Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
8 Март 2023, 04:40

Гүзәллеккә ғашиҡ

Матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙың тағы бер үҙенсәлеге тураһында телгә алмаҡсы инем. Был - тыйнаҡлыҡ, аҙ һүҙлелек, ниндәйҙер эске иғтибар. Рима Биктимер ҡыҙы кеүек кешеләр йөҙөнән йылы нур бөркөлә.

Гүзәллеккә ғашиҡГүзәллеккә ғашиҡ
Гүзәллеккә ғашиҡ

 

Ул - Сәйетбаба урта мәктәбе уҡытыусыһы Рима Мәүлетҡолова. Рима Биктимер ҡыҙы Йөҙимән ауылында тыуып үҫә. 1992 йылда Салауат педагогия училищеһын тамамлай, Марат Нияз улына кейәүгә сығып, Сәйетбаба ауылына күсеп килә. Тәүҙә пионервожатый, тәрбиәсе булып эшләй, һуңынан технология дәрестәрен уҡыта.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, хеҙмәткә ижади ҡараш - уның үҙенсәлеге булып тора. Миңә, коллега булараҡ, уның эш кабинетында күп тапҡыр булырға тура килде. Стенала уҡыусыларҙың ҡул эштәренән күргәҙмә. Уҡытыусы дәрестәге материалды еренә еткереп аңлата белә, нағышлау, ырғаҡ менән бәйләү серҙәрен аса. Ҡыҙҙар уҡытыусының аңлатҡанын тиҙ генә отоп ала. Рима Биктимер ҡыҙы 90-сы йылдарҙы иҫкә төшөрә: “Аҡсаһыҙ саҡтар бар ине... Беҙ ҡыҙҙар менән шәл, тәпешкәләр бәйләп һаттыҡ, кәрәк-яраҡҡа ҡулай булып ҡалды”.
Башҡорт халҡының онотолоп барған һөнәрен тергеҙеүгә лә күп көс һала ул. Ауылыбыҙ оҫтаһы Рабиға Йәрмиеванан балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәнә һәм уҡыусыларҙы өйрәтә башлай. Мәктәп хакимиәте һәм “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәкселеге балаҫ һуғыу станогы алырға ярҙам итә, үҙ аҡсаһына ептәр ала. Уҡыусылары был эшкә дәртләнеп тотона, ҙур булмаған сағыу балаҫтар һуғалар.
2014 йылда Рима Биктимер ҡыҙы “Йыл уҡытыусыһы” һөнәри бәйгеһендә ҡатнаша һәм “Халыҡ традицияларын һаҡлауы өсөн” номинацияһында еңеүсе була. Мине, ҡул эштәренә әүәҫ ҡатын-ҡыҙ булараҡ, Рима Биктимер ҡыҙының тылсымлы ҡулдары менән башҡарылған эштәре ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың матур, иркен өйөндә булғанда өйҙәге бүлмәләрҙең үҙенсәлекле йыйыштырылыуы һоҡлан-дырҙы. Хужабикә заманса йыһаздар менән үҙе бәйләгән салфеткаларҙы, мендәрҙәрҙе, нағышланған картиналарҙы бер-береһенә тура килтереп йыйыштыра алған. Барыһы ла үҙ урынында, барыһы ла сама менән. Һәр эше юғары оҫталыҡ менән эшләнгән.
Ҡөрьәндән алынған “Алла” һүҙе бик оҫта итеп сигелеп, бай рамға ҡуйылған һәм өйҙөң түрендә лайыҡлы урынын алған.
Мәүлетҡоловтар өсөн өй - ҡәлғә лә, оҫтахана ла, ял итеү урыны ла. Был өйҙә өс малай - Азат, Альберт, Айназ буй еткергән. Улар хәҙер үҫкән инде, бөтәһе лә Өфө ҡалаһында йәшәй. Азат Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, инженер булып эшләй, Альберт Башҡорт дәүләт медицина университетының ординатураһын тамамлай, хирург булып эшләйәсәк, Айназ Йылылыҡ-энергетика колледжының 4-се курсында уҡый. Рима Биктимер ҡыҙы һәм Марат Нияз улы - “Иң һәйбәт ауыл йорто”, “Йәш ғаилә” һәм башҡа конкурстар ҡатнашыусылары. Күптәрендә еңеүсе булғандар, быны бик күп Маҡтау грамоталары һәм дипломдар дәлилләй.
Матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙың тағы бер үҙенсәлеге тураһында телгә алмаҡсы инем. Был - тыйнаҡлыҡ, аҙ һүҙлелек, ниндәйҙер эске иғтибар. Рима Биктимер ҡыҙы кеүек кешеләр йөҙөнән йылы нур бөркөлә.
Альмира ВӘЛИЕВА.
Сәйетбаба ауылы.

Сығанаҡ: "Табын"

Фото: "Табын"

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас