Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
10 Март 2023, 03:40

БСТ ҡыҙҙарының шатлығы эсенә һыймай

Бүләктең дә ниндәйе бит әле әле! Килешәме? 

БСТ ҡыҙҙарының шатлығы эсенә һыймайБСТ ҡыҙҙарының шатлығы эсенә һыймай
БСТ ҡыҙҙарының шатлығы эсенә һыймай

Байрамда ир-егеттәр ҡулынан бүләк алыуы, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Ә бына быйыл БСТ егеттәре бигерәк арттырып ебәргән. Ҡыуанысы эсенә һыймаған Гөлдәриә Йосопова был хаҡта: "Быйыл эш урынында хеҙмәттәш ир-егеттәребеҙ 8 Мартҡа француз яулыҡ бүләк итеп ҡыуандырҙы! Әлбиттә, күптәребеҙ был яулыҡты быға тиклем дә яратып ябына, бүләк итергә лә ярата ине. Ләкин уны ир-егеттәрҙән бүләккә алыу бөтөнләй икенсе кисерештәр уятып, күңел дарьяларының тарихи хәтер һаҡлаған
ҡатламдарын ҡуҙғытты. Шиғырым ошо күңел кисерештәренән тыуҙы..." - тип белдергән. Хатта шиғыр ҙа яҙған. Ҡыҙҙар, бүләктәрегеҙ бигерәк матур булған. Үҙегеҙгә килешеп тора, йөҙөгөҙҙө аса. 

Француз яулыҡ

Шау биҙәкле француз яулыҡ
Һатылмай баҙарҙарҙа.
Алып ҡайтҡан ирҙәр уны
Еңеп, изге яуҙарҙан.

Һалғас француз яулыҡтарҙы
Һөйгәндәре иңенә,
Доға ҡылған ир-егеттәр
Арнап Тыуған иленә!

Биҙәге француз яулыҡтың
Бик тәрән мәғәнәле -
Бер уйһыҙ уны башҡорттоң
Ҡыҙҙары бәйләмәйҙер!

Эй килешле француз яулыҡ
Халҡым һылыуҙарына!
Ғорур улар башҡорт булып
Ергә тыуыуҙарына!

Шау биҙәкле француз яулыҡ
Һатылмай баҙарҙарҙа.
Алып ҡайтҡан ирҙәр уны
Еңеп, изге яуҙарҙан.

Әйткәндәй, халыҡ араһында “француз яулыҡ” тигән атаманың тарихын төрлөсә аңлаталар. Атлы ғәскәр ауыҙ-моронға саң инеүҙән һаҡланып битенә яулыҡ бәйләгән, тип тә яҙалар. Әммә төрки халыҡтар меңәр йыл ат өҫтөндә йәшәгән, һуғышҡан һәм уларҙың был нәүбәттә ҡулланыуға үҙ алымдары булған, һәр хәлдә йөҙҙәренә ҡатындар яулығын ҡаплап йөрөмәгәндәр.
Ҡыҙыл биҙәкле яулыҡты яугирҙәр француз яуынан алып ҡайтҡан, тиҙәр. Алып ҡайтҡан – уныһы хаҡ. Ә нисек ул шулай популяр булып китә алған? Бер үк төрлө яулыҡты йөҙ яугир алып ҡайтҡанмы? Меңме? Нисек итеп улар шулай бер төҫлөнө алған? Ниңә башҡа бүләк һайламаған? Йөҙ, мең ирҙең ниәте бер төрлө булғанмы? Ай-һай, икеле...
Ә тарих ысынында ошолай була. Француз яуынан ҡайтып барған ғәскәр юлда ошо ҡыҙыл яулыҡ материалын тейәп китеп барған ғәрәп ҡарауанына осрай. Ҡарауан хужалары һәм һаҡсылары, оло ғәскәр яҡынлашыуын аңғарып, малын-тауарын ташлап ҡаса. Яугирҙар был табышҡа мас була, кемгә күпме кәрәк шул хәтлемде ала. Бына һиңә бүләк – яулыҡҡа ла, күлдәккә лә!
Бөтөн ғәскәр иленә ошо ҡыҙыл тауар менән ҡайтып төшә һәм ул трофей халыҡ хәтерендә “һырансуз яулыҡ”, “һырансуз күлдәк” булып уйылып ҡала. Аҙаҡ был тауар сауҙа юлдары аша ла килеп етә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас