҡайтарҙы. Әсәйем дә: "Айға үрелгән - нурға күмелгән. Бар, ҡыҙым, уҡырға, аҙаҡ үкенескә ҡалмаһын", - тип фатихаһын бирҙе. Хыялым ҡабул булды. Мин Илшат Йомағолов етәкселегендәге төркөмдә белем алып, шул көндән бирле яратҡан театрымда эшләп йөрөйөм. Яңыраҡ ҡына беҙҙең театрға иҫ киткес талантлы артист, остазым Илшат Йомағолов исеме бирелеүгә бигерәк тә шатмын. Театр коллективым бик дуҫ, көслө һәм һәләтле коллегаларым менән эшләү менән бәхетлемен, - тип яба ул альбомының һуңғы битен.
Ҡышҡы көн ҡыҫҡа. Артистканың ярты быуат ғүмер хәтирәләренә бирелеп, көндөң уҙғаны ла һиҙелмәне.
- Айгөл Шәкүр ҡыҙы, һеҙгә алдағы йылдарҙа ла ҡоростай һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә яңынан-яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем, - тип ҡотло өй хужалары менән хушлашам.
- Ҙур рәхмәт, Гөлназ Кашфулла ҡыҙы!
Ә мин, һеҙҙе, ижадымды яратҡан тамашасыларымды, театр һөйөүселәрҙе 11 март көнө 18.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ драма театр-концерт берләшмәһендә үтәсәк юбилей кисәмә саҡырып ҡалам.
Гөлназ НАФИҠОВА,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.