

Бөгөн Ишембай ҡалаһының Үҙәк китапханаһында "Тормош буйлап китап менән" тип исемләнгән проект сиктәрендә БР-ҙың Яҙыусылар берлеге һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан 'Китап" нәшриәте менән берлектә Бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ойошторолған ижади осрашыу уҙҙы.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ,
Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Гөлнур ЯҠУПОВА һәм
Индүсә АРЫҪЛАНОВАның китаптарын үҙ иткән әҙәбиәт һөйөүселәр - беҙҙең дуҫтарыбыҙ йыйылды был күңелле сараға.
Ишембайҙар Өфө ҡунаҡтарын йылы ҡаршы алды. Уларҙың китапты ҡәҙерләүе, авторҙарға ҡарата хөрмәт менән ҡарауҙары йөҙҙәрендә сағыла. Үҙенең уҡыусылары менән күрешеү өсөн һис һүҙһеҙ юлға сыҡҡан ижади шәхестәребеҙҙән яҙ кәйефе һиҙелеп торҙо. Ижад кешеһен бер аҙ иғтибар, йылы мөнәсәбәт тағы ла ҡанатландырып ебәрә, илһам өҫтәй. Сөнки үҙ эшенең емешен татыу һәр кемгә лә оло ҡыуаныс. Был сара ошо күренеште асыҡланы ла инде.
Популяр яҙыусы, БР-ҙың Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов үҙе хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште. Айгиз Ғиззәт улының өйө тулы китап булып сыҡты. Ҡайҙа ғына барһа ла, китап алып ҡайтыуын һәм ул китаптарҙы кәштә матурлығы өсөн түгел, ә бирелеп китеп уҡыу маҡсатында алғанын тағы бер асып бирҙе.
Осрашыуға килеүселәр Айгиз Баймөхәмәтовтың тормош юлдашын һайлағанда иң тәү сиратта китапты яратыуына иғтибар биргән икәнен белде. Тимәк, әлеге проекттың "Тормош буйлап китап менән" тип аталыуы ла юҡтан түгел.
Сарала күпселек ҡатын-ҡыҙҙар булыуына иғтибар итеп, яҙыусы: "Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы, ир-ат көслө зат, тип аталһа ла, ауыр эштәрҙе лә үҙ иңегеҙгә алыуығыҙ, көслө булып ҡалыуығыҙ һәм беҙҙең тормошто йәмләүегеҙ өсөн рәхмәт", - тип гүзәл заттарҙы етеп килгән 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы һәм телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү йүнәлешендә әлегеләй әүҙем булырға саҡырҙы.
И. Йосопова.
#Китап_нәшриәте
#АйгизБаймөхәмәтов
#БРЯҙыусыларберлеге
#БРЯҙыусыларсоюзы
#СоюзписателейРБ
#ТаңсулпанҒарипова
#ГөлнурЯҡупова
#ИндүсәАрыҫланова
#Ишембай
#Ишимбай
#Тормошбуйлапкитапменән
#Скнигойпожизни
#әҙәби_сара
www.kitap-ufa.ru