Шоңҡар
+7 °С
Облачно
Мәҙәниәт
6 Марта 2023, 06:45

Өләсәй Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА

Кире сабыйға әйләндем Ейәндәр менән бергә.  Шулай ти шағирә Таңһылыу Баһауетдинова. Һеҙ ҙә шулаймы? Өләсәй булыу нисек? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өләсәй    Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВАӨләсәй    Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА
Өләсәй Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА

Өләсәйҙәр оло була,
Тигән булалар тағы.
Ейән-ейәнсәрем тыуғас,
Ҡайтты ғүмерҙең таңы.
Кире сабыйға әйләндем
Ейәндәр менән бергә.
Ә йәш ултыртып ҡуймаҡсы
Аяҡ бөкләтеп түргә.
Йүгерәбеҙ, һикерәбеҙ,
Бейейбеҙ матур көйгә.
Ҡартайҙым, тип йөрөгәнмен
Йөрәк йәш кенә көйгә.
Ейәндәр етәкләп алып
Илтте бала сағыма.
Ошонан да оло бәхет
Була микән тағы ла?!..

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас